Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ҺЕҘҘЕҢ ИҒӘНӘЛӘР НИМӘГӘ ТОТОНОЛА?

Пандемияға тиклем башҡарылған төҙөү эштәре

Пандемияға тиклем башҡарылған төҙөү эштәре

2020 ЙЫЛДЫҢ 1 НОЯБРЕ

 Йыл һайын йөҙәрләгән мең кеше һыуға сумдырыла һәм Йәһүә шаһиты булып китә, шунлыҡтан ғибәҙәт ҡылыу урындарына ихтыяж арта бара. Шуға күрә 2020 хеҙмәт йылында Урындағы төҙөү-проектлаштырыу бүлектәре (УПТБ) бөтә донъя буйынса 2 700-ҙән ашыу теократик объект төҙөргә йә ремонтларға планлаштырҙы a.

 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был пландарға COVID-19 пандемияһы ҡамасауланы. Ҡәрҙәштәрҙе яҡлар өсөн һәм хөкүмәт күрһәтмәләрен үтәр өсөн, Етәксе кәңәшмәнең Нәшриәт комитеты бөтә донъя буйынса был проекттарҙың күбеһен туҡтатып торорға ҡарар итте. Әммә 2019 йылдың сентябренән алып пандемияға тиклем ҡәрҙәштәр 1 700-ҙән артыҡ ғибәҙәт ҡылыу урынын төҙөп һәм ремонтлап өлгөрҙө. Бынан тыш, филиал биналары менән бәйле 100-ҙән артыҡ ҙур төҙөлөш проекттары тамамланды. Был мәҡәләлә беҙ шул проекттарҙың икеһе тураһында һөйләрбеҙ.

 Камерундағы филиал. Дуалала урынлашҡан филиал биналары бик бәләкәй ине һәм унда ҙур ремонт яһарға кәрәк ине. Нәшриәт комитеты ремонттың күпмегә төшәсәген һананы һәм быға китәсәк аҡса биналарҙың хаҡынан да ҙурыраҡ икәнен аңланы. Ҡәрҙәштәрҙең тағы ике варианты бар ине: яңы филиал төҙөү йә әҙер бина һатып алып уны ремонтлау. Әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында ике вариант та тура килмәне.

 Шул ваҡыттарҙа ҡәрҙәштәр хөкүмәттең Дуаланан төньяҡтараҡ беҙҙең Конгресс залдарының береһе янында юл төҙөргә планлаштырғанын белеп ҡалған. Тимәк, унда хәҙер яҡшы юл ғына түгел, ә коммуникациялар ҙа буласаҡ. Был яңы филиал өсөн бик тура килә ине. Шуға күрә Етәксе кәңәшмә Конгресс залы территорияһында яңы филиал төҙөүҙе хупланы.

Ҡәрҙәштәр Камерунда яңы филиал төҙөүҙә ҡатнаша

 Төҙөлөштә ҡәрҙәштәр подрядсылар менән бергә эшләне. Эште шулай ойоштороу ваҡытты һәм аҡсаны экономияларға мөмкинлек бирҙе. Һөҙөмтәлә был төҙөлөш планлаштырғандан ике миллион долларға (АҠШ) арзаныраҡҡа төштө. Вефиль ғаиләһе яңы бинаға COVID-19 пандемияһы башланғансы күсенә алды.

Камерунда яңы филиалды төҙөү COVID-19 пандемияһы башланыр алдынан ғына тамамланды

 Камерундағы вефилселәр хәҙер яҡшы шарттарҙа йәшәй һәм эшләй. Улар өсөн яңы филиал — Йәһүәнән ҙур бүләк! Бер ирле-ҡатынлы пар былай ти: «Бындай бүләктән һуң беҙ тауҙар аҡтарырға әҙер!»

Камерундағы ҡәрҙәштәр шатланып яңы офистарҙа эшләй (пандемия башланыр алдынан)

 Мексикалағы тәржемә итеү офисы (тохолабал теле). Беҙҙең баҫмаларҙы тохолабал теленә тәржемә иткән төркөм күп йылдар Мехико янында урынлашҡан Үҙәк Америка филиалында эшләне. Ләкин был телдә күбеһенсә филиалдан яҡынса мең километр йыраҡлыҡта урынлашҡан Альтамирано һәм Лас-Маргаритаста һөйләшәләр. Шуға күрә был тәржемәселәргә телдәге үҙгәрештәрҙе күҙәтеү ауыр ине. Бынан тыш, тохолабал теленә тәржемә итеүҙә һәм аудиояҙмаларҙы яҙҙырыуҙа ярҙам итерлек ҡәрҙәштәрҙе табыу ҙа ауыр ине.

Мексикала ҡәрҙәштәр яңы тәржемә итеү офисын төҙөүҙә ярҙам итә

 Шуға күрә Етәксе кәңәшмәнең Яҙыу комитеты был тәржемә итеү төркөмөн тохолабал телендә һөйләшкән ергә күсерергә теләне. Бының өсөн филиал яраҡлы бина һатып алды һәм уны ремонтланы. Был арендаға алыуға йә төҙөүгә ҡарағанда күпкә арзаныраҡ булды.

 Был күсенеү тураһында тәржемәселәрҙең береһе бына нимә ти: «Мин филиалда ун йыл хеҙмәт иттем, һәм был ваҡыт эсендә тохолабал телендә һәйләшкән бер кешене лә осратманым. Ә хәҙер офис беҙҙең телдә һөйләшкән кешеләр йәшәгән ерҙә урынлашҡан. Мин көн һайын улар менән аралашам. Был минең телемде байытты, һәм хәҙер мин эшемде яҡшыраҡ башҡара алам!»

Мексикалағы тәржемә итеү офисы (ремонтҡа тиклем һәм ремонттан һуң)

2021 хеҙмәт йылына пландар

 2021 хеҙмәт йылында, мөмкинлек булһа, 75 тәржемә итеү офистарында һәм теократик мәктәп биналарында төҙөү эштәре планлаштырыла. Шулай уҡ һигеҙ ҙур проект менән бәйле эштәр дауам ителәсәк. Улар араһында — Рамаполағы (Нью-Йорк штаты, АҠШ) төҙөлөш, шулай уҡ Аргентиналағы һәм Италиялағы филиалдарҙы күсереү. Бынан тыш, 1 000-дән ашыу Батшалыҡ залдары төҙөргә, 6 000-дән артыҡ ғибәҙәт ҡылыу урындарын үҙгәртеп ҡорорға, шулай уҡ 4 000 Батшалыҡ залын ремонтларға кәрәк.

 Бөтә был төҙөлөш һәм ремонт эштәре нисек финанслана? Үҙәк Америка филиал комитетының ағзаһы Ласаро Гонсалес ҡәрҙәш тохолабал теленә тәржемә итеү офисы миҫалында яуап бирҙе: «Беҙҙең филиалдың мөмкинлектәре сикле. Шуға күрә бөтә донъя ҡәрҙәшлегебеҙ ярҙам итмәһә, бәләкәй төркөмдәр өсөн тәржемә итеү офистарын беҙ бер ҡасан да төҙөй алмаҫ инек. Әммә бөтә донъя буйынса йәшәгән ҡәрҙәштәрҙең иғәнәләре ярҙамында хәҙер тәржемәселәр үҙ телендә һөйләшкән кешеләр йәшәгән ергә күсә алды. Беҙ шундай йомарт ярҙам өсөн бөтә донъя ҡәрҙәшлегебеҙгә бик рәхмәтле!» Күренеүенсә, бар был проекттар бөтә донъя эшмәкәрлеге өсөн бирелгән иғәнәләрегеҙ ярҙамында башҡарыла. Күптәр иғәнәләрҙе donate.isa4310.com сайты аша ебәрә.

a Урындағы төҙөү-проектлаштырыу бүлектәре үҙ филиалы территорияһындағы Батшалыҡ залдарын планлаштырыу һәм төҙөү өсөн яуаплы. Бөтә донъя төҙөү-проектлаштырыу бүлеге баш идаралыҡта урынлашҡан һәм бөтә донъялағы төҙөү проекттары өсөн яуаплы.