Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Хәҡиҡәт әле лә мөһимме?

Хәҡиҡәт әле лә мөһимме?

 Беҙҙең көндәрҙә хәҡиҡәт менән ялғандың сиктәре юйыла бара. Кешеләр өсөн, дөрөҫлөккә һәм объектив факттарға ҡарағанда, үҙҙәренең хистәре һәм шәхси ҡараштары мөһимерәк. Бөгөн күп кешеләр, хәҡиҡәт юҡ, тип һанай.

 Бындай ҡараш яңы түгел. 2 000 йыл элек Рим идарасыһы Понтий Пилат мыҫҡыллы итеп Ғайса Мәсихтән: «Нимә ул хәҡиҡәт?» — тип һораған (Яхъя 18:38). Пилат, Ғайсаның яуабын көтөп тормаһа ла, мөһим һорау күтәргән. Был һорауға яуап Изге Яҙмала бирелә, ә ул китап дөрөҫтө ялғандан айыра белергә ярҙам итә.

Хәҡиҡәт бармы?

 Эйе. Изге Яҙмала «хәҡиҡәт» һүҙе ҡулланылғанда, факттарға тура килгән һәм әхлаҡи яҡтан дөрөҫ булған нәмә күҙ уңында тотола. Унда, Йәһүә a — «хәҡиҡәт Аллаһы», тип әйтелә. Ул — абсолют хәҡиҡәттең Сығанағы (Зәбур 31:5). Изге Яҙма Алла тураһында хәҡиҡәтте аса һәм уны яҡтылыҡ менән сағыштыра. Дөрөҫлөктө ялғандан айырыуы бик ауыр булған был донъяла хәҡиҡәт беҙгә юл күрһәтә (Зәбур 43:3; Яхъя 17:17).

Хәҡиҡәтте нисек табырға?

 Алла Изге Яҙмала әйтелгәндәргә һуҡыр рәүештә ышаныуыбыҙҙы теләмәй. Ул, хистәргә бирелеп түгел, ә аҡылыбыҙҙы ҡулланып эш итергә кәңәш бирә (Римдарға 12:1). Алла уның менән яҡшыраҡ танышыуыбыҙҙы һәм уны бөтә йөрәк һәм бөтә йәнебеҙ менән генә түгел, ә бөтә аҡылыбыҙ менән дә яратыуыбыҙҙы теләй (Матфай 22:37, 38). Ул беҙҙе Изге Яҙманан белгәндәребеҙҙең дөрөҫлөгөн раҫлаусы дәлилдәр эҙләргә дәртләндерә (Ғәмәлдәр 17:11).

Ялған нисек килеп сыҡҡан?

 Изге Яҙма Алланың дошманы Иблисте «ялғандың атаһы» тип атай (Яхъя 8:44). Ул Әҙәм менән Һауаға Алла тураһында ялғанды әйткән — был донъялағы беренсе ялған булған (Башланмыш 3:1—6, 13, 17—19; 5:5). Шунан бирле Иблис кешеләрҙе алдай һәм Алла тураһындағы хәҡиҡәтте йәшерә (Асылыш 12:9).

Ни өсөн бөгөн ялған шул тиклем киң таралған?

 Беҙҙең көндәрҙе Изге Яҙма «ахырызаман» тип атай, һәм ошо һуңғы көндәрҙә Иблис кешеләргә бығаса булмаған йоғонто яһай һәм юлдан яҙҙыра. Күптәр ниндәйҙер файҙа алыу маҡсаты менән бер-береһен алдай (2 Тимофейға 3:1, 13). Диндәрҙең күбеһе ялған тарата. Изге Яҙмала, бөгөн кешеләр «фәҡәт үҙҙәренең күңеленә ятҡан һүҙҙәрҙе һөйләгән вәғәзләүселәрҙе үҙ теләктәре буйынса һайлап алырҙар», «хәҡиҡәтте инҡар ите[рҙәр]», тип әйтелә (2 Тимофейға 4:3, 4).

Ни өсөн хәҡиҡәт шул ҡәҙәр мөһим?

 Әгәр кешеләр дөрөҫтө һөйләмәһә, улар бер-береһенә ышанмаясаҡ, ә ышанысһыҙ ныҡлы дуҫлыҡ һәм сәләмәт йәмғиәт була алмай. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Алла беҙҙең табыныуҙың нигеҙе хәҡиҡәт булыуын теләй. Унда: «Уға табынғандар рух һәм хәҡиҡәт менән табынырға тейеш», — тип әйтелә (Яхъя 4:24). Изге Яҙманың нисек итеп дини ялғанды фаш итергә һәм уның тәьҫиренән ҡотолорға ярҙам итеүен белер өсөн, «Алланы яратырға ҡамасаулаған ялған» тигән мәҡәләләр йыйынтығын уҡығыҙ.

Ни өсөн Алла хәҡиҡәтте белеүебеҙҙе теләй?

 Алла беҙҙең мәңге йәшәүҙе теләй, ә бының өсөн уның тураһындағы хәҡиҡәтте белергә кәрәк (1 Тимофейға 2:4). Әгәр Алланың нормаларын белһәк һәм шул нормалар буйынса йәшәһәк, уның яҡын дуҫы булып китербеҙ (Зәбур 15:1, 2). Кешеләргә хәҡиҡәтте белергә ярҙам итер өсөн, ул ергә Ғайса Мәсихте ебәргән. Алла Ғайсаның өйрәткәндәренә ҡолаҡ һалыуыбыҙҙы теләй (Матфай 17:5; Яхъя 18:37).

Донъя ялғандан азат ителерме?

 Эйе. Үҙенә файҙа алыр өсөн башҡаларҙы алдаған кешеләрҙе Алла нәфрәт итә. Тиҙҙән ул бөтә оятһыҙ алдаҡсыларҙы юҡ итәсәк (Зәбур 5:6). Бынан тыш, ул «хаҡ һүҙҙәр мәңге йәшәр» тигән вәғәҙә бирә (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:19).

a Йәһүә — был Алланың исеме (Зәбур 83:18). «Йәһүә кем ул?» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.