Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Marek M. Berezowski/Anadolu Agency via Getty Images

УЯУ БУЛЫҒЫҘ!

Украиналағы һуғыш инде бер йыл бара. Изге Яҙма ниндәй өмөт бирә?

Украиналағы һуғыш инде бер йыл бара. Изге Яҙма ниндәй өмөт бирә?

 2023 йылдың 24 февралендә Украиналағы һуғыштың башланыуына бер йыл булды. Был ваҡыт эсендә 300 000 тирәһе украин һәм рәсәй һалдаттары һәләк булған һәм яраланған. Шулай уҡ, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, һуғыш арҡаһында 30 000 самаһы тыныс кешенең ғүмере өҙөлгән. Әммә был һандар күпкә юғарыраҡ та булырға мөмкин.

 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыштың аҙағы әле күренмәй ҙә.

  •   «Яҡынса бер йыл элек Рәсәй ғәскәрҙәре Украинаға баҫып инде, был һуғыштың яҡын арала бөтәсәгенә бер ниндәй ҙә билдәләр юҡ. Ике яҡтың да асыҡ хәрби өҫтөнлөгө күҙәтелмәй һәм уларҙың, һөйләшеүҙәр өҫтәле артына ултырып, уртаҡ ҡарарға килеүҙәре бик тә икеле» (NPR, 2023 йыл, 19 февраль).

 Ошо һәм башҡа һуғыштар арҡаһында ғәйепһеҙ кешеләрҙең ғазапланғанын күреүҙән күптәрҙең күңеле әрней. Һуғыштар ҡасан да булһа бөтөрмө? Изге Яҙмала был хаҡта нимә әйтелә?

Бөтә һуғыштарҙы туҡтатасаҡ һуғыш

 Изге Яҙмала башҡа төрлө һуғыш тураһында әйтелә. Ул кешеләрҙе юҡ итмәйәсәк, ә, киреһенсә, ҡотҡарасаҡ. Был һуғыш Армагеддон тип атала, һәм ул «сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың бөйөк көнөндә» буласаҡ (Асылыш 16:14, 16). Армагеддон һуғышы арҡылы Аллаһы Тәғәлә кешеләр идаралығын юҡ итәсәк. Сөнки тап улар — ҡан ҡойғос һуғыштарҙың сәбәпсеһе. Армагеддон һуғышының ергә нисек мәңгелек тыныслыҡ килтерәсәге тураһында киләһе мәҡәләләрҙән белеп була: