Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ДЭРЕЛ ШАРП | БИОГРАФИЯ

Алла ҡөҙрәте ярҙамында беҙ сигенмәйбеҙ

Алла ҡөҙрәте ярҙамында беҙ сигенмәйбеҙ

«Ул бер ай ҙа пионер була алмаясаҡ!» Был һүҙҙәрҙе 1956 йылда ҡайһы бер ҡәрҙәштәр мин отпуск пионеры (ярҙамсы пионер) булыр өсөн ғариза яҙғанда әйтте. Ул саҡта миңә 16 йәш ине. Мин дүрт йыл элек дуҫым әйткәнгә генә һыуға сумдырылған инем. Ул йылдарҙа өлкәндәр кешенең һыуға сумдырылырға әҙерме-юҡмы икәнен тикшермәй торғайны.

 Ҡәрҙәштәрҙең минең турала шулай уйларға сәбәбе булды. Мине рухи кеше тип атап булмай ине. Мин вәғәзгә йөрөргә яратманым һәм ял көнөндә, вәғәзгә бармаҫ өсөн, ямғыр яуһын ине, тип доға ҡыла торғайным. Ә вәғәзгә сыҡһам, журналдар таратып ҡына йөрөнөм. Изге Яҙманы бер ваҡытта ла сумкамдан сығарманым. Мин йыйылышта Изге Яҙманы уҡыу йөкләмәһен үтәһен өсөн, ҡәҙерле әсәйем миңә аҡса түләй торғайны. Мин өйрәнергә лә яратманым, рухи маҡсаттарым да булманы.

 Шул йәйҙә Кардиффта (Уэльс) өлкә конгресы үтте (хәҙер региональ конгресс тип атала). Конгресс тормошомдо тулыһынса үҙгәртте. Бер докладсы шундайыраҡ һорауҙар бирҙе: «Һин үҙеңде Аллаға бағышланыңмы? Һыуға сумдырылдыңмы?» «Эйе», — тип уйлап ҡуйҙым мин. «Һин Йәһүәгә бөтә йөрәгең, йәнең, аҡылың һәм ҡөҙрәтең менән хеҙмәт итергә вәғәҙә бирҙеңме?» «Эйе», — тинем мин. «Пионер хеҙмәтенә ҡамасаулай алған ауырыуҙарың йәки ғаилә вазифаларың бармы?» «Юҡ». «Һуңғы һорауға „юҡ“ тип яуап биргән булһаң, ни өсөн һин пионер булып хеҙмәт итмәйһең?»

 Шунда уянып киткәндәй булдым. «Мин бит тормошомдо бушҡа үткәрәм! Аллаға биргән вәғәҙәмде үтәмәйем һәм Йәһүәгә бөтә йөрәгем менән хеҙмәт итмәйем!» — тип уйлап ҡуйҙым. Әгәр ҙә Йәһүәнең миңә биргән вәғәҙәһен үтәүен теләһәм, миңә лә уға биргән вәғәҙәмде үтәргә кәрәк. Шуға күрә 1956 йылдың октябрь айында мин отпуск пионеры булып хеҙмәт итә башланым. Хәҙер ундай пионер ярҙамсы пионер тип атала.

Абердинда махсус пионер булып хеҙмәт итәм (1959 йыл)

 Киләһе йылда мин даими пионер булып киттем һәм 19 вәғәзсенән торған йыйылышҡа күстем. Килеү менән миңә аҙна һайын телмәр менән сығыш яһарға йөкләмә бирҙеләр. Түҙемле ҡәрҙәштәр ярҙамында минең телмәрҙәрем тәрәнерәк, ә сығыштарым сифатлыраҡ була барҙы. Ике йыл үткәс, 1959 йылда мине махсус пионер итеп билдәләнеләр һәм Шотландияла урынлашҡан Абердин ҡалаһына ебәрҙеләр. Ә бер нисә айҙан һуң мине Лондондағы Вефилгә саҡырҙылар. Миңә 7 йыл дауамында типографияла эшләү бәхете тейҙе.

 Вефилдәге тормош миңә бик оҡшаны. Ләкин минең махсус хеҙмәттә ҡатнашҡым килде. Мин йәш, һау һәм ерҙең теләһә ҡайһы мөйөшөндә Йәһүәгә хеҙмәт итергә әҙер инем. Шуға күрә 1965 йылдың апрелендә мин миссионерҙар уҡыған Гилеад мәктәбенә ғариза яҙҙым.

 Шул йылда беҙ бүлмәлә бергә йәшәгән ағай-ҡәрҙәш менән Берлинға конгресҡа барырға һәм, бер ыңғайҙан, бер нисә йыл элек төҙөлгән Берлин стенаһын да күреп ҡайтырға булдыҡ.

 Конгрестың бер көнөндә мине Сузанн Бэндрок менән хеҙмәт итергә билдәләнеләр. Беҙ 1966 йылда өйләнештек һәм ике йылдан һуң беҙҙе Гилеад мәктәбенең 47-се синыфына уҡырға саҡырҙылар. Был ысын фатиха ине! Мәктәптәге 5 ай бик тиҙ үтте һәм беҙҙе Заирға билдәләнеләр (хәҙер Конго Демократик республикаһы). Был беҙҙең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Сөнки беҙ был ил тураһында бер нәмә лә тиерлек белмәй инек. Шулай ҙа, барлыҡ борсолоуҙарыбыҙҙы Йәһүәгә тапшырып, шул илгә барырға ризалыҡ бирҙек.

Сузанн менән Гилеад мәктәбен тамамланыҡ (1969 йыл)

 Аэропорттарҙа һәм самолеттарҙа күп сәғәттәр үткәргәндән һуң, беҙ бәләкәй генә Колвези исемле шахтерҙар ҡалаһына килеп еттек. Беҙҙе бер кем дә ҡаршы алмағанға, бик аптыраныҡ. Ҡәрҙәштәргә ебәрелгән телеграмма беҙ килгәндән һуң ике көн үткәс кенә килеп еткән булған. Беҙ был хаҡта аҙаҡ ҡына белдек. Бер аэропорт хеҙмәткәре беҙҙең янға килеп француз телендә нимәлер әйтте. Ләкин беҙ бер нәмә лә аңламаныҡ, сөнки ул ваҡытта был телде белмәй инек. Беҙҙән алда тороусы ҡатын боролдо ла: «Һеҙҙе ҡулға алалар», — тип тәржемә итте.

 Беҙҙе ҡулға алған полиция хеҙмәткәре беҙгә иҫке генә ике урынлы спорт машинаһына ултырырға ҡушты. Шунан үҙе водитель менән эргәбеҙгә ҡыҫыла-ҡыҫыла инеп ултырҙы. Был машинаның двигателе артта, ә багажнигы алда ине. Күҙ алдына килтерегеҙ: беҙ соҡор-саҡырлы юлдан һиңкей-һиңкей китеп барабыҙ. Багажниктың ҡапҡасы асыҡ һәм сумаҙандарҙы сәйнәгән ҙур балыҡтың ауыҙын хәтерләтә! Был берәй комедияның кадрҙары кеүек булғандыр инде.

 Беҙ миссионерҙар йортона килеп еттек. Уның ҡайҙа икәнен белмәһәк тә, полиция хеҙмәткәре белә ине. Әммә йортта бер кем дә булманы, ҡапҡалары ла бикле тора ине. Миссионерҙарҙың ҡайһы берҙәре халыҡ-ара конгресҡа, ә башҡалары отпускыға киткән булған. Беҙ ҡыҙыу ҡояш аҫтында нимә эшләргә белмәй аптырап ҡалдыҡ. Шунда бер ҡәрҙәш килеп етте. Уның шатлыҡлы йылмайыуы беҙгә көс өҫтәне. Ул полицейскийҙы белә ине. Улар әҙерәк һөйләшеп алды һәм полиция хеҙмәткәре китеп барҙы, ә беҙ урынлаша башланыҡ. Полицейский, күрәһең, беҙ уға аҡса бирер, тип өмөтләнгән булған.

Мин, Сузанн, Нейтон Норр һәм башҡа ҡәрҙәштәр Заирҙағы миссионерҙар йорто алдында (1971 йыл)

Артҡа сигенеү ваҡыты түгел ине

 Тиҙҙән беҙ шат күңелле һәм ҡайғыртыусан, шул уҡ ваҡытта күпте кисергән кешеләр араһында булыуыбыҙҙы күрҙек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдә инде 10 йыл сыуалыштар һәм болалар бара ине. Ә 1971 йылда Йәһүә шаһиттарының эшмәкәрлеген тыйҙылар. Шуның арҡаһында, беҙҙең менән нимә булыр, тип борсолдоҡ.

 Ҡурҡыуҙан артҡа сигенеү ваҡыты түгел ине. Баҫым көслө булыуға ҡарамаҫтан, бик әҙҙәр генә биреште. Ул ваҡыттарҙа үҙең менән партия билеты алып һәм партия значогы тағып йөрөү мотлаҡ ине. Был бик ауыр һынау булды, сөнки мәсихселәр сәйәси һорауҙарҙа нейтралитет һаҡлай. Значогы булмаған кешегә, дәүләт хеҙмәтен алырға рөхсәт ителмәне. Бынан тыш ундай кешенең хәрбиҙәр һәм полиция эҙәрлекләүенә дусар булыуы ихтимал ине. Ҡәрҙәштәрҙе — эштәренән, ә балаларҙы мәктәптән ҡыуҙылар. Йөҙәрләгән ҡәрҙәш төрмәгә ултыртылды. Был бигерәк ауыр ваҡыт ине. Шуға ҡарамаҫтан, Йәһүә шаһиттары һөйөнөслө хәбәр менән бүлешеүҙәрен дауам итте.

Беҙгә сыҙам булырға кәрәк ине

 Шул йылдарҙа беҙ Сузанн менән район һәм өлкә хеҙмәтендә күп ваҡыт үткәрҙек. Йыш ҡына алыҫ урынлашҡан ауылдарға йөрөнөк. Ауылдарҙағы тормош көтөлмәгән һынауҙарға бай булды. Беҙ бәләкәй генә һалам түшәмле өйҙәрҙә йәшәнек. Ундай өйҙәрҙә ятырға урын бик әҙ ине. Тәпәшәк ишек яңаҡтары аша үткәндә йыш ҡына башымды төкөй торғайным. Беҙ йылғанан йә шишмәнән алынған һыу менән йыуындыҡ. Ә кискеһен май шәм яҡтыһында уҡыныҡ. Ашарға күмерҙә әҙерләнек. Әммә беҙҙең өсөн был ысын миссионер тормошо ине! Беҙ шундай хеҙмәт өсөн килдек тә! Беҙ үҙебеҙҙе теократик хеҙмәттең беренсе сафтарында хис иттек.

 Урындағы Йәһүә шаһиттарының ғаиләләре менән бергә йәшәү, беҙҙе ғәҙәти нәмәләрҙе ҡәҙерләргә өйрәтте. Мәҫәлән, һыу, ризыҡ, кейем, йәшәү урыны менән ҡәнәғәт булырға өйрәндек (1 Тимофейға 6:8). Ә инде бынан тыш тағы нимәлер булһа — был беҙҙең өсөн бүләк ине. Беҙ әле лә шундай ҡараш һаҡлайбыҙ.

 Беҙ илсе Павел кисергән һынауҙарға юлыҡмаһаҡ та, ҡайһы берҙә иманыбыҙ һәм мотивтарыбыҙ һынала ине. Беҙгә юлһыҙ урындар йәки соҡор-саҡырлы юлдар буйлап йөрөргә тура килде. Ташлы юлдан барғанда һиңкей-һиңкей йөрөнөк. Ҡайһы саҡта машинабыҙ тәрән ҡомға, ә ямғырлы ваҡыттарҙа йәбешкәк бысраҡҡа бата торғайны. Бер көндө 70 саҡрым ғына үтә алдыҡ, сөнки машинабыҙҙы 12 тапҡыр ҡаҙып сығарырға тура килде.

Машинабыҙҙы ҡаҙып сығарабыҙ

 Әммә шундай ауыр шарттарҙа хеҙмәт иткәндә Йәһүәгә шул тиклем яҡын булыуыбыҙҙы тойҙоҡ. Хатта ситуацияны үҙгәртеп булмаған осраҡтарҙа ла Йәһүәнең ярҙамы менән, шатлыҡ юғалтмайынса, барыһын да кисереп сығып була икәнен белдек. Сузанн сәйәхәт итергә яратҡан кеше түгел, шулай ҙа ул бер ваҡытта ла зарланып ултырманы. Ул йылдарҙы беҙ бәхетле һәм файҙалы осор итеп иҫкә алабыҙ. Беҙ күп нәмәне аңланыҡ һәм күп нәмәгә өйрәндек.

 Беҙ Заирҙа йәшәгән саҡта мине бер нисә тапҡыр ҡулға алдылар. Бер тапҡыр хатта законһыҙ рәүештә алмас таштарын һатыуҙа ялған ғәйепләнеләр. Әлбиттә, беҙ бик борсолдоҡ, әммә үҙебеҙгә былай тинек: «Әгәр ҙә Йәһүә үҙе беҙгә биргән йөкләмәне үтәүебеҙҙе теләй икән, тимәк, ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡ». Һәм ул ярҙам итте лә!

Алға барабыҙ!

 1981 йылда беҙҙе Киншаса ҡалаһындағы Вефилгә хеҙмәт итергә саҡырҙылар. Бер йыл алдараҡ эшмәкәрлегебеҙ яңынан рәсми рәүештә рөхсәт ителгән ине. Ҡәрҙәштәр ҙурыраҡ филиал төҙөр өсөн ер һатып алды. Әммә көтөлмәгәндә 1986 йылдың март айында президент Йәһүә шаһиттарының эшмәкәрлеген тыйыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Төҙөлөш туҡталды һәм тиҙҙән миссионерҙарҙың күбеһе илдән китте.

Бер нисә йыл беҙ Заирҙағы филиалда хеҙмәт иттек

 Беҙ күпмелер ваҡытҡа ҡала алдыҡ. Беҙҙе күҙәтеп торғандарын белһәк тә, көсөбөҙҙән килгәнсә вәғәз эшен дауам иттек. Һаҡ булырға тырышыуыбыҙға ҡарамаҫтан, өйрәнеү үткәргән ваҡытта мине ҡулға алдылар. Мине зинданға оҡшаш бер бүлмәгә ултырттылар. Унда тотҡондар бик күп ине. Унда һаҫыҡ еҫ, эҫе, ҡараңғы һәм тынсыу булды. Яҡтылыҡ һәм саф һауа стенаның өҫкө өлөшөндәге бәләкәй генә тәҙрәнән инә ине. Бер нисә тотҡон мине һөйрәп, араларында баш итеп һайланған кеше янына алып барҙы. Ул миңә: «Илебеҙҙең гимнын башҡар!» — тип ҡушты. «Мин һеҙҙең гимнығыҙҙы белмәйем», — тинем мин. «Улай булғас, үҙеңдекен йырла», — тине ул миңә. «Мин уныһын да белмәйем», — тинем. Шунан улар мине 45 минут буйына стена янында баҫып торорға мәжбүр иттеләр. Бәхетемә күрә, ҡәрҙәштәрем ярҙамында мин иреккә сыҡтым.

Замбиялағы Вефилгә килгәндән һуң (1987 йыл)

 Илдәге хәлдең яҡшы яҡҡа үҙгәрмәйәсәге көн кеүек асыҡ ине һәм беҙҙе тиҙҙән Замбияға ебәрҙеләр. Сик аша үткәндә беҙ төрлө хистәр кисерҙек: бер яҡтан бойоҡтоҡ, ә икенсе яҡтан еңеллек тойҙоҡ. Беҙ Заирҙа башҡа тоғро миссионерҙар һәм урындағы ҡәрҙәштәр менән 18 йыл бергә хеҙмәт иттек. Унда тормош еңелдән булмаһа ла, фатихалар күп булды. Беҙ Йәһүәнең эргәбеҙҙә булғанын һәр ваҡыт тойҙоҡ. Беҙ суахили һәм француз телдәрен өйрәндек, ә Сузанн әҙерәк лингала телен дә өйрәнде. Беҙҙең менән Изге Яҙманы өйрәнгән кешеләрҙең 130-ҙан ашыуы һыуға сумдырылды. Был беҙҙең иң ҙур ҡыуанысыбыҙ! Шулай уҡ башҡалар менән бергә илдәге рухи үҫеш өсөн нигеҙ һалыуыбыҙ беҙгә ҙур ҡәнәғәтлек килтерҙе. Һәм үҫеш иҫ киткес булды! 1993 йылда Юғары суд 1986 йылғы тыйыуҙы ғәмәлдән сығарҙы, һәм хәҙер Конгола 240 000-дән ашыу Йәһүә шаһиты бар!

 Беҙ Замбияға 1987 йылда килдек. Шул ваҡыттан алып унда яңы филиал төҙөнөләр, һуңынан уны киңәйттеләр. Ә вәғәзселәр һаны өс тапҡырға артты!

Замбиялағы Вефиль

 Минең турала: «Ул бер ай ҙа пионер була алмаясаҡ», — тигәндәр ине, ләкин Йәһүәнең һәм ҡәҙерле ҡатыным Сузандың ярҙамы менән мин инде 65 йыл тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнашам! Зәбур 34:8-ҙә әйтелгәнсә, мин Йәһүәнең игелеген татыным һәм күрҙем.

 Беҙ Сузанн менән ябай кешеләр. Аллаға тоғро булыр өсөн һәм уға биргән вәғәҙәбеҙҙе үтәп йәшәр өсөн иң яҡшыһын эшләргә тырыштыҡ. Йәһүә беҙгә артабан да сигенмәҫкә һәм ғүмеребеҙҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәгенә тулыһынса ышанабыҙ (Еврейҙарға 10:39).

Беҙ Сузанн менән әле лә Замбиялағы филиалда хеҙмәт итәбеҙ

 «Дэрел һәм Сузанн Шарп. Беҙ Йәһүәгә ысын күңелдән хеҙмәт итергә вәғәҙә иткән инек» тигән видеояҙманы (тат.) ҡарағыҙ.