Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

147-СЕ ЙЫР

Вәғәҙә ителгән мәңгелек тормош

Вәғәҙә ителгән мәңгелек тормош

(Зәбур 37:29)

  1. 1. Мәңге йәшәй аласаҡбыҙ,

    Ер ожмахҡа әйләнер.

    Беҙ ихластан ышанабыҙ,

    Был тиҙҙән үтәлер.

    ҠУШЫМТА

    Беҙ мәңге йәшәрбеҙ —

    Һис тә шикләнмәйбеҙ.

    Бар вәғәҙәһен дә

    Үтәй Йәһүә.

  2. 2. Беҙ гонаһтан арынырбыҙ,

    Был ожмахта буласаҡ,

    Тыныслыҡҡа кинәнербеҙ,

    Ғазаптар бөтәсәк.

    ҠУШЫМТА

    Беҙ мәңге йәшәрбеҙ —

    Һис тә шикләнмәйбеҙ.

    Бар вәғәҙәһен дә

    Үтәй Йәһүә.

  3. 3. Хаҡ Аллабыҙ үлемде лә

    Мәңгегә юҡ итәсәк,

    Наҙ менән бар кешенең дә

    Күҙ йәшен һөртәсәк.

    ҠУШЫМТА

    Беҙ мәңге йәшәрбеҙ —

    Һис тә шикләнмәйбеҙ.

    Бар вәғәҙәһен дә

    Үтәй Йәһүә.

(Ишағ. 25:8; Лука 23:43; Яхъя 11:25; Асыл. 21:4-те лә ҡара.)