Уҡыу һәм өйрәтеү оҫталығын яҡшырт
Был брошюра уҡыу, һөйләү һәм өйрәтеү оҫталыҡтарыңды яҡшыртырға ярҙам итер өсөн сығарылған.
Етәксе кәңәшмәнең хаты
Беҙгә, кешелек ҡасан да булһа ишеткән хәбәрҙәрҙең иң мөһимен һөйләү вазифаһы тапшырылған.
2-СЕ ДӘРЕС
Һөйләм телен ҡуллан
Һөйләм телен ҡулланыу тыңлаусыларыңа үҙҙәрен иркен тойорға һәм уларҙың иғтибарын йәлеп итергә ярҙам итә.
3-СӨ ДӘРЕС
Һорауҙарҙы оҫта ҡуллан
Тыңлаусыларыңда ҡыҙыҡһыныу уятыр өсөн һәм төп фекерҙәрҙең мөһимлеген күрһәтер өсөн, әҙәпле һорауҙар бир.
4-СЕ ДӘРЕС
Изге Яҙманы уҡыр алдынан инеш һүҙ
Изге Яҙманан берәй өҙөктө уҡыр алдынан тыңлаусыларыңды уны үҙләштерергә нисек әҙерләргә икәнен аңларға тырыш.
6-СЫ ДӘРЕС
Изге Яҙманың өҙөктәрен аңлат
Изге Яҙманан уҡылған аят һәм яһалған һығымта араһындағы бәйләнеште асыҡ итеп күрһәт.
7-СЕ ДӘРЕС
Теүәл һәм ышаныслы мәғлүмәт
Тыңлаусыларыңа дөрөҫ һығымта яһарға ярҙам иткән ышаныслы мәғлүмәт килтер.
8-СЕ ДӘРЕС
Миҫалдар ярҙамында өйрәт
Тағы ла оҫтараҡ өйрәтер өсөн, йөрәккә тәьҫир иткән һәм мөһим хәҡиҡәттәргә өйрәткән ябай ғына миҫалдар килтер.
9-СЫ ДӘРЕС
Күргәҙмә әсбаптар
Тыңлаусыларың мөһим фекерҙәрҙе хәтерҙә ҡалдырһын өсөн күргәҙмә әсбаптар ҡуллан.
10-СЫ ДӘРЕС
Интонация
Эш итергә дәртләндерер өсөн һәм тойғоларға тәьҫир итер өсөн һөйләү тиҙлеген, тауыш көсөн һәм тонды үҙгәрт.
11-СЕ ДӘРЕС
Илһамланыу
Инанғанлығыңды белдерер өсөн һәм тыңлаусыларың әйткәндәреңә иғтибарлы булһын өсөн, илһамланып һөйлә.
12-СЕ ДӘРЕС
Йомшаҡ итеп һәм йылылыҡ менән һөйлә
Әгәр эскерһеҙ һөйләһәң, тыңлаусыларыңа битараф түгел икәнеңде күрһәтерһең.
13-СӨ ДӘРЕС
Материалдың файҙаһын күрһәт
Тыңлаусыларыңа һинең тема уларҙың тормоштары менән нисек бәйле икәнен аңларға ярҙам ит һәм белгәндәрҙе нисек ҡулланырға аңлатып бир.
14-СЕ ДӘРЕС
Төп фекерҙәргә баҫым яһа
Тыңлаусыларыңа фекерҙәреңдең ағышын күҙәтергә ярҙам ит һәм төп фекерҙәрҙең һәр береһе телмәрҙең маҡсаты һәм темаһы менән нисек бәйле икәнен асыҡ итеп күрһәт.
15-СЕ ДӘРЕС
Инанғанлыҡ менән һөйлә
Инанғанлыҡ менән һөйлә. Һүҙҙәреңдең дөрөҫлөгөнә һәм мөһимлегенә ысын күңелдән ышанғаныңды күрһәт.
16-СЫ ДӘРЕС
Ыңғай ҡараш һәм көс өҫтәгән һүҙҙәр
Тәнҡитләү урынына дәртләндер. Өмөт биргән Изге Яҙмалағы хәбәргә иғтибар ит.
17-СЕ ДӘРЕС
Аңлайышлы һөйлә
Тыңлаусыларыңа һөйләгәнеңдең мәғәнәһен аңларға ярҙам ит.Төп фекерҙәрҙе ҡыҫҡа һөйләмдәр менән еткерергә тырыш.
18-СЕ ДӘРЕС
Эстәлекле сығыш
Тыңлаусыларыңды уйланырға дәртләндер һәм мөһим нәмәләр хаҡында белергә ярҙам ит.
19-СЫ ДӘРЕС
Йөрәккә үтеп инерлек итеп һөйлә
Тыңлаусыларыңда изгелекле теләктәр уят һәм Йәһүәгә, Изге Яҙмаға ҡарата яратыу үҫтерергә ярҙам ит.
20-СЕ ДӘРЕС
Яҡшы йомғаҡлау
Яҡшы йомғаҡлау тыңлаусыларҙың хәтерҙә ҡалыр һәм уларҙы белгәндәре буйынса эш итергә дәртләндерер.
Уңыштарым
Уҡыу һәм өйрәтеү һәләтен үҫтергән һайын, өлгәшкән уңыштарыңды яҙып бар.