Изге Яҙмалар. Унда ниндәй хәбәр яҙылған?

Изге Яҙмаларҙың төп хәбәре ниндәй?

Ни өсөн Изге Яҙмаларҙағы хәбәрҙе белергә кәрәк?

Донъяла киң танылған китаптың, Изге Яҙмаларҙың, йөкмәткеһен ҡарап сығығыҙ.

1-СЕ БҮЛЕК

Алла кешене Ожмахҡа урынлаштыра

Нисек Изге Яҙмалар кешеләрҙең барлыҡҡа килтерелеүен тасуирлай? Алла беренсе кешеләргә ниндәй әмерҙәр биргән?

2-СЕ БҮЛЕК

Ожмах юғалтыла

Алла Әҙәм менән Һауаны яуапҡа тарттырғас, өмөт өсөн ниндәй нигеҙ биргән?

3-СӨ БҮЛЕК

Кешеләр Туфан һыуынан һуң иҫән ҡала

Нисек яуызлыҡ ер йөҙөндә таралған? Нисек Нух үҙенең тоғро булыуын күрһәткән?

4-се бүлек

Алла Ибраһим менән килешеү төҙөй

Ни өсөн Ибраһим Ҡынаанға күсенгән? Алла Ибраһим менән ниндәй килешеү төҙөгән?

5-се бүлек

Алла Ибраһим менән уның ғаиләһен фатихалай

Алла Ибраһимдан Исхаҡты ҡорбанға килтереүен һорап, нимәне аңлатҡан? Яҡуп үҙенең үлеме алдынан ниндәй пәйғәмбәрлек әйткән?

6-сы бүлек

Әйүп үҙ сафлығын һаҡлай

Нисек Әйүп китабы фәрештәләр һәм кешеләр Алланың юғары хакимлығын аҡлауҙа ҡатнаша ала икәнлеген күрһәтә?

7-се бүлек

Алла Исраил халҡын азат итә

Алла исраилдарҙы Мысыр ҡоллоғонан азат итер өсөн, Мусаны нисек ҡулланған? Ни өсөн исраилдар Ҡотҡарылыу, йәғни Пасха байрамын үткәрә башлаған?

8-се бүлек

Исраил халҡы Ҡынаан ерҙәренә инә

Исраилдар Ҡынаан ерҙәренә ингәндә, ни өсөн Йәһүә Рәхәб менән уның ғаиләһен ҡотҡарып ҡалған?

9-сы бүлек

Исраилдар үҙҙәренә батша һорайҙар

Исраилдар үҙҙәренә батша һорағас, Йәһүә Саулды батша итеп ҡуя. Ни өсөн Йәһүә Саул урынына Дауытты батша итеп билдәләгән?

10-сы бүлек

Сөләймәндең аҡыллы идара итеүе

Сөләймәндең ниндәй эштәре уның аҡыллы булыуын иҫбат иткән? Уның Алла юлдарынан ситкә тайпылыуы ниндәй һөҙөмтәләргә килтергән?

11-се бүлек

Алла иңдергән йырҙар йыуата һәм өйрәтә

Алланың үҙен яратҡандарға ярҙам иткәнен һәм уларҙы йыуатҡанын ниндәй мәҙхиәләр күрһәтә? Батша Йырҙарҙың йыры китабында нимә тураһында һөйләгән?

12-се бүлек

Алланың аҡыллы кәңәштәре

Ғибәртле һүҙҙәр һәм Вәғәзсе китаптарында яҙылған Алла кәңәштәре беҙгә нисек файҙа килтерә ала? Һәм нисек улар беҙҙе Аллаға таянып йәшәргә дәртләндерә ала? Быны ҡарап сығығыҙ.

13-сө бүлек

Яҡшы һәм насар батшалар

Ни өсөн Исраил ике батшалыҡҡа бүленгән?

14-се бүлек

Алла үҙ пәйғәмбәрҙәре аша һөйләй

Алла пәйғәмбәрҙәре ниндәй хәбәрҙәр иғлан иткән? Улар асыҡлаған дүрт теманы ҡарап сығығыҙ.

15-се бүлек

Әсирлектәге пәйғәмбәргә киләсәк тураһында күренештәр бирелә

Данилға Мәсих һәм Алла Батшалығы тураһында ниндәй күренештәр бирелгән?

16-сы бүлек

Мәсих килә

Йәһүә Ғайсаның Мәсих икәнлеген күрһәтер өсөн, фәрештәләрҙе һәм Сумдырыусы Яхъяны нисек ҡулланған? Нисек Йәһүә үҙ Улының Мәсих икәнлеген асыҡ итеп күрһәткән?

17-се бүлек

Ғайса Алла Батшалығы хаҡында өйрәтә

Ғайса вәғәзенең төп темаһы ниндәй булған? Ул үҙ идараһының мөхәббәткә һәм ғәҙеллеккә нигеҙләнәсәген нисек күрһәткән?

18-се бүлек

Ғайса мөғжизәләр эшләй

Ғайсаның мөғжизәләре уның көсө һәм ер өҫтөнән буласаҡ идараһы тураһында нимә асыҡлай?

19-сы бүлек

Ғайса киләсәк тураһында пәйғәмбәрлек итә

Ғайса илселәренә билдәне ниндәй маҡсат менән биргән?

20-се бүлек

Ғайса үлемгә хөкөм ителә

Үлемгә хөкөм ителеп, бағанаға ҡаҙаҡланғанға тиклем Ғайса нимәне ғәмәлгә индергән?

21-се бүлек

Ғайса тере!

Шәкерттәр Алланың Ғайсаны терелткәнен нисек аңлағандар?

22-се бүлек

Илселәр ҡурҡмайынса вәғәзләй

Илленсе көн байрамы ваҡытында нимә булған? Ғайса шәкерттәре вәғәзләй башлағас, дошмандар нимә эшләгән?

23-сө бүлек

Яҡшы хәбәр тарала

Паул Листра ҡалаһында ғәрип кешене һауыҡтырғас, нимә булған? Паул Римға нисек эләккән?

24-се бүлек

Паул йыйылыштарға хаттар яҙа

Паул йыйылыштар ойоштороуға ҡағылышлы ниндәй кәңәштәр биргән? Вәғәҙә ителгән тоҡом тураһында ул нимә әйткән?

25-се бүлек

Иман, тәртип һәм мөхәббәт тураһында кәңәштәр

Мәсихселәр имандарын нисек күрһәтә ала? Кеше Алланы ысын күңелдән яратҡанын нисек күрһәтә ала?

26-сы бүлек

Ерҙә яңынан Ожмах!

Нисек итеп Изге Яҙмаларҙа яҙылған хәбәр Асыш китабы менән тамамлана?

Изге Яҙмаларҙың төп хәбәре. Ҡабатлау

Йәһүә Ғайсаның Мәсих булып, ерҙә Ожмахты яңынан торғоҙасағын нисек әкренләп аса барған?

Изге Яҙмаларҙың ваҡыт графигы

Б. э. т. 4026-сы йылдан алып яҡынса б. э. 100-сө йылына тиклемге Изге Яҙмалар тарихының ваҡыт графигын ҡарап сығығыҙ.