4-СЕ БҮЛЕК
Аҡсаны нисек тотонорға?
«Кәңәшләшеп алғас, уй-ниәттәр тормошҡа аша» (Ғибрәтле һүҙҙәр 20:18).
Ғаиләләребеҙҙе бар кәрәклеһе менән тәьмин итер өсөн барыбыҙға ла аҡса кәрәк (Ғибрәтле һүҙҙәр 30:8). Изге Яҙмаларҙа әйтелгәнсә, «аҡса ла яҡлау бирә» (Вәғәзсе 7:12). Тормош иптәшегеҙ менән аҡса мәсьәләһе тураһында һөйләшеү ауыр булырға мөмкин, ләкин аҡсаға арағыҙҙы боҙорға юл ҡуймағыҙ (Эфестарға 4:32). Ир менән ҡатын бер-береһенә ышанып, аҡсаны нисек тотонорға икәнен бергә хәл итергә тейеш.
1. БЮДЖЕТ ТӨҘӨГӨҘ
ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Берегеҙ манара төҙөргә теләй, ти. Был эште башҡарып сығырға аҡсаһы етерме икәнен белер өсөн, әллә ул иң башта ултырып, сығымдарҙы иҫәпләп сығармаҫмы?» (Лука 14:28). Аҡсаны нисек тотонорға икәнлеген бергә планлаштырыу бик мөһим (Амос 3:3). Нимә һатып алырға кәрәклеген һәм быға күпме аҡса тотона алғанығыҙҙы ҡарап сығығыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 31:16). Аҡсаның булыуы берәй нәмәне мотлаҡ һатып алырға кәрәк тигәнде аңлатмай. Бурысҡа инмәҫкә тырышығыҙ. Аяҡты юрғанға ҡарап һуҙығыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 21:5; 22:7).
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
-
Ай аҙағында аҡса ҡалһа, уның менән нимә эшләргә икәнен бергәләшеп хәл итегеҙ
-
Әгәр аҡса етмәй ҡалһа, сығымдарҙы нисек кәметеп булғаны хаҡында уйлағыҙ. Мәҫәлән, ярым фабрикат һатып алғансы, ризыҡты үҙегеҙ әҙерләй алаһығыҙ
2. АСЫҠТАН-АСЫҠ ҺӨЙЛӘШЕГЕҘ
ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Йәһүә ҡаршыһында ла, кешеләр алдында ла бөтә нәмә тураһында намыҫ менән ҡайғыртабыҙ» (2 Көринттәргә 8:21). Күпме аҡса алғанығыҙҙы һәм күпме сарыф иткәнегеҙҙе тормош иптәшегеҙҙән йәшермәгеҙ.
Аҡсаға ҡағылышлы етди ҡарарҙар ҡабул иткәндә, һәр ваҡыт тормош иптәшегеҙ менән кәңәшләшегеҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:10). Аҡса мәсьәләһе тураһында асыҡ һөйләшеү ғаиләлә тыныслыҡ һаҡларға ярҙам итәсәк. Алған аҡсағыҙҙы үҙегеҙҙеке итеп түгел, ә уртаҡ аҡса итеп һанағыҙ (1 Тимутегә 5:8).
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
-
Һәр берегеҙ үҙ ҡарамағы буйынса күпме аҡса сарыф итә алғаны тураһында алдан һөйләшеп ҡуйығыҙ
-
Аҡса тураһында һөйләшер өсөн проблемаларҙың тыуғанын көтөргә кәрәкмәй