ҠУШЫМТА
Мастурбация. Был ғәҙәттән нисек арынырға?
Мастурбация, Алла хупламаған ғәҙәт, кешене боҙоҡ фекер йөрөтөүгә һәм үҙ теләктәрен генә ҡәнәғәтләндереп йәшәргә дәртләндерә *. Шулай уҡ был ғәҙәт арҡаһында кеше башҡаларҙы енси теләкте ҡәнәғәтләндерер өсөн «объект» итеп кенә ҡабул итә башлай. Уның өсөн енси яҡынлыҡ ике кешенең бер-береһенә ҡарата мөхәббәтен күрһәтер өсөн мөмкинлек түгел, ә ваҡытлы ләззәт килтергән һәм енси теләкте ҡәнәғәтләндергән рефлекс булып китә. Ләкин ундай ҡәнәғәтлек ваҡытлыса ғына. Ысынбарлыҡта мастурбация «фәхешлек, нәжес, енси нәфсе» кеүек тән теләктәрен үлтермәй, ә, киреһенсә, уларҙы ялҡынландырып ебәрә (Көләсәйҙәргә 3:5).
Илсе Паул былай тип яҙған: «Ҡәҙерле ҡәрҙәштәр... әйҙәгеҙ, тән менән рухты нәжесләй торған һәр нәмәнән үҙебеҙҙе сафландырайыҡ һәм... изгелегебеҙҙе камиллаштырайыҡ» (2 Көринттәргә 7:1). Был кәңәште тоторға ауыр булһа ла, бирешмә. Йәһүә һәр ваҡыт кисерергә һәм ярҙам итергә әҙер (Мәҙхиә 85:5; Лука 11:9—13). Йөрәгең һине хөкөм итә икән, һәм һин, ҡайһы ваҡыт рецидивтар булһа ла, был ғәҙәттән арыныр өсөн тырышлыҡтар ҡуяһың икән, был һиндә яҡшы ынтылыш бар икәнен күрһәтә. Шуны ла иҫтә тот: «Алла йөрәгебеҙҙән бөйөгөрәк һәм бар нәмәне белә» (1 Яхъя 3:20). Алла гөнаһтарыбыҙҙы ғына түгел, ә беҙҙең ниндәй кеше икәнебеҙҙе лә күрә. Шуға күрә ул беҙҙең шәфҡәтлек һорап ҡылған ҡайнар доғаларыбыҙҙы ҡыҙғаныу менән тыңлай. Берәй күңелһеҙ хәлгә эләккән бала атаһына йүгергән кеүек, һин дә Аллаға баҫалҡы һәм эскерһеҙ рәүештә арымай-талмай доға ҡылыуҙан туҡтама. Йәһүә саф выждан биреп, һине фатихалаясаҡ (Мәҙхиә 50:3—14, 19; Ишағия 1:18). Әлбиттә, һиңә үҙ доғаларың буйынса эш итергә кәрәк. Мәҫәлән, порнографияның һәр төрөн кире ҡағырға һәм боҙоҡ кешеләр менән аралашыуҙан ҡасырға кәрәк *.
Был ғәҙәтеңде ташлай алмаһаң, зинһар, мәсихсе атайың йә әсәйең менән йәки рухи яҡтан етлеккән һәм ҡайғыртыусан дуҫың менән һөйләш (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:8, 9; 1 Тессалуникиҙарға 5:14; Титусҡа 2:3—5) *.
^ 1 абз. Мастурбация — енси тойғоно ҡәнәғәтләндерер өсөн үҙ енси ағзаңды иркәләү.
^ 2 абз. Компьютер ҡуллыныуҙы күҙәтеү аҫтына алыр өсөн, күп ғаиләләр бындай практик аҙым яһайҙар: компьютерҙы күренгән урынға ҡуялар. Өҫтәүенә, ҡайһы берәүҙәр кәрәкмәгән мәғлүмәттән таҙартҡан компьютер программаларын һатып ала. Шулай ҙа бер программа ла тулы яҡлау бирә алмай.
^ 1 абз. Мастурбация ғәҙәтенән арынырға ярҙам иткән файҙалы кәңәштәрҙе 2006 йылдың ноябрь һанындағы «Уянығыҙ!» (урыҫ) журналының «Йәштәрҙең һорауҙары» рубрикаһында «Был ғәҙәттән нисек арынырға?» тигән мәҡәләлә һәм «Һорауҙарыңа яуаптар» (урыҫ) китабының 1-се томында, 178—182-се биттәрҙә табып була.