Алланан килгән һөйөнөслө хәбәр

Алланан килгән хәбәр нимә тураһында? Ни өсөн беҙ уға ышана алабыҙ? Ошо брошюра йыш бирелә торған рухи һорауҙарға яуап табырға ярҙам итәсәк.

Был брошюраны нисек ҡулланырға?

Ошо брошюра ярҙамында һеҙ Аллаһы Тәғәлә хаҡында туранан-тура уның Һүҙенән — Изге Яҙманан белә алаһығыҙ. Үҙегеҙҙең Изге Яҙмағыҙҙан килтерелгән аяттарҙы нисек табып булыуын белегеҙ.

БҮЛЕК 1

Һөйөнөслө хәбәр нимә тураһында?

Алланан килгән һөйөнөслө хәбәр нимә ул, ни өсөн был хәбәр шул тиклем мөһим һәм беҙ нимә эшләргә тейеш икәнен белегеҙ.

БҮЛЕК 2

Алла кем ул?

Алланың исеме бармы, ул беҙҙең хаҡта ҡайғыртамы?

БҮЛЕК 3

Изге Яҙма ысындан да Алла Һүҙеме?

Изге Яҙманың ышанысҡа лайыҡ икәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

БҮЛЕК 4

Ғайса пәйғәмбәр кем ул?

Ғайса ни өсөн үлгән, йолом нимә ул, Ғайсаның хәҙер нимә эшләүен белегеҙ.

БҮЛЕК 5

Алланың ергә ҡарата ниәте ниндәй?

Изге Яҙмала Алланың ни өсөн ерҙе барлыҡҡа килтергәне, ғазаптар ҡасан бөтәсәге, ерҙе ниндәй киләсәк көтә икәне һәм ожмахта кемдәр йәшәйәсәге хаҡында әйтелә.

БҮЛЕК 6

Үлгәндәр өсөн ниндәй өмөт бар?

Үлһәк, беҙҙең менән нимә булыр? Үлгән ғәзиз кешеләребеҙ менән ҡабат осраша алырбыҙмы?

БҮЛЕК 7

Алла Батшалығы нимә ул?

Алла Батшалығының Батшаһы кем, һәм был Батшалыҡ ниҙәр башҡарасаҡ?

БҮЛЕК 8

Ни өсөн Алла ғазаптарға һәм яуызлыҡҡа юл ҡуя?

Яуызлыҡ нисек барлыҡҡа килгән, һәм ни өсөн Алла уны һаман да бөтөрмәй? Ғазаптар берәй ҡасан бөтөрмө?

БҮЛЕК 9

Ғаилә бәхете нимәнән тора?

Йәһүә — бәхетле Алла — бөтә ғаиләләрҙең дә бәхетле булыуын теләй. Изге Яҙмала ирҙәр, ҡатындар, ата-әсәләр һәм балалар өсөн кәңәштәр бар.

БҮЛЕК 10

Аллаға алып барған юлды нисек табырға?

Аллаға алып барған юл берәү генәме? Хаҡ юлды табырға ярҙам иткән биш билдәне тикшерегеҙ.

БҮЛЕК 11

Изге Яҙмалағы әмерҙәр беҙгә нисек ярҙам итә?

Ғайса пәйғәмбәр беҙҙең ни өсөн етәкселеккә мохтаж булыуыбыҙҙы һәм Изге Яҙмалағы ниндәй ике әмерҙең иң мөһим икәнен аңлатҡан.

БҮЛЕК 12

Аллаға нисек яҡынлашып була?

Ошо һорауҙарға яуаптар табығыҙ: Алла бөтә доғаларҙы ла тыңлаймы? Нисек доға ҡылырға кәрәк? Аллаға яҡынлашырға тағы нимә ярҙам итер?

БҮЛЕК 13

Диндәр менән нимә буласаҡ?

Бар кеше, берҙәм ғаилә булып, берҙән-бер хаҡ Аллаға табынасаҡ ваҡыт етерме?

БҮЛЕК 14

Алланың ойошмаһы бармы?

Изге Яҙмала ысын мәсихселәрҙең нисек һәм ниндәй маҡсат менән ойошторолғаны хаҡында һүҙ бара.

БҮЛЕК 15

Ни өсөн Алла хаҡында артабан да белем алырға кәрәк?

Алла тураһында белемегеҙ башҡаларға нисек ярҙам итә ала? Изге Яҙманы өйрәнеү ниндәй мөмкинлек аса?