Яхъя. Йөкмәтке 19:1—42

  • Ғайсаны ҡамсылайҙар, унан мыҫҡыллап көләләр (1—7)

  • Пилат ҡабат Ғайсанан һорау ала (8—16а)

  • Ғайсаны Голгофала бағанаға ҡаҙаҡлайҙар (16б—24)

  • Ғайса Яхъянан әсәһе тураһында ҡайғыртыуын үтенә (25—27)

  • Ғайсаның үлеүе (28—37)

  • Ғайсаны ҡәбергә һалыу (38—42)

19  Шунан һуң Пилат Ғайсаны ҡамсыларға ҡушты. 2  Ә ғәскәриҙәр сәнскәктән таж үреп, Ғайсаның башына һалдылар, уға ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге* ябынса* кейҙерҙеләр. 3  Улар уның янына килеп: «Йәшәһен йәһүдтәр батшаһы!» — тиә-тиә, яңаҡтарына һуҡтылар. 4  Пилат тағы сығып, халыҡҡа: «Ҡарағыҙ! Мин уны ғәйепләрлек бер сәбәп тә тапмайым. Һеҙ быны белһен тип, уны алдығыҙға сығарам», — тине. 5  Шунда башына сәнскеле таж, өҫтөнә ҡуйы ҡыҙыл ябынса кейҙерелгән Ғайса сығып баҫты. Пилат халыҡҡа: «Бына ул кеше!» — тине. 6  Ләкин өлкән руханиҙар һәм һаҡсылар, Ғайсаны күргәс: «Уны бағанаға ҡаҙаҡла! Бағанаға!» — тип ҡысҡыра башланылар. Пилат уларға: «Уны алып китеп, үҙегеҙ ҡаҙаҡлағыҙ, сөнки мин уның бер ғәйебен дә күрмәйем», — тине. 7  Йәһүдтәр уға: «Беҙҙең ҡануныбыҙ бар, һәм ҡанун буйынса ул үлергә тейеш, сөнки үҙен Алла улы тип атаны», — тип яуап бирҙеләр. 8  Быны ишеткәс, Пилат тағы ла нығыраҡ ҡурҡты. 9  Ул йәнә һарайға кереп, Ғайсанан: «Һин ҡайҙан килдең?» — тип һораны. Әммә Ғайса уға яуап бирмәне. 10  Шунда Пилат уға: «Минең менән һөйләшергә теләмәйһеңме? Һине азат итергә лә, бағанаға ҡаҙаҡлатырға ла хакимлығым барлығын белмәйһеңме әллә?» — тине. 11  «Әгәр һиңә юғарынан бирелмәгән булһа, минең өҫтөмдән бер ниндәй хакимлығың булмаҫ ине. Шуға мине һинең ҡулыңа тапшырған кешенең гонаһы ҙурыраҡ», — тине уға Ғайса. 12  Пилат тағы Ғайсаны азат итеү әмәлен табырға тырышты. Ләкин йәһүдтәр: «Уны азат итһәң, ҡайсарға* дуҫ түгелһең. Үҙен батша тип иғлан иткән һәр кем ҡайсарға ҡаршы сыға*», — тип ҡысҡырҙылар. 13  Быны ишеткәс, Пилат Ғайсаны алып сыҡты ла Таш майҙансыҡ (еврейса «Ғабата») тип аталған ерҙә урынлашҡан хөкөм итеү урынына ултырҙы. 14  Ҡотҡарылыу байрамына әҙерләнеү көнө, төш тирәһе* ине. Пилат йәһүдтәргә: «Бына батшағыҙ!» — тине. 15  Ләкин улар: «Үлтер уны! Үлтер! Бағанаға ҡаҙаҡла!» — тип ҡысҡырҙылар. Ул: «Батшағыҙҙы ҡаҙаҡларғамы?» — тине. Өлкән руханиҙар: «Беҙҙең ҡайсарҙан* башҡа батшабыҙ юҡ», — тип яуапланы. 16  Шунда Пилат Ғайсаны, бағанаға ҡаҙаҡлаһындар өсөн, уларға тапшырҙы. Уны алып киттеләр. 17  Ғайса үҙенең яфаланыу бағанаһын Баш һөйәге (еврейса «Голго́фа») тип аталған урынға тиклем күтәреп барҙы. 18  Унда уны бағанаға ҡаҙаҡланылар. Уның эргәһендә, ике яғынан, тағы ике кеше бағаналарға ҡаҙаҡланған ине, ә Ғайса уртала ине. 19  Пилат ҡушҡанса, «Назаралы Ғайса, йәһүдтәр батшаһы» тигән яҙыу яҙып, бағанаға ҡағып ҡуйҙылар. 20  Ул яҙыуҙы күп еврейҙар уҡыны, сөнки Ғайса ҡаҙаҡланған ер ҡаланан йыраҡ түгел ине, ә яҙыу еврей, латин һәм грек телдәрендә ине. 21  Йәһүдтәрҙең өлкән руханиҙары Пилатҡа: «„Йәһүдтәр батшаһы“ тип яҙма. Ул үҙе әйткәнсә, „Мин — йәһүдтәр батшаһы“ тип яҙ», — тинеләр. 22  Ләкин Пилат: «Нимә яҙҙым, шуны яҙҙым инде», — тип яуап бирҙе. 23  Ә ғәскәриҙәр, Ғайсаны бағанаға ҡаҙаҡлағас, уның өҫ кейемен алып, дүрткә бүлделәр, һәр береһенә берәр өлөш тейҙе. Шулай уҡ уның эске кейемен алдылар, ләкин ул йөйһөҙ, бер бөтөн туҡыманан ине. 24  Шуға күрә улар бер-береһенә: «Быны йыртмайыҡ, ә кемгә эләгерен хәл итер өсөн, йәрәбә һалайыҡ», — тинеләр. Шулай итеп Яҙмаларҙағы: «Үҙ-ара кейемемде бүлештеләр һәм эс кейемем өсөн йәрәбә һалдылар», — тигән һүҙҙәр үтәлде. Ғәскәриҙәр тап шулай эшләне лә. 25  Ғайса ҡаҙаҡланған бағана янында уның әсәһе һәм әсәһенең һеңлеһе, шулай уҡ Клүпәстең ҡатыны Мәрйәм һәм Мағдалалы Мәрйәм торалар ине. 26  Ғайса әсәһен һәм уның эргәһендә торған яратҡан шәкертен күреп: «Әсәй, хәҙер ул һинең улың!» — тине. 27  Шунан шәкертенә: «Хәҙер ул һинең әсәйең!» — тине. Шул ваҡыттан шәкерт уны үҙенең өйөнә алды. 28  Шунан һуң, инде барыһының да тормошҡа ашҡанын белеп, Ғайса: «Һыуһаным», — тине һәм шулай итеп Яҙмаларҙағы һүҙҙәрҙе үтәне. 29  Шул урында әсе шарап тултырылған һауыт тора ине. Яҡын тирәләге кешеләр иссоп* сыбығына әсе шарап һеңдерелгән губканы кейҙереп, уның ауыҙына терәнеләр. 30  Ғайса, әсе шарапты татып ҡарағас: «Тормошҡа ашты!» — тине лә башын эйеп, үлде. 31  Был Шәмбегә әҙерләнеү көнө* ине, шуға йәһүдтәр шәмбе көндө (ә ул бөйөк шәмбе ине) кәүҙәләрҙе бағаналарҙа ҡалдырырға теләмәне. Шуға улар Пилаттан бағаналарға ҡаҙаҡланғандарҙың аяҡтарын һындырып, кәүҙәләрен алып ҡуйыуын һораны. 32  Шунда ғәскәриҙәр килеп, Ғайса янында ҡаҙаҡланғандарҙың тәүҙә береһенең, шунан икенсеһенең аяҡтарын һуғып һындырҙы. 33  Ғайса янына килгәс, уның инде үлгәнен күреп, аяҡтарын һындырмаҫҡа булдылар. 34  Ғәскәриҙәрҙең береһе һөңгө менән Ғайсаның ҡабырғаһына сәнсте, унан шунда уҡ ҡан менән һыу ағып сыҡты. 35  Был турала быны күргән кеше шаһитлыҡ ҡыла, уның шаһитлығы хаҡ. Ул һөйләгәндәренең хаҡ икәнен белә, һәм ул быларҙы һеҙ ҙә ышанһын өсөн һөйләй. 36  Был хәлдәр Яҙмаларҙағы: «Уның бер һөйәге лә һындырылмаҫ», — тип яҙылған һүҙҙәр үтәлһен өсөн булды. 37  Ә Яҙмаларҙың башҡа урынында: «Улар үҙҙәре сәнскән кешегә ҡарап торор», — тип әйтелә. 38  Шунан һуң сығышы менән Ариматайҙан булған Йософ Пилаттан Ғайсаның кәүҙәһен алып китергә рөхсәт һораны. Ул Ғайсаның шәкерте ине, әммә йәһүдтәрҙән ҡурҡҡанға, быны йәшереп йөрөй ине. Пилат рөхсәт иткәс, ул кәүҙәне барып алды. 39  Шулай уҡ бер ваҡыт Ғайсаға төндә килгән Ниҡәдим дә килде. Ул 30 килограмм тирәһе* мирра менән алоэ ҡатышмаһы* килтерҙе. 40  Улар Ғайсаның кәүҙәһен алып, йәһүдтәрҙең ерләү йолаһы буйынса, уны хуш еҫле үләндәр менән бергә етен кәфенгә уранылар. 41  Ғайса бағанаға ҡаҙаҡланған урын эргәһендә — бер баҡса, ә баҡсала бығаса бер кем дә һалынмаған яңы ҡәбер бар ине. 42  Йәһүдтәрҙең Шәмбегә әҙерләнеү көнө булғанға һәм был ҡәбер яҡын урынлашҡанға, Ғайсаны шунда һалдылар.

Төшөрмәләр

Йәғни пурпур төҫөндәге.
Йәғни мантия.
Йәғни цезарға.
Һүҙмә-һүҙ «ҡаршы һөйләй».
Һүҙмә-һүҙ «сәғәт алтынсы тирәһе (ҡояш сыҡҡандан алып)».
Йәғни цезарҙан.
Йәғни 100 рим фунты. Бер рим фунты 327 грамға тиң.
Йә, бәлки, «төргәге».