Яхъя. Йөкмәтке 14:1—31

  • Атаға Ғайса аша ғына килеп була (1—14)

    • «Мин — юл, хәҡәҡәт һәм тормош» (6)

  • Ғайса Атаһының изге рух бирәсәге тураһында вәғәҙә бирә (15—31)

    • «Атам минән бөйөгөрәк» (28)

14  «Күңелдәрегеҙ хафаланмаһын. Аллаға ышанығыҙ һәм миңә ышанығыҙ. 2  Атамдың йортонда йәшәр урындар* күп. Шулай булмаһа, һеҙгә әйтер инем, сөнки мин һеҙгә йәшәргә урын әҙерләргә барам. 3  Ә мин барып, һеҙгә урын әҙерләгәс, һеҙ ҙә мин булған ерҙә булһын өсөн, кире килеп, һеҙҙе үҙемә алырмын. 4  Һеҙ мин барған ергә юлды беләһегеҙ». 5  Тамас Ғайсаға: «Хужам, беҙ һинең ҡайҙа барғаныңды белмәйбеҙ. Унда барыр юлды ҡайҙан беләйек?» — тине. 6  Ғайса: «Мин — юл, хәҡиҡәт һәм тормош, — тине. — Атаға минең аша ғына килеп була. 7  Әгәр һеҙ мине беләһегеҙ икән, Атамды ла беләһегеҙ. Хәҙер һеҙ уны беләһегеҙ һәм уны күрҙегеҙ инде». 8  «Хужам, беҙгә Атаны күрһәт, беҙгә шул етер», — тине Филип уға. 9  Ғайса уға былай тип яуап бирҙе: «Мин инде шул тиклем күп ваҡыт һеҙҙең менән, Филип, ә һин һаман да мине белмәйһеңме? Мине күргән кеше Атаны ла күргән була. Ни өсөн һуң һин, беҙгә Атаны күрһәт, тиһең? 10  Әллә һин минең Ата менән берҙәмлектә һәм Атаның минең менән берҙәмлектә икәненә ышанмайһыңмы? Мин һеҙгә әйткәндәрҙе үҙемдән сығып әйтмәйем, ә минең менән берҙәмлектә булған Ата минең аша үҙенең ихтыярын үтәй. 11  Мин Ата менән берҙәмлектә һәм Ата минең менән берҙәмлектә, тип әйткәнемә ышанығыҙ. Әгәр әйткәнемә ышанмаһағыҙ, уның ихтыяры буйынса ҡылған эштәремә ышанығыҙ. 12  Шикләнмәгеҙ, миңә инанған кеше мин башҡарған эштәрҙе, хатта уларға ҡарағанда ҙурыраҡтарын да башҡарыр, сөнки мин Атаға барам. 13  Минең исемемдән нимә генә һораһағыҙ ҙа, мин быны эшләрмен. Шунда Ата үҙенең Улы аша данланыр. 14  Минең исемемдән берәй нәмә һораһағыҙ, мин быны эшләрмен. 15  Әгәр мине яратһағыҙ, әмерҙәремде үтәрһегеҙ. 16  Мин Атанан һорармын, һәм ул һеҙҙең менән мәңге буласаҡ бүтән ярҙамсыны* 17  хәҡиҡәт рухын бирер. Донъя уны ала алмай, сөнки уны күрмәй ҙә, белмәй ҙә. Һеҙ иһә уны беләһегеҙ, сөнки ул һеҙҙең менән һәм һеҙҙә. 18  Мин һеҙҙе йәтим ҡалдырмам, мотлаҡ һеҙгә килермен. 19  Тағы бер аҙ ваҡыт үтер, һәм донъя мине бүтән күрмәҫ, ә һеҙ мине күрерһегеҙ, сөнки мин йәшәйем һәм һеҙ ҙә йәшәрһегеҙ. 20  Шул көндө минең — Атам менән, үҙегеҙҙең — минең менән һәм минең һеҙҙең менән берҙәмлектә икәнемде белерһегеҙ. 21  Кем әмерҙәремде танып, уларҙы үтәй, шул мине ярата. Ә кем мине ярата, шуны Атам яратыр, мин дә уны яратырмын һәм уға асылырмын». 22  Шунда Йәһүҙә (Искариот түгел) уға: «Хужам, ни өсөн һин донъяға түгел, ә беҙгә асылырға йыйынаһың?» — тине. 23  Ғайса былай тип яуап бирҙе: «Кем мине ярата, шул минең һүҙҙәремде тотор, һәм Атам уны яратыр. Беҙ Ата менән уға килеп, уның менән бергә йәшәрбеҙ*. 24  Кем мине яратмай, шул минең һүҙҙәремде тотмай. Һеҙ ишеткән һүҙҙәр минеке түгел, ә мине ебәреүсе Атаныҡы. 25  Мин һеҙгә быларҙың барыһын әле һеҙҙең менән булған сағымда һөйләйем. 26  Ата минең исемем хаҡына ебәрәсәк ярҙамсы, изге рух, һеҙҙе барыһына өйрәтер һәм мин һеҙгә һөйләгәндәрҙең барыһын иҫегеҙгә төшөрөр. 27  Мин һеҙгә тыныслыҡ ҡалдырам, үҙемдең тыныслығымды һеҙгә бирәм. Мин һеҙгә биргән тыныслыҡ был донъя биргән тыныслыҡтан айырылып тора. Күңелегеҙҙе хәүеф биләп алмаһын, ҡурҡмағыҙ. 28  „Мин китәм һәм һеҙгә кире килермен“ тигәнемде ишеттегеҙ. Әгәр мине яратһағыҙ, Атам янына барыуыма ҡыуанырһығыҙ, сөнки Атам минән бөйөгөрәк. 29  Был тормошҡа ашҡас, һеҙ минең һүҙҙәремә ышанһын өсөн, мин был турала һеҙгә алдан әйттем. 30  Инде һеҙҙең менән оҙаҡ һөйләшмәм, сөнки был донъяның хакимы килә. Уның минең өҫтөмдән хакимлығы юҡ. 31  Ләкин донъя Атаны яратҡанымды белергә тейеш, шуға күрә мин Атам ҡушҡанса эш итәм. Тороғоҙ, китәйек бынан.

Төшөрмәләр

Йәки «торлаҡтар».
Йәки «йыуатыусыны».
Йәки «унда үҙебеҙгә торлаҡ ҡорорбоҙ».