Матфай яҙған 13:1—58

  • БАТШАЛЫҠ ТУРАҺЫНДА МИҪАЛДАР (1—52)

    • Орлоҡ сәскән кеше (1—9)

    • Ни өсөн Ғайса миҫалдар менән һөйләй? (10—17)

    • Ғайса орлоҡ сәскән кеше тураһындағы миҫалды аңлата (18—23)

    • Бойҙай һәм ҡый үләне (24—30)

    • Горчица орлоғо һәм әсетке (31—33)

    • Миҫал ярҙамында һөйләп, Ғайса пәйғәмбәрлекте үтәй (34, 35)

    • Ғайса бойҙай һәм ҡый үләне тураһындағы миҫалды аңлата (36—43)

    • Йәшерелгән хазина һәм ҡиммәтле ынйы (44—46)

    • Ау (47—50)

    • Яңы һәм иҫке нәмәләр (51, 52)

  • Тыуған яғында Ғайсаны ҡабул итмәйҙәр (53—58)

13  Шул көндө Ғайса өйҙән сығып, диңгеҙ буйына килеп ултырҙы. 2  Уның янына бик күп кеше йыйылды, шуға күрә ул кәмәгә инеп ултырҙы, ә бөтә халыҡ яр буйында баҫып торҙо. 3  Ғайса миҫалдар ярҙамында уларҙы күп нәмәләргә өйрәтә башланы: «Бер кеше орлоҡ сәсергә сыҡҡан. 4  Ул сәсеп йөрөгәндә, орлоҡтарҙың ҡайһы берҙәре юл буйына төшкән. Ҡоштар осоп килеп, уларҙы сүпләп бөтөргән. 5  Орлоҡтарҙың ҡайһы берҙәре тупрағы әҙ булған ташлы урынға төшкән һәм, тупрағы йоҡа булғанға, шунда уҡ шытып сыҡҡан. 6  Әммә ҡояш сығып ҡыҙҙыра башлағас, тамыр йәймәгәнлектән, үҫентеләр ҡороған. 7  Ҡайһы бер орлоҡтар сәнскәк араһына төшкән. Сәнскәк үҫеп, үҫентеләрҙе баҫып алған. 8  Ә ҡайһылары, яҡшы ергә төшөп, уңыш килтергән: берәүҙәре — йөҙләтә, икенселәре — алтмышлата, өсөнсөләре утыҙлата уңыш биргән. 9  Ҡолағы булғандар тыңлаһын». 10  Шунда уның янына шәкерттәре килеп: «Нишләп уларға миҫалдар менән һөйләйһең?» — тип һораны. 11  Ул былай тип яуапланы: «Һеҙгә күктәр Батшалығының изге серҙәре асып бирелгән, ә уларға асылмаған. 12  Кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, һәм уның артығы менән булыр. Ә кемдеке юҡ, унан хатта булғаны ла тартып алыныр. 13  Шуға күрә мин улар менән миҫалдар ҡулланып һөйләшәм дә, сөнки улар ҡарайҙар, ләкин күрмәйҙәр, тыңлайҙар, ләкин ишетмәйҙәр ҙә, аңламайҙар ҙа. 14  Уларҙа Ишағыяның бындай пәйғәмбәрлеге үтәлә: „Тыңлауын тыңларһығыҙ, әммә мәғәнәһенә төшөнмәҫһегеҙ, ҡарауын ҡарарһығыҙ, әммә күрмәҫһегеҙ. 15  Сөнки был халыҡтың күңеле тупаҫланған. Ҡолаҡтары ишетә, ләкин улар тыңламай. Бер ни күрмәҫ һәм ишетмәҫ өсөн, улар күҙҙәрен йомған һәм ҡолаҡтарын ҡаплаған. Шуға күрә улар үҙҙәренән нимә талап ителгәнен аңламай һәм, мин уларҙы һауыҡтырһын өсөн, миңә ҡайтмай“. 16  Ә һеҙ бәхетле, сөнки күҙҙәрегеҙ күрә һәм ҡолаҡтарығыҙ ишетә. 17  Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: күп пәйғәмбәрҙәр һәм тәҡүә кешеләр һеҙ күргәнде күрергә теләгән, әммә күрмәгән, һеҙ ишеткәнде ишетергә теләгән, әммә ишетмәгән. 18  Ә хәҙер сәсеүсе тураһындағы миҫалдың нимә аңлатҡанын тыңлағыҙ. 19  Орлоҡтарҙың юл буйына төшөүе шуны аңлата: кеше Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙе ишетә, ләкин мәғәнәһенә төшөнмәй, һәм Иблис* килеп, уның йөрәгенә сәселгәнде урлап китә. 20  Орлоҡтарҙың ташлы ергә төшөүе шуны аңлата: кеше хәбәрҙе ишетеп, уны шунда уҡ шатлыҡ менән ҡабул итә. 21  Ләкин хәбәр уның йөрәгендә тамыр йәймәй, шуға күрә ул күпмелер ваҡыт ышана, ә хәбәр арҡаһында ауырлыҡтар һәм эҙәрләүҙәр башланғас, шунда уҡ иманын юғалта. 22  Орлоҡтарҙың сәнскәк араһына төшөүе шуны аңлата: кеше хәбәрҙе ишетә, ләкин был донъя* мәшәҡәттәре һәм алдатҡыс байлыҡ хәбәрҙе баҫып ала, һәм ул уңыш бирмәй. 23  Орлоҡтарҙың яҡшы ергә төшөүе иһә кешенең хәбәрҙе ишетеп, уның мәғәнәһенә төшөнөүен һәм уңыш килтереүен аңлата: береһе — йөҙләтә, икенсеһе — алтмышлата, өсөнсөһө утыҙлата уңыш бирә». 24  Ғайса уларға тағы бер миҫал килтерҙе: «Күктәр Батшалығы баҫыуына яҡшы орлоҡтар сәскән кешегә оҡшаш. 25  Әммә барыһы ла йоҡлағанда, уның дошманы килеп, бойҙай араһына ҡый үләне сәсеп киткән. 26  Үҫентеләр күтәрелеп, башаҡ ебәргәс, ҡый үләне лә күренә башлаған. 27  Баҫыуҙың хужаһына хеҙмәтселәре килеп: „Хужа, һин бит баҫыуыңа яҡшы орлоҡтар сәскәйнең, унда ҡый үләне ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң?“ — тип һораған. 28  Хужа уларға: „Быны минең дошманым эшләгән“, — тигән. „Теләйһеңме, беҙ барып, ҡый үләнен утайбыҙ?“ — тип һораған улар. 29  Ул былай тигән: „Юҡ, утамағыҙ, юғиһә ҡый үләне менән бергә яңылыш бойҙайҙы ла йолҡоп ҡуйырһығыҙ. 30  Ураҡҡа тиклем бергә үҫһендәр, ә ураҡ ваҡытында мин ураҡсыларға: „Тәүҙә ҡый үләнен йолҡоп, яндырыр өсөн бәйләмдәргә бәйләгеҙ, ә шунан бойҙайҙы йыйып келәтемә һалығыҙ“, — тип әйтермен“». 31  Ғайса уларға тағы бер миҫал килтерҙе: «Күктәр Батшалығы кеше үҙенең баҫыуына сәскән горчица орлоғона оҡшаш. 32  Ул бөтә орлоҡтарҙан вағыраҡ булһа ла, үҫкәс, баҡса үҫемлектәренең иң ҙуры булып, ағасҡа әйләнә. Ҡоштар осоп килеп, уның ботаҡтарында оя ҡора». 33  Ул тағы бер миҫал килтерҙе: «Күктәр Батшалығы әсеткегә оҡшаш. Ҡатын кеше уны алып, өс табаҡ* ондан ҡамыр баҫып ҡуйған, һәм бөтә ҡамыр күтәрелгән». 34  Быларҙың барыһын Ғайса кешеләргә миҫалдар ярҙамында һөйләне, ул улар менән миҫалһыҙ һөйләшмәне. 35  Шулай итеп пәйғәмбәр аша әйтелгән бындай һүҙҙәр үтәлде: «Миҫалдар ҡулланып һөйләрмен, донъяға нигеҙ һалынғандан* бирле йәшерен булғанды хәбәр итермен». 36  Шунан Ғайса халыҡты ебәреп, өйгә инде. Уның янына шәкерттәре килеп: «Баҫыуҙағы ҡый үләне хаҡындағы миҫалды беҙгә аңлатып бирсе», — тип үтенде. 37  Ғайса былай тине: «Яҡшы орлоҡтар сәскән кеше — Әҙәм Улы, 38  баҫыу — ул донъя, яҡшы орлоҡтар — Батшалыҡ улдары, ә ҡый үләне — Иблистең* улдары, 39  уларҙы сәскән дошман — Иблис, ураҡ ваҡыты — был замандың һуңғы көндәре*, ә ураҡсылар — фәрештәләр. 40  Ҡый үләнен йыйып утта яндырған кеүек, был замандың һуңғы көндәрендә лә шулай булыр. 41  Әҙәм Улы үҙ фәрештәләрен ебәрер, һәм улар уның Батшалығынан гонаһҡа этәреүселәрҙең һәм яуызлыҡ ҡылыусыларҙың барыһын йыйып алып, 42  утлы мейескә ташлар. Унда улар үкереп илар һәм тештәрен шығырлатыр. 43  Ә тәҡүәләр ул ваҡытта Аталарының Батшалығында ҡояштай балҡып торор. Ҡолағы булғандар тыңлаһын. 44  Күктәр Батшалығы яланда йәшерелгән хазинаға оҡшаш. Берәү уны табып алған да ҡабат йәшергән. Ул шул тиклем ҡыуанған, хатта барып, үҙенең бөтә нәмәһен һатҡан да шул яланды һатып алған. 45  Күктәр Батшалығы шулай уҡ донъя гиҙеп, юғары сифатлы ынйылар эҙләп йөрөгән сауҙагәргә оҡшаш. 46  Бик ҡиммәтле бер ынйы тапҡас, ул шунда уҡ үҙенең бөтә нәмәһен һатҡан да уны һатып алған. 47  Күктәр Батшалығы шулай уҡ диңгеҙгә һалынған һәм төрлө-төрлө балыҡ эләктергән ауға оҡшаш. 48  Ау тулғас, кешеләр уны ярға тартып сығарған да, ултырып, яҡшы балыҡты кәрзиндәргә йыйып һалған, ә яраҡһыҙҙарын ташлаған. 49  Был замандың һуңғы көндәрендә лә шулай булыр. Фәрештәләр килеп, яуыздарҙы тәҡүәләрҙән айырып алыр ҙа 50  утлы мейескә ташлар. Унда улар үкереп илар һәм тештәрен шығырлатыр». 51  Шунан Ғайса: «Һеҙ быларҙың барыһын аңланығыҙмы?» — тип һораны. «Эйе», — тине шәкерттәре. 52  Ғайса дауам итте: «Улайһа, белеп ҡуйығыҙ: башҡаларҙы өйрәтеүсе һәр кем, күктәр Батшалығы тураһында белем алғас, үҙенең келәтенән яңы нәмәләрен дә, иҫке нәмәләрен дә сығарған йорт хужаһына оҡшаш була». 53  Ошо миҫалдарҙы һөйләп бөткәс, Ғайса ул ерҙән китте. 54  Үҙе үҫкән ҡалаға ҡайтып, ул синагогала өйрәтә башланы. Кешеләр таң ҡалып: «Ундай аҡыллылыҡ һәм мөғжизәләр ҡылыу һәләте уға ҡайҙан килгән икән? — тиеште. — 55  Ул балта оҫтаһының улы түгелме һуң? Уның әсәһе — Мәрйәм, ҡустылары — Яҡуп, Йософ, Шимун һәм Йәһүҙә лә баһа? 56  Бөтә һеңлеләре лә беҙҙең арабыҙҙа йәшәй түгелме? Ул быларҙың барыһын ҡайҙан белә икән?» 57  Шуға күрә улар уға ышанырға теләмәне. Ғайса уларға әйтте: «Пәйғәмбәрҙе бөтә ерҙә лә хөрмәт итәләр, уға тик тыуған ерендә һәм үҙ өйөндә генә ихтирам юҡ». 58  Уларҙың ышанмауҙары арҡаһында Ғайса унда мөғжизәләрҙе күп ҡылманы.

Төшөрмәләр

Һүҙмә-һүҙ «яуыз».
Һүҙлектә «Заман» тигән мәҡәләне ҡ.
Яҡынса 10 килограмм.
Һүҙ Әҙәм менән Һауаның балалары тураһында бара.
Һүҙмә-һүҙ «яуыздың».
Һүҙлектә «Был замандың һуңғы көндәре» тигән мәҡәләне ҡ.