Лука яҙған 2:1—52

  • Ғайсаның тыуыуы (1—7)

  • Көтөүселәргә фәрештәләр күренә (8—20)

  • Сөннәтләү һәм таҙарыныу йолаһы (21—24)

  • Шимғун Мәсихте күрә (25—35)

  • Ханна бала тураһында һөйләй (36—38)

  • Назараға ҡайтыу (39, 40)

  • 12 йәшлек Ғайса ғибәҙәтханала (41—52)

2  Шул көндәрҙә ҡайсар* Август бөтә империяла халыҡ иҫәбен алырға тигән бойороҡ сығарҙы. 2  (Был Сүриәлә Квири́ний идара иткән ваҡытта үткәрелгән беренсе иҫәп алыу ине.) 3  Шунда бөтәһе лә теркәлер өсөн үҙҙәренең тыуған ҡалаларына китте. 4  Йософ та Ғәлиләйәләге Назара ҡалаһынан Йәһүҙиәләге Бәйтлеһемгә — Дауыттың тыуған ҡалаһына китте, сөнки ул Дауыт нәҫеленән ине. 5  Теркәлергә ул Мәрйәм менән барҙы, Мәрйәм ул ваҡытҡа уның ҡатыны булып китеп, тиҙҙән бала табырға тейеш ине. 6  Улар Бәйтлеһемдә булғанда, Мәрйәмдең бала табыу мәле етте. 7  Мәрйәм улын — үҙенең баш балаһын тапты. Ул уны йүргәккә төрөп, мал утлыҡсаһына һалды, сөнки ҡунаҡханала улар өсөн урын табылманы. 8  Шул ерҙәрҙә көтөүселәр төнөн яланда һарыҡ көтөүҙәрен ҡарауыллай ине. 9  Ҡапыл улар алдында Йәһүә фәрештәһе пәйҙә булды, һәм Йәһүәнең даны уларҙың тирә-яғын яҡтыртып ебәрҙе. Көтөүселәр ныҡ ҡурҡты. 10  Әммә фәрештә уларға былай тине: «Ҡурҡмағыҙ, мин һеҙгә бөтә кешеләргә ҙур шатлыҡ килтерәсәк хәбәр еткерергә килдем. 11  Бөгөн Дауыт ҡалаһында һеҙҙең ҡотҡарыусығыҙ — Хужағыҙ Мәсих тыуҙы. 12  Һеҙ уны бына нисек танырһығыҙ: йүргәккә төрөлгән сабый мал утлыҡсаһында ятыр». 13  Ҡапыл фәрештә янында күп һанлы күк ғәскәре пәйҙә булды. Улар Алланы маҡтап: 14  «Күктәге Аллаға дан яуһын, ер йөҙөндә Алла хуплаған кешеләргә именлек булһын!» — тиҙәр ине. 15  Фәрештәләр күккә күтәрелгәс, көтөүселәр: «Әйҙәгеҙ, хәҙер үк Бәйтлеһемгә барайыҡ та Йәһүәнең әйткән һүҙҙәре нисек үтәлгәнен күрәйек», — тиеште. 16  Улар ашығып шунда китте, унда Мәрйәм менән Йософто һәм мал утлыҡсаһында ятҡан сабыйҙы тапты. 17  Баланы күргәс, көтөүселәр уның хаҡында фәрештәнән ишеткәндәрен һөйләп бирҙе. 18  Уларҙы тыңлап тороусыларҙың барыһы ла таң ҡалды. 19  Мәрйәм иһә бөтә был һүҙҙәрҙе иҫендә ҡалдырып, улар хаҡында уйланып йөрөнө*. 20  Шунан көтөүселәр ишеткән-күргәндәре өсөн Алланы данлай-данлай ҡайтып киттеләр. Барыһы ла тап уларға әйтелгәнсә булып сыҡты. 21  Һигеҙенсе көндө малайҙы сөннәткә ултырттылар һәм уға Ғайса тип исем ҡуштылар. Был исемде уға фәрештә Мәрйәм әле ауырға ҡалғансы уҡ биргән ине. 22  Муса ҡануны талап иткәнсә, таҙарыныу йолаһын үтәү ваҡыты еткәс, Мәрйәм менән Йософ баланы Йәрүсәлимгә Йәһүә алдына килтерҙеләр, 23  сөнки Йәһүә ҡанунында: «Һәр беренсе тыуған ир бала Йәһүәгә бағышланған булырға тейеш», — тиелгән. 24  Улар шулай уҡ Йәһүә ҡанунындағы: «Ике урман күгәрсене йә ике йәш күгәрсен килтерегеҙ», — тип әйтелгән һүҙҙәр буйынса ҡорбан килтерҙеләр. 25  Йәрүсәлимдә Алланан ҡурҡҡан* Шимғун исемле тәҡүә кеше йәшәй ине. Ул Алланың Исраилды йыуатасаҡ көнөн көтөп йәшәне, унда изге рух бар ине, ул изге рух менән һуғарылғайны. 26  Изге рух аша уға Йәһүә ебәргән Мәсихте күргәнгә тиклем үлмәйәсәге асылған булған. 27  Изге рух тәьҫире аҫтында Шимғун ғибәҙәтханаға килде. Ата-әсәһе бәләкәй Ғайсаны Ҡанун ҡушҡанды үтәр өсөн шунда килтергәс, 28  ул уны ҡулына алды ла Алланы данлап былай тине: 29  «Хәҙер, Аллаһы Тәғәлә, һинең ҡолоң тыныс үлә ала, сөнки һин вәғәҙәңде үтәнең. 30  Күҙҙәрем һин ебәргән ҡотҡарыусыны күрҙе. 31  Һин уны бөтә халыҡтар ҙа күрһен өсөн ебәрҙең. 32  Ул — халыҡтарҙы ҡаплап торған ҡараңғылыҡты тарҡатыусы яҡтылыҡ һәм халҡың Исраилдың даны». 33  Ғайсаның ата-әсәһе Шимғундың бала тураһында әйткән һүҙҙәрен ғәжәпләнеп тыңлап торҙо. 34  Шимғун уларға фатихаһын бирҙе лә баланың әсәһе Мәрйәмгә былай тине: «Был бала арҡаһында Исраилда күптәр йығылыр һәм күптәр күтәрелер. Алла уның менән булыуын билдәләр аша күрһәтһә лә, уның хаҡында кәмһетеп һөйләрҙәр. 35  Быларҙың барыһы күптәрҙең уйҙары асылһын өсөн булыр, ә һинең күңелеңә ҡылыс үтеп инер». 36  Унда шулай уҡ Әшир ҡәбиләһенән булған Фануилдың ҡыҙы — Ханна исемле оло йәштәге пәйғәмбәр ҡатын да бар ине. Был ҡатын, кейәүгә сыҡҡас, ире менән 7 йыл йәшәп, тол ҡалған. 37  Хәҙер уға инде 84 йәш тулғайны. Ханна ғибәҙәтханаға һәр ваҡыт килә ине. Ул, ураҙа тотоп һәм ҡайнар доғалар ҡылып, унда Аллаға көнө-төнө хеҙмәт итә ине. 38  Ул да Йософ менән Мәрйәмдең янына килде лә Аллаға рәхмәттәр уҡып, Йәрүсәлимдең ҡотҡарылыуын көткән бөтә кешегә бала хаҡында һөйләй башланы. 39  Йәһүә ҡануны талап иткәндең барыһын да үтәгәс, Йософ менән Мәрйәм Ғәлиләйәгә, үҙҙәренең ҡалаһы Назараға ҡайттылар. 40  Бала үҫкән һайын нығына һәм аҡыл йыя барҙы. Алла уны хуплай ине. 41  Ғайсаның ата-әсәһе йыл һайын Йәрүсәлимгә Ҡотҡарылыу байрамына бара ине. 42  Уға 12 йәш булғанда, улар, ғәҙәттәгесә, байрамға китте. 43  Байрамдан һуң улар ҡайтыр юлға сыҡты, ә Ғайса Йәрүсәлимдә ҡалды, ләкин ата-әсәһе быны абайламаны. 44  Ул башҡалар менән ҡайтып киләлер тип уйлап, улар бер көнлөк юл үтте, ә шунан уны туғандары һәм таныштары араһында эҙләргә тотондо. 45  Таба алмағас, улар Йәрүсәлимгә кире килде лә уны шунда эҙләй башланы. 46  Өс көндән һуң улар уны ғибәҙәтханала тапты. Ул дини уҡытыусылар араһында уларҙы тыңлап, һорауҙар биреп ултыра ине. 47  Ғайсаны тыңлағандарҙың бөтәһе лә уның яуаптарына һәм барыһын да шул тиклем яҡшы аңлағанына таң ҡала ине. 48  Ата-әсәһе, уны күргәс, шаҡ ҡатты. «Улым, ниңә улай эшләнең? — тип һораны Мәрйәм. — Беҙ атайың менән ныҡ борсолоп һине эҙләп йөрөнөк». 49  Әммә ул уларға: «Нишләп мине эҙләнегеҙ? Атайымдың йортонда булырға тейешлегемде белмәнегеҙме ни?» — тине. 50  Ләкин улар уның әйткән һүҙҙәрен аңламаны. 51  Ғайса ата-әсәһе менән Назараға ҡайтты һәм уларға тыңлаусан булды*. Әсәһе иһә бөтә был һүҙҙәрҙе күңелендә һаҡланы. 52  Ғайса үҫә барҙы, аҡыл тупланы. Уны Алла ла, кешеләр ҙә яратты.

Төшөрмәләр

Һүҙмә-һүҙ «цезарь».
Йәки «күңелендә һығымталар яһап йөрөнө».
Йәки «Алланы тәрән хөрмәт иткән». Һүҙлектә «Алланан ҡурҡыу» тигән мәҡәләне ҡ.
Йәки «буйһоноп йәшәне».