Гай ҡәрҙәштәргә нисек ярҙам иткән?
БЕРЕНСЕ быуаттың аҙағында Гай һәм башҡа мәсихселәр ауырлыҡтар менән осрашҡан. Ялған тәғлимәттәр таратҡан кешеләр йыйылыштарҙың иманын һәм берҙәмлеген ҡаҡшатырға тырышҡан (1 Яхъя 2:18, 19; 2 Яхъя 7). Диотреф исемле кеше илсе Яхъя тураһында «яман һүҙҙәр» таратҡан, башҡа ерҙәрҙән килеп киткән мәсихселәргә ҡарата ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеүҙән баш тартҡан һәм башҡаларҙы ла быға этәргән (3 Яхъя 9, 10). Шул ваҡытта, яҡынса б. э. 98 йылында, Яхъя Гайға хат яҙған. Был хат, Яхъяның өсөнсө хаты тип аталып, Инжил китабының өлөшө булып киткән.
Ауырлыҡтар менән осрашҡанына ҡарамаҫтан, Гай артабан да Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткән. Уның тоғролоғо нимәлә сағылған? Ни өсөн беҙгә Гайҙан өлгө алырға кәрәк? Һәм Яхъяның өсөнсө хаты был йәһәттән беҙгә нисек ярҙам итә ала?
ҠӘҘЕРЛЕ ДУҪҠА ЯҘЫЛҒАН ХАТ
Яхъяның өсөнсө хаты бындай һүҙҙәрҙән башлана: «Берҙәмлек өлкәненән — мин ысын күңелдән яратҡан ҡәҙерле Гайға». Төп нөсхә яҙылған телдән «өлкән» тигән һүҙ шулай уҡ «ҡарт кеше» тип тә тәржемә ителә. Шуға күрә, Яхъяның яратҡан рухи улы булараҡ, Гай, моғайын, был хатты тап илсе Яхъя яҙғанын шунда уҡ аңлағандыр. Яхъя Гайҙы яратыуына ышандыра, ә шунан уның физик һәм рухи яҡтан һау булыуына өмөт белдерә. Ниндәй йылы һәм эскерһеҙ һүҙҙәр! (3 Яхъя 1, 2, 4)
Гайҙың мәсихселәр йыйылышында күҙәтеүсе булғаны ихтимал, әммә Яхъяның хатында был турала теүәл әйтелмәй. Яхъя Гайҙы хатта үҙе таныш булмаған ҡәрҙәштәргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеүе өсөн маҡтай. Яхъя быны Гайҙың тоғролоғона дәлил тип иҫәпләй, сөнки Алла хеҙмәтселәре һәр ваҡыт ҡунаҡсыл булыуҙары менән айырылып торған (Баш. 18:1—8; 1 Тим. 3:2; 3 Яхъя 5).
Яхъяның Гайҙы ҡунаҡсыллығы өсөн маҡтауы шуны күрһәтә: мәсихселәр даими рәүештә Яхъя йәшәгән ерҙән төрлө йыйылыштарға килеп китеп йөрөгән. Күрәһең, улар илсегә булған хәлдәр тураһында һөйләп торған. Бәлки, бының ярҙамында Яхъя шул йыйылыштарҙағы яңылыҡтар хаҡында белгәндер.
Сәйәхәт иткән мәсихселәр, һис шикһеҙ, имандаштарында туҡталырға теләгән. Ул ваҡыттағы ҡунаҡханаларҙың яманаты сыҡҡан булған, унда әхлаҡһыҙлыҡ хөкөм һөргән, хеҙмәтләндереү ҙә бик насар булған. Шунлыҡтан һаҡ юлсылар мөмкин булғанса —
дуҫтарында, ә мәсихселәр имандаштарында ҡунырға тырышҡан.«УЛАР ҒАЙСА ХАҠЫНА ЮЛҒА СЫҒА»
Яхъя Гайҙы тағы ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә дәртләндерә. Илсе былай тип яҙа: «Уларға сәйәхәттәрен дауам итергә Алла хупларлыҡ итеп ярҙам күрһәтеп ебәрсе». Был осраҡта, «сәйәхәттәрен дауам итергә... ярҙам күрһәтеп ебәрсе» тип әйтеп, Яхъя Гайҙы ҡунаҡтарына, сәйәхәттәрен дауам итеп, юл тотҡан ерҙәренә иҫән-һау барып етә алһындар өсөн, бөтә кәрәкле нәмәләрҙе биреп ебәрергә өндәй. Күрәһең, Гай элек тә шулай эш иткән, сөнки уның ҡунаҡсыллығынан файҙаланған мәсихселәр Яхъяға уның мөхәббәте һәм иманы тураһында һөйләгән (3 Яхъя 3, 6).
Был сәйәхәтселәр араһында миссионерҙар, илсе Яхъяның вәкилдәре йә күсеп йөрөүсе күҙәтеүселәр була алған. Кем генә булһалар ҙа, улар һөйөнөслө хәбәр хаҡына сәйәхәт иткән. Яхъя: «Улар Ғайса хаҡына юлға сыға», — тип яҙа (3 Яхъя 7). Бында Яхъя, «Ғайса хаҡына» тиеп, шуға иғтибар итә: был сәйәхәтселәр, мәсихселәр йыйылышының ағзалары булараҡ, асыҡ йөҙ менән ҡаршы алыуға лайыҡ булған. Яхъя былай ти: «Хәҡиҡәт хаҡына бергә эшләй алыуыбыҙ өсөн, беҙ ундай кешеләргә ярҙам итергә тейешбеҙ» (3 Яхъя 8).
АУЫРЛЫҠТЫ СИСЕРГӘ ЯРҘАМ ИТЕҮ
Яхъя үҙенең хатын Гайҙы маҡтар өсөн генә түгел, ә шулай уҡ уға етди ауырлыҡты сисергә ярҙам итер өсөн яҙа. Ни сәбәптәндер, мәсихселәр йыйылышының ағзаһы Диотреф башҡа ерҙәрҙән килгән мәсихселәрҙе ҡунаҡ итергә теләмәгән. Ул хатта ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә теләүселәргә лә ҡамасауларға тырышҡан (3 Яхъя 9, 10).
Шик тә юҡ, Диотрефтың йортонда туҡталыу мөмкинлеге булһа ла, тоғро мәсихселәр был мөмкинлектән файҙаланырға теләмәҫ ине. Ул йыйылышта беренселекте тоторға яратҡан, Яхъянан һис нәмәне хөрмәт менән ҡабул итмәгән, шулай уҡ Яхъя һәм башҡа мәсихселәр хаҡында «яман һүҙҙәр тарат[ҡан]». Яхъя уны бер ҡасан да ялған өйрәтеүсе тип атамаһа ла, Диотреф илсенең хакимлығына ҡаршы сыҡҡан. Диотрефтың юғары дәрәжәгә ынтылыуы һәм үҙен мәсихселәрсә тотмауы уның Аллаға тоғролоғон шик аҫтына ҡуйған. Диотрефтың миҫалынан күренеүенсә, дан яратҡан ғорур кешеләр йыйылышта бүленештәр тыуҙырырға тырышырға мөмкин. Шуға күрә Яхъя Гайға һәм, асылда, беҙгә лә «яуызлыҡты өлгө итеп алма[ҫҡа]» ҡуша (3 Яхъя 11).
ЯҠШЫЛЫҠ ҠЫЛЫР ӨСӨН ЕТДИ СӘБӘП
Яхъяның һүҙҙәренән күренеүенсә, Димитрий исемле мәсихсе, Диотрефтан айырмалы рәүештә, яҡшы үрнәк күрһәткән. «Димитрий хаҡында бөтөнөһө лә яҡшы һүҙҙәр генә һөйләй... Шулай уҡ беҙ ҙә ошо хаҡта шаһитлыҡ ҡылабыҙ һәм һин беҙҙең шаһитлығыбыҙҙың хәҡиҡи булыуын беләһең» (3 Яхъя 12). Бәлки, Димитрийға Гайҙың ярҙамы кәрәк булғандыр, шуға күрә Яхъяның өсөнсө хаты, күрәһең, илсенең хуплау хаты булып торғандыр. Димитрий, бәлки, был хатты Гайға үҙе тапшырғандыр ҙа. Яхъя вәкилдәренең береһе йәки күсеп йөрөүсе күҙәтеүсе булараҡ, Димитрий, моғайын, Яхъянан өҫтәмә мәғлүмәт еткергәндер.
Ни өсөн Яхъя Гайҙы артабан да ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә өндәй? Гай бит былай ҙа шулай эшләй. Яхъя Гайға тәүәккәллек өҫтәргә теләйме? Ә, бәлки, илсе, Диотрефтың ҡунаҡсыл мәсихселәрҙе йыйылыштан ҡыуып сығарырға маташыуы арҡаһында Гайҙың тәүәккәллеге ҡаҡшар, тип борсолалыр. Һәр хәлдә, Яхъя Гайҙы: «Яҡшылыҡ ҡылыусылар — Алланан», — тип нығыта (3 Яхъя 11). Был яҡшылыҡ эшләүҙән туҡтамаҫ өсөн етди сәбәп.
Яхъяның хаты Гайҙы артабан да ҡунаҡсыл булырға дәртләндергәнме? Күрәһең, дәртләндергән, сөнки Яхъяның өсөнсө хаты Изге Яҙмаға индерелгән булған. Бының ярҙамында мәсихселәр, ошо хатты уҡып, яҡшылыҡты өлгө итеп алырға дәрт таба.
ЯХЪЯНЫҢ ӨСӨНСӨ ХАТЫНАН ҺАБАҠТАР
Ҡәҙерле ҡәрҙәшебеҙ Гай тураһында беҙ бүтән бер нәмә лә белмәйбеҙ. Ләкин уның хаҡындағы был ҡыҫҡа ғына хәбәр ҙә беҙҙе күп нәмәгә өйрәтергә мөмкин.
Беренсенән, күбебеҙ хәҡиҡәтте тыуған яҡтарын һөйөнөслө хәбәр хаҡына ҡалдырған тоғро ҡәрҙәштәр ярҙамында белгән, тип әйтеп була. Әлбиттә, бөгөн бөтә мәсихселәр ҙә вәғәзләр өсөн ҙур аралар үтмәй. Әммә беҙ, Гай кеүек, шундай ҡорбанға барған ҡәрҙәштәрҙе, мәҫәлән, район күҙәтеүселәрен һәм уларҙың ҡатындарын нығыта һәм дәртләндерә алабыҙ. Йәки беҙ Батшалыҡ вәғәзселәре әҙ булған ерҙәрҙә хеҙмәт итер өсөн башҡа йыйылыштарҙан йә хатта башҡа илдәрҙән күскән ҡәрҙәштәргә ғәмәли ярҙам күрһәтә алабыҙ. Шулай итеп, әйҙәгеҙ, «ҡунаҡсыллыҡ күрһәтегеҙ» тигән һүҙҙәр буйынса эш итәйек (Рим. 12:13; 1 Тим. 5:9, 10).
Икенсенән, әгәр бөгөн йыйылышта берәйһе өлкәндәрҙең хакимлығына ҡаршы сыҡһа, беҙ аптырарға тейеш түгел. Диотреф Яхъяның хакимлығын ҡаҡшатырға тырышҡан; Павел да шундай уҡ ауырлыҡ менән осрашҡан (2 Кор. 10:7—12; 12:11—13). Йыйылышыбыҙҙа шуға оҡшаш хәл тыуһа, беҙгә үҙебеҙҙе нисек тоторға кәрәк? Павел Тимофейға бындай кәңәш биргән: «Раббыға хеҙмәт итеүсе талашырға тейеш түгел. Ул бөтәһенә ҡарата ла яғымлы, өйрәтеүгә маһир, түҙемле булырға, өйрәтеүҙәргә ҡаршы сығыусыларҙы ипле генә төҙәтергә тейеш». Башҡалар беҙҙе асыуландырырға тырышҡанда ла йыуашлыҡ сағылдырһаҡ, был бүтән кешеләрҙе тәнҡитләгән мәсихселәрҙе үҙҙәренең холҡон әкренләп үҙгәртергә рухландырырға мөмкин. Ул ваҡытта «Алла тарафынан, бәлки, уларға ла хәҡиҡәтте танып белеү өсөн тәүбә бирелер» (2 Тим. 2:24, 25).
Өсөнсөнән, ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәребеҙҙең тырышлыҡтарын иғтибарға алып, уларҙы эскерһеҙ маҡтау мөһим. Илсе Яхъя, һис шикһеҙ, Гайҙы дәртләндергән һәм дөрөҫ эш итеүенә ышандырған. Бөгөн дә өлкәндәр, Яхъянан өлгө алып, ҡәрҙәштәр хәлһеҙләнмәһен өсөн, уларҙы рухландырырға тейеш (Ишағ. 40:31; 1 Фес. 5:11).
Төп нөсхәлә Яхъяның Гайға яҙған хаты 219 һүҙҙән генә тора, шуға күрә уны Изге Яҙманың иң бәләкәй китабы тип атап була. Әммә унда ниндәй ҡиммәтле һабаҡтар бар!