Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Кешеләрҙең аңдары өсөн барған көрәштә һәләк булма

Кешеләрҙең аңдары өсөн барған көрәштә һәләк булма

ҺЕҘГӘ ҡорал төбәлгән! Төп дошманығыҙ Шайтан һеҙгә ҡаршы бик ҡурҡыныс ҡорал ҡуллана. Ниндәй ҡорал? Һүҙ пропаганда хаҡында бара. Был ҡорал һеҙҙе үлтереү өсөн түгел, ә аңығыҙҙы биләп алыу өсөн тәғәйенләнгән.

Илсе Павел Шайтандың пропагандаһы ни тиклем ҡурҡыныс икәнен яҡшы аңлаған, әммә беренсе быуаттағы бөтә мәсихселәр хаҡында ла шуны уҡ әйтеп булмаған. Мәҫәлән, Коринфтағы йыйылыштың ҡайһы бер ағзалары, күрәһең, үҙ белдекле булып киткән: улар, хәҡиҡәт юлында ныҡ торабыҙ һәм бер ҡасан да йығылмаҫбыҙ, тип уйлаған (1 Кор. 10:12). Бына ни өсөн Павел былай тип киҫәткән: «Әммә хәүефем бар: йылан Һауаны үҙенең хәйләһе менән алдаған кеүек, һеҙҙең уй-фекерҙәрегеҙ ҙә, Мәсихкә ҡарата ихласлыҡтан һәм сафлыҡтан нисектер тайпылып, боҙолоп ҡуймаһын ине» (2 Кор. 11:3).

Павелдың һүҙҙәренән күренеүенсә, үҙ белдекле булырға ярамай. Кешеләрҙең аңдары өсөн барған көрәштә һәләк булмаҫ өсөн, пропаганданың ниндәй ҡурҡыныс менән янауын аңлау һәм үҙебеҙҙе унан һаҡлай белеү бик мөһим.

ПРОПАГАНДА НИ ТИКЛЕМ ҠУРҠЫНЫС?

Нимә ул пропаганда? Был мәҡәләлә «пропаганда» тигән һүҙ ҡулланылғанда, кешеләрҙе билдәле бер рәүештә уйларға йә эш итергә этәрер өсөн дөрөҫ булмаған йә боҙоп күрһәтелгән мәғлүмәт таратыу күҙ уңында тотола. «Пропаганда һәм ышандырыу» тигән китапта пропаганда «ялғанлауға, факттарҙы боҙоп күрһәтеүгә, алдауға, манипуляцияға, кешеләрҙең аңдарын контроль аҫтында тотоуға [һәм] психологик һуғышҡа» тиңләнә, шулай уҡ «әҙәпһеҙ, зыянлы һәм намыҫһыҙ тактика» менән бәйләнә («Propaganda and Persuasion»).

Пропаганда ни тиклем ҡурҡыныс? Ул күҙгә күренмәгән, еҫһеҙ, ағыулы газ һымаҡ тәьҫир итә һәм кешеләрҙең аңдарына әкренләп үтеп инә. Кешеләрҙең тәртибе өлкәһендәге белгес Вэнс Паккард былай тип яҙған: «Беҙҙең күбебеҙ манипуляцияға бирешә, һәм был беҙ уйлағандан күпкә йышыраҡ була». Бер ғалим әйтеүенсә, пропаганда йоғонтоһо аҫтында кешеләр «еңел генә аҡылға һыймаҫлыҡ ҡурҡыныс эштәр ҡылған» — геноцидта һәм һуғыштарҙа ҡатнашҡан, милләтселек истерияһына бирелгән, дини иҫәпләшмәүсәнлек күрһәткән һәм башҡа аҡылһыҙ эштәрҙә ғәйепле булған («Easily Led—A History of Propaganda»).

Ябай кешеләр беҙгә үҙ ҡараштарын таға ала икән, тимәк, Шайтан хаҡында нимә әйтеп була? Ул кешеләр барлыҡҡа килтерелгәндән бирле уларҙың тәртибен күҙәтә. Хәҙерге ваҡытта «бөтөн донъя» уның хакимлығы аҫтында ята. Шайтан, үҙенең ялғанын таратыр өсөн, был донъяның теләһә ниндәй өлөшөн ҡуллана ала (1 Яхъя 5:19; Яхъя 8:44). Ул кешеләрҙең «аҡылын томала[уҙа]» шул тиклем оҫта, хатта әлеге ваҡытта «бөтөн донъяны алда[й]» (2 Кор. 4:4; Асыл. 12:9). Уның пропагандаһына нисек ҡаршы торорға?

ҮҘ-ҮҘЕГЕҘҘЕ ҺАҠЛАЙ БЕЛЕГЕҘ

Ғайса Мәсих пропагандаға ҡаршы торорға ярҙам иткән ябай принцип әйтеп биргән: «Хәҡиҡәтте белерһегеҙ һәм ул һеҙҙе ирекле итер» (Яхъя 8:31, 32). Ғәҙәттә һуғыштың беренсе ҡорбаны дөрөҫлөк була, шунлыҡтан һеҙгә, фронттың алғы һыҙығында һуғышҡан һалдатҡа кеүек, хаҡ һәм ышаныслы мәғлүмәтте ҡайҙан табырға икәнен белергә кәрәк. Шул саҡта дошман һеҙҙе алдай алмаясаҡ. Йәһүә шундай мәғлүмәттең сығанағын күрһәтә. Изге Яҙманың биттәрендә һеҙ Шайтан пропагандаһына ҡаршы торор өсөн кәрәкле булған бөтә нәмә таба алаһығыҙ (2 Тим. 3:16, 17).

Әлбиттә, хәйләгә оҫта Шайтан быны белә. Шуға күрә ул, үҙенең донъяһын ҡулланып, иғтибарыбыҙҙы Изге Яҙманы уҡыуҙан һәм уны өйрәнеүҙән ситкә йүнәлтергә маташа. Уның мәкерле тоҙаҡтарына эләкмәгеҙ! (Ефес. 6:11) Хәҡиҡәттең бөтә тулылығына «төшөнә» белегеҙ (Ефес. 3:18). Бының өсөн күп көс һалырға кәрәк булырға мөмкин. «Дөрөҫлөктө башығыҙға бер кем дә һалмаҫ. Һеҙ уны үҙегеҙ табырға тейеш», — ти Ноам Хомский исемле ғалим. Шуға күрә, Алла Һүҙен һәр көн ентекләп тикшереп, үҙегеҙ дөрөҫлөктө эҙләгеҙ (Ғәм. 17:11).

Кешеләрҙең аңдары өсөн барған көрәштә һәләк булмаҫ өсөн, пропаганданың ниндәй ҡурҡыныс менән янауын аңлау һәм үҙебеҙҙе унан һаҡлай белеү бик мөһим

Шуны онотмағыҙ: Шайтан һеҙҙең, айыҡ фекер йөрөтөп, дөрөҫ һығымталарға килеүегеҙҙе теләмәй. Ни өсөн? Бер китапта яҙылғанса, «кешеләргә... төптән фекер йөрөтөргә ирек бирмәгәндә», пропаганда, «күрәһең, айырыуса уңышлы була» («Media and Society in the Twentieth Century»). Шунлыҡтан бер ҡасан да ишеткәндәрегеҙгә тиҙ ышанып бармағыҙ (Ғиб. һүҙ. 14:15). Хәҡиҡәттең нимә икәнлегенә төшөнөр өсөн Алла тарафынан бирелгән фекер йөрөтөү һәләтегеҙҙе һәм аҡылығыҙҙы ҡулланығыҙ (Ғиб. һүҙ. 2:10—15; Рим. 12:1, 2).

«БҮЛГЕЛӘ ҺӘМ ХАКИМЛЫҠ ИТ» ТИГӘН МӘКЕРЛЕ ТАКТИКА

Ҡайһы саҡ хәрби стратегтар пропаганданы дошмандың рухын төшөрөү өсөн ҡуллана. Уның ярҙамында улар дошмандың һалдаттарын бер-береһенә ҡаршы көрәш башларға йә төп армиянан айырылырға этәрергә мөмкин. Бер немец генералы әйткәнсә, Беренсе бөтә донъя һуғышында Германия, башҡа сәбәптәрҙән тыш, шулай уҡ «дошмандың пропагандаһы алдында быуар йылан алдындағы ҡуяндай ҡойолоп төшкәнгә» еңелгән. Шайтан да «бүлгелә һәм хакимлыҡ ит» тигән мәкерле тактиканы ҡуллана. Ул мәсихселәр араһында ҡаршылыҡтар тыуҙырырға һәм уларҙы Йәһүә ойошмаһынан айырылырға мәжбүр итергә тырыша. Бының өсөн ул уларҙы, йыйылышта мине рәнйетәләр һәм минең менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә итәләр, тип уйларға дәртләндерә.

Үҙегеҙҙе алдарға юл ҡуймағыҙ! Алла Һүҙендәге кәңәштәр буйынса эш итегеҙ. Мәҫәлән, ҡәрҙәштәр менән берҙәмлек һаҡлағыҙ. Был йәһәттән Изге Яҙма беҙҙе бер-беребеҙҙе ихлас күңелдән кисерергә һәм тыуған ҡаршылыҡтарҙы мөмкин тиклем тиҙерәк яйға һалырға өндәй (Кол. 3:13, 14; Матф. 5:23, 24). Алла Һүҙе беҙҙе йыйылыштан ситләшеүҙән ныҡ итеп киҫәтә (Ғиб. һүҙ. 18:1). Шайтан пропагандаһынан ни тиклем яҡшы һаҡланғанығыҙҙы тикшерегеҙ. Үҙ-үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: «Йыйылышта берәйһе һуңғы тапҡыр мине рәнйеткәндә, мин үҙемде нисек тоттом? Мин донъя рухы әллә Алла рухы тәьҫире аҫтында эш иттемме?» (Гал. 5:16—26; Ефес. 2:2, 3).

АЛЛА ОЙОШМАҺЫНА ҠАРАТА ЫШАНЫСЫҒЫҘҘЫ ҠАҠШАТЫРҒА БИРМӘГЕҘ

Командирына ышанмаған һалдат бөтә көсөнә һуғышмаясаҡ. Шуға күрә пропагандистарҙың маҡсаты — һалдаттарҙың хәрби етәкселеккә ҡарата ышанысын ҡаҡшатыу. Улар былай тип әйтергә мөмкин: «Һеҙҙең етәкселәрегеҙгә ышанырға ярамай!» йәки «Улар һеҙҙе үлемгә алып бара!» Был һүҙҙәргә көс өҫтәр өсөн, улар етәкселәрҙең хаталарына иғтибар итергә мөмкин. Шайтан да шулай эш итә. Ул Йәһүәнең үҙ халҡында етәкселек итеүҙе тапшырған кешеләренә ҡарата ышанысыбыҙҙы ҡаҡшатыр өсөн тырышлыҡ һалыуҙан туҡтамай.

Үҙебеҙҙе нисек һаҡларға? Йәһүә ойошмаһына ныҡ тотоноғоҙ һәм, хатта яуаплы ағай-ҡәрҙәштәрҙең етешһеҙлектәрен күрһәгеҙ ҙә, уларға тоғролоҡ менән булышлыҡ итегеҙ (1 Фес. 5:12, 13). Мөртәттәрҙең һәм башҡа мәкерле кешеләрҙең ағай-ҡәрҙәштәргә ҡарата ышанысыбыҙҙы һүрелдерергә тырышыуы ихтимал. Уларҙың һүҙҙәре хаҡ булып күренергә мөмкин, әммә уларға «ышана һалып, аҡылығыҙҙы юғалтмағыҙ» (2 Фес. 2:2; Тит. 1:10). Илсе Павелдың йәш Тимофейға биргән кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ. Белгәндәрегеҙ буйынса эш итегеҙ һәм кемдән өйрәнгәнегеҙҙе иҫтә тотоғоҙ (2 Тим. 3:14, 15). Йәһүә үҙ халҡын хәҡиҡәт юлынан алып барыр өсөн инде йөҙ йыл самаһы ҡулланған ышаныслы хеҙмәтсегә ышанырға нигеҙ бар (Матф. 24:45—47; Евр. 13:7, 17).

ҮҘЕГЕҘҘЕ ҠУРҠЫТЫРҒА БИРМӘГЕҘ

Әммә Шайтандың пропагандаһы һәр ваҡытта ла йәшерен булмағанын иҫтә тоторға кәрәк. Ҡайһы саҡта ул, «пропаганданың иң боронғо төрҙәренең береһен» ҡулланып, ҡурҡытырға тотона («Easily Led—A History of Propaganda»). Британия профессоры Филип Тейлор әйтеүенсә, ассириялылар дошмандарын ҡаҡшатыр өсөн, «пропаганда ҡулланып, уларҙа ҡурҡыу хисе тыуҙырған». Һеҙҙе ҡаҡшатып Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтатыр өсөн, Шайтан да һеҙҙә кешеләрҙән, эҙәрләүҙәрҙән һәм үлемдән ҡурҡыу тойғоһо уятырға тырышасаҡ (Ишағ. 8:12; Ирем. 42:11; Евр. 2:15).

Шайтанға үҙегеҙҙе ҡурҡытырға рөхсәт итмәгеҙ, сөнки ул, рухығыҙҙы төшөрөп, һеҙҙең Йәһүәгә тоғро булыуҙан баш тартыуығыҙҙы теләй. Ғайса Мәсих: «Тәнде үлтереүҙән тыш бер ни ҡыла алмаусыларҙан ҡурҡмағыҙ», — тип әйткән (Лука 12:4). Һис тә шикләнмәгеҙ: Йәһүә, үҙе вәғәҙә иткәнсә, һеҙҙе күҙәтеп торасаҡ, һеҙгә «саманан тыш ҙур ҡөҙрәт» бирәсәк һәм ҡурҡыуға бирелмәҫкә ярҙам итәсәк (2 Кор. 4:7—9; 1 Пет. 3:14).

Әлбиттә, ҡайһы бер ваҡиғалар арҡаһында һеҙ, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп, ҡурҡыу тойорға мөмкин. Әммә Йәһүәнең Ешуаға әйткән бындай һүҙҙәрен иҫтә тотоғоҙ: «Ҡыйыу һәм ныҡ бул. Ҡотоң осмаһын һәм ҡурҡма, сөнки ҡайҙа ғына барһаң да, Аллаң Йәһүә һинең менән булыр» (Еш. 1:9). Һеҙҙе нимәлер ныҡ борсоһа, шунда уҡ Йәһүәгә был турала доға ҡылығыҙ. Бер ҙә шикләнмәгеҙ: «Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе... һаҡлар», һәм һеҙҙең Шайтандың пропагандаһына ҡаршы торорға көсөгөҙ буласаҡ (Флп. 4:6, 7, 13).

Ассирия батшаһының вәкиле рапшаҡтың, Алла халҡын ҡурҡытыр өсөн, пропаганда ҡулланғанын иҫләйһегеҙме? Асылда, ул былай тигән: «Һеҙҙе Ассириянан бер нәмәлә ҡотҡара алмай. Хатта Аллағыҙ Йәһүә лә һеҙҙең өсөн бер нәмә лә эшләй алмай». Ул шулай уҡ: «Йәһүә үҙе беҙгә был ерҙе ҡыйратырға ҡушты», — тип өҫтәгән. Йәһүә быға нимә тип яуаплаған? Ул былай тигән: «Үҙең ишеткән һүҙҙәрҙән ҡурҡма. Ассирия батшаһының хеҙмәтселәре миңә әйткән көфөр һүҙҙәр арҡаһында шомға төшмә» (2 Бат. 18:22—25; 19:6). Унан һуң Йәһүә үҙенең фәрештәһен ебәргән, был фәрештә бер төн эсендә 185 000 ассириялыларҙы үлтереп сыҡҡан (2 Бат. 19:35).

АҠЫЛЛЫ ЭШ ИТЕП, ҺӘР ВАҠЫТ ЙӘҺҮӘНЕ ТЫҢЛАҒЫҘ

Бәлки, һеҙҙең төп геройҙың, алданып, башҡалар ни теләй шуны эшләгәнен һүрәтләгән фильм ҡарағанығыҙ барҙыр. Ҡараған ваҡытта: «Быға ышанма! Улар һине алдай!» — тип ҡысҡырып ебәрергә теләнегеҙме? Ә хәҙер фәрештәләрҙең һеҙгә: «Шайтандың ялғанына ышанма!» — тип ҡысҡырғандарын күҙ алдына килтерегеҙ.

Шайтандың пропагандаһын тыңламағыҙ (Ғиб. һүҙ. 26:24, 25). Йәһүәне тыңлағыҙ һәм бөтә эштәрегеҙҙә лә уға таянығыҙ (Ғиб. һүҙ. 3:5—7). Уның: «Аҡыллы бул һәм йөрәгемде һөйөндөр», — тигән мөхәббәткә тулы һүҙҙәрен күңелегеҙгә һалығыҙ (Ғиб. һүҙ. 27:11). Шул саҡта һеҙ кешеләрҙең аңдары өсөн барған көрәштә һәләк булмаҫһығыҙ!