БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | ФӘРЕШТӘЛӘР. УЛАР БАРМЫ?
Фәрештәләр. Улар тормошобоҙға тәьҫир итә аламы?
Кюрасао утрауында йәшәгән Кеннет һәм Филомена исемле ир менән ҡатын бер ғаилә менән Изге Яҙманы өйрәнгән. Ғәҙәттәгесә, бер йәкшәмбе көндө, улар шул ғаиләгә өйрәнеүгә килгән.
Кеннет былай тип һөйләй: «Йорт янына килеп еткәндә, өй бикле һәм машина ла юҡ ине. Әммә мине ниҙер уларға шылтыратырға этәрҙе».
Ҡатыны, трубканы алып, ирем эштә, тип әйтте. Кеннет менән Филоменаның ишек төбөндә торғанын белгәс, ул, ишекте асып, уларҙы өйгә индергән.
Улар ҡатындың күҙҙәре йәшле булыуына иғтибар иткән. Изге Яҙманы өйрәнер алдынан доға ҡыла башлағас, ҡатын яңынан илай башлаған. Шунда Кеннет менән Филомена ипле генә унан нимә булғанын һорашҡан.
Ҡатын, үҙ-үҙенә ҡул һалырға йыйынғаны һәм Кеннет шылтыратҡанда, үлер алдынан иренә хат яҙып ултырғаны хаҡында һөйләп биргән. Үҙенең депрессиянан яфаланыуы тураһында ла әйткәс, Кеннет менән Филомена уға Изге Яҙманан йыуатыусы һүҙҙәр уҡыған. Шулай итеп был парҙың килеүе ҡатындың ғүмерен һаҡлап ҡалған.
«Ауыр сағында был ҡатынға ярҙам итә алғаныбыҙ өсөн, фәрештәләр ашамы йә изге рух ярҙамындамы, беҙҙе уға шылтыратырға дәртләндергәне өсөн, беҙ Йәһүәгә * рәхмәт әйттек!» — тип иҫенә төшөрә Кеннет.
Был ысындан да Алланың ҡыҫылыуы булғанмы, ул фәрештәләре йә изге рухы — үҙенең күҙгә күренмәгән көсө аша эш иткәнме? Йә Кеннеттың ваҡытында шылтыратыуы осраҡлы хәл генә булғанмы?
Теүәл әйтеп булмай. Әммә беҙ Алланың, кешеләргә үҙе тураһында белем алырға ярҙам итер өсөн, фәрештәләрен ҡулланғанын теүәл беләбеҙ. Мәҫәлән, Инжилдә Алланың, үҙ фәрештәһен ҡулланып, рухи һорауҙарға яуаптар алырға теләгән хәбәш кешеһенә Филипп исемле вәғәзсене ебәргәне хаҡында яҙылған (Ғәмәлдәр 8:26—31).
Диндәрҙә илаһи заттар тураһында төрлө тәғлимәттәр бар. Мәҫәлән, ҡайһы бер диндәрҙә изгелекле, Алланың ихтыярын үтәгән йәки уның шәхси һаҡсылары булараҡ хеҙмәт иткән рухтар тураһында өйрәтеүҙәр бар. Күп кенә кешеләр фәрештәләрҙең барлығына ғына түгел, ә уларҙың кеше тормошона тәьҫир итеүенә лә ышана. Ә ҡайһы берәүҙәр фәрештәләргә бөтөнләй ышанмай.
Фәрештәләр ысындан да бармы? Әгәр булһа, улар нисек барлыҡҡа килгән? Кемдәр улар? Улар беҙҙең тормошобоҙға тәьҫир итә аламы? Әйҙәгеҙ, был һорауҙарға яуап табайыҡ.
^ 8 абз. Изге Яҙма буйынса, Йәһүә — ул Алланың исеме (Зәбур 83:18).