Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ҠАЙҒЫ КИСЕРЕҮСЕЛӘРГӘ ЯРҘАМ

Юғалтыу ҡайғыһын нисек кисереп сығырға? Нимә эшләп була?

Юғалтыу ҡайғыһын нисек кисереп сығырға? Нимә эшләп була?

Ҡайғыны еңергә ярҙам итер өсөн күп кәңәштәр бирелә. Башта әйтеп кителгәнсә, ҡайғыны һәр кем үҙенсә кисерә, шуға ла кәңәштәр ҙә бик күп. Сөнки бер кешегә ярҙам иткән кәңәш икенсе кешегә файҙа килтермәҫкә мөмкин.

Шулай ҙа бер нисә төп кәңәш, ғәҙәттә, күптәргә ярҙам итә. Уларҙы йыш ҡына психологтарҙан ишетергә була. Ул кәңәштәр боронғо бер аҡыллы китапта — Изге Яҙмала яҙылған принциптарға тура килә.

1. ТУҒАНДАРЫҒЫҘҘЫҢ ҺӘМ ДУҪТАРЫҒЫҘҘЫҢ ЯРҘАМЫН ҠАБУЛ ИТЕГЕҘ

  • Был, ҡайһы бер психологтар әйтеүенсә, ҡайғыны еңер өсөн иң мөһим сараларҙың береһе булып тора. Ләкин ҡайһы ваҡыт һеҙҙең яңғыҙ ғына ҡалыу теләге тыуырға мөмкин. Хатта үҙегеҙгә ярҙам итергә тырышҡан кешеләргә асыуығыҙ килеүе ихтимал. Был да ғәҙәти хәл.

  • Мин һәр ваҡыт кешеләр менән булырға тейешмен, тип уйламағыҙ, әммә шул уҡ ваҡытта уларҙан бөтөнләй ситләшергә лә тырышмағыҙ, сөнки киләсәктә һеҙгә уларҙың ярҙамы кәрәк булыуы ихтимал. Уларға ипле генә итеп әлеге мәлдә үҙегеҙгә нимә кәрәк, ә нимә кәрәкмәй икәнен аңлатығыҙ.

  • Хәлегеҙгә ҡарап, кеше араһында күпме ваҡыт үткәрергә, ә күпме яңғыҙ булырға кәрәклеген үҙегеҙ һайлағыҙ.

ПРИНЦИП: «Икәү булыу яңғыҙ булыуға ҡарағанда яҡшыраҡ... Береһе йығылһа, икенсеһе иптәшенә торорға ярҙам итер» (Вәғәзсе 4:9, 10).

2. ДӨРӨҪ ТУҠЛАНЫҒЫҘ ҺӘМ ФИЗИК КҮНЕГЕҮҘӘР ЯҺАҒЫҘ

  • Дөрөҫ туҡланыу ҡайғы тыуҙырған стресты кәметергә ярҙам итә. Емеш, йәшелсә һәм һимеҙ булмаған аҡһымлы ризыҡ ашарға тырышығыҙ.

  • Күп итеп һыу һәм сәләмәтлеккә файҙалы башҡа эсемлектәр эсегеҙ.

  • Әгәр аппетитығыҙ булмаһа, әҙ-әҙләп кенә, әммә йышыраҡ ашағыҙ. Бәлки, табип менән кәңәшләшеп, витаминдар ҡабул итергә кәрәк булыр *.

  • Тиҙ йөрөү һәм физик күнегеүҙәр тиҫкәре хистәр менән көрәшергә ярҙам итер. Спорт менән шөғөлләнеү — тормошоғоҙҙа булған үҙгәрештәр хаҡында уйланыр йә, киреһенсә, улар хаҡында бер аҙ онотоп торор өсөн яҡшы сара.

ПРИНЦИП: «Бер кем дә бер ҡасан да үҙ тәненә нәфрәтле булмай, киреһенсә... туҡландыра һәм ҡайғырта» (Ефестарға 5:29).

3. ЙОҠОҒОҘҘО ТУЙҘЫРЫҒЫҘ

  • Яҡынын юғалтҡан кеше өсөн йоҡо бигерәк тә мөһим, сөнки ҡайғы хәлде ала.

  • Алкоголь һәм кофеинлы эсемлектәр менән мауыҡмағыҙ, сөнки улар йоҡоно ҡасыра.

ПРИНЦИП: «Ике ус ауыр эш менән ел ҡыуыуға ҡарағанда бер ус ял яҡшыраҡ» (Вәғәзсе 4:6).

4. ҮҘЕГЕҘ ӨСӨН НИМӘ ЯҠШЫРАҠ, ШУНЫ ҺАЙЛАҒЫҘ

  • Ҡайғыны һәр кеше үҙенсә кисерә. Һеҙҙең осраҡта нимә яҡшыраҡ булыр, шуны билдәләгеҙ.

  • Ҡайһы берәүҙәр, үҙ хистәре хаҡында башҡаларға һөйләгәс, еңеллек тойғанын һиҙгән. Ә икенселәр, киреһенсә, барыһын үҙ эсендә һаҡлай. Хис-тойғо менән бүлешеүҙең ҡайғыны еңергә ярҙам итеү-итмәүе хаҡында әйткәндә, психологтар төрлө ҡараш белдерә. Әгәр хәлегеҙҙе берәйһенә һөйләп бирергә теләйһегеҙ, әммә тартынаһығыҙ икән, хистәрегеҙҙе әҙ-әҙләп кенә яҡын дуҫығыҙға әйтеп ҡарағыҙ.

  • Ҡайһы берәүҙәргә ҡайғылы ваҡытта илап алыу ярҙам итә, ә икенселәр иһә һирәк илай.

ПРИНЦИП: «Кеше үҙенең йөрәк әрнеүен белә» (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:10).

5. НАСАР ҒӘҘӘТТӘРҘӘН СИТЛӘШЕГЕҘ

  • Ҡайһы берәүҙәр күңел әрнеүен алкоголь, наркотиктар йә медицина препараттары менән баҫырға тырыша. Әммә ундай ысул ҡурҡыныс. Был саралар ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа еңеллек бирә, ә эҙемтәләре бик етди булырға мөмкин. Зыян килтермәй ярҙам итә торған ысулдар ҙа бар.

ПРИНЦИП: «Әйҙәгеҙ тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы тап төшөүҙән сафландырайыҡ» (2 Коринфтарға 7:1).

6. ВАҠЫТЫҒЫҘҘЫ ДӨРӨҪ ФАЙҘАЛАНЫҒЫҘ

  • Күптәр, ҡайғыға батмаҫ өсөн, ауыр хистәрҙән ваҡытлыса булһа ла азат итерҙәй эштәр менән шөғөлләнә.

  • Дуҫтар менән аралашыу, яңы кешеләр менән танышыу, ниндәйҙер һөнәргә өйрәнеү ҡайғыны бер аҙ баҫа ала.

  • Ваҡыт үтеү менән ундай саралар йышыраҡ һәм дауамлыраҡ була барғанын һиҙерһегеҙ, һәм тормошоғоҙ әкренләп үҙ яйына төшөр. Был ғәҙәти хәл.

ПРИНЦИП: «Һәр нәмәнең үҙ мәле бар... Илау ваҡыты бар һәм көлөү ваҡыты бар, ҡайғырып ҡысҡырыу ваҡыты бар һәм бейеү ваҡыты бар» (Вәғәзсе 3:1, 4).

7. КӨНДӘЛЕК ГРАФИКТАН ТАЙПЫЛМАҒЫҘ

  • Мөмкин тиклем тиҙерәк ғәҙәти тормошҡа ҡайтырға тырышығыҙ.

  • Графикка (йоҡо, эш һәм башҡа шөғөлдәр) ярашлы йәшәй башлағас, һеҙ тормошоғоҙҙоң рәтләнә барыуын һиҙерһегеҙ.

  • Шатлыҡлы һәм файҙалы эштәр ауыр уйҙарҙан арынырға ярҙам итер.

ПРИНЦИП: «Ул үҙ ғүмеренең тиҙ уҙып барған көндәрен һиҙмәҫ тә, сөнки Алла уның йөрәген шатлыҡ менән тултыра» (Вәғәзсе 5:20).

8. ЕТДИ ҠАРАРҘАР ҠАБУЛ ИТКӘНДӘ АШЫҠМАҒЫҘ

  • Кешеләр яҡыны үлгәс тә ҡабул иткән ҡайһы бер ҡарарҙар тураһында һуңынан үкенә.

  • Мөмкин булһа, башҡа ергә күсеп китергә, эшегеҙҙе алыштырырға һәм мәрхүмдең әйберҙәренән арынырға ашыҡмағыҙ.

ПРИНЦИП: «Тырыш кешенең ниәттәре уңышҡа илтә, ә ашыҡ-бошоҡ эшләүсе һәр кем ярлы буласаҡ» (Ғибрәтле һүҙҙәр 21:5).

9. ЯРАТҠАН ЯҠЫНЫҒЫҘҘЫ ХӘТЕРЕГЕҘҘӘ ҺАҠЛАҒЫҘ

  • Күптәр, үлгән яҡындарын хәтерҙә һаҡлар өсөн, төрлө саралар күрә.

  • Мәҫәлән, фотографиялар йә мәрхүм менән бәйле әйберҙәр коллекцияһы булдырырға йә күңелегеҙгә яҡын хәтирәләрҙе көндәлеккә яҙырға була.

  • Күңелле саҡтарҙы иҫкә төшөргән әйберҙәрҙе һаҡларға һәм кәрәк саҡта уларҙы ваҡыт-ваҡыт сығарып ҡарап алырға була.

ПРИНЦИП: «Элекке көндәрҙе иҫеңә төшөр» (Ҡанун 32:7).

10. БЕРӘЙ ЕРГӘ БАРЫП ҠАЙТЫҒЫҘ

  • Бәлки, отпуск алып, ҡайҙалыр йөрөп килерһегеҙ.

  • Әгәр оҙайлы отпуск алып булмаһа, бер-ике көнгә ҡайҙалыр барып килергә мөмкин. Походҡа, музейға барырға була йә машинала йөрөп килергә.

  • Көндәлек шарттарҙы хатта ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа үҙгәртеү ҙә күңелегеҙгә еңеллек бирер.

ПРИНЦИП: «Минең менән берәй аулаҡ ергә барып, бер аҙ ял итеп алығыҙ» (Марк 6:31).

11. БАШҠАЛАРҒА ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ

  • Башҡаларға ярҙам иткәндә, һеҙ үҙегеҙгә лә ярҙам итәһегеҙ.

  • Беренсе сиратта яҡынығыҙҙың үлгәне арҡаһында һеҙҙең менән бергә ҡайғы кисергән туғандарығыҙ һәм дуҫтарығыҙға ярҙам кәрәк булыр.

  • Башҡаларға ярҙам итеп һәм уларҙы йыуатып, үҙегеҙҙе кәрәкле кеше итеп тойорһоғоҙ, һәм күңелегеҙ күтәрелер.

ПРИНЦИП: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк» (Ғәмәлдәр 20:35).

12. НИМӘГӘ ӨҪТӨНЛӨК БИРЕРГӘ КӘРӘКЛЕГЕН ЯҢЫНАН ҠАРАП СЫҒЫҒЫҘ

  • Ҡайғы тормошта ысынлап та нимә мөһим икәнен яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә.

  • Үҙгәргән шарттарҙа нимәгә өҫтөнлөк бирергә кәрәклеген яңынан ҡарап сығығыҙ.

  • Кәрәк булһа, тормош рәүешегеҙҙе үҙгәртегеҙ.

ПРИНЦИП: «Мәжлес йортона барғансы, матәм йортона барыу хәйерлерәк, сөнки һәр кемдең ахыры — үлем, һәм йәшәүселәр быны үҙ күңеленә һалырға тейеш» (Вәғәзсе 7:2).

Шуныһы хаҡ: күңел әрнеүҙәрен тулыһынса баҫа торған сара юҡ. Ләкин яҡынын юғалтҡан кешеләрҙең күбеһе билдәле бер саралар күреп, мәҫәлән, ошо мәҡәләлә бирелгән кәңәштәрҙе ҡулланып, күңеленә йыуаныс тапҡан. Әлбиттә, мәҡәләлә ҡайғыны кисереп сығырға ярҙам иткән кәңәштәр исемлеге тулы түгел. Әммә уларҙың ҡайһы берҙәрен ҡулланып, моғайын, күңелегеҙҙә еңеллек һиҙерһегеҙ.

^ «Уянығыҙ!» дауаланыуҙың ниндәй ҙә булһа төрөн яҡламай.