Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

4-СЕ СИФАТ

Яуаплылыҡ

Яуаплылыҡ

ЯУАПЛЫ БУЛЫУ НИМӘНЕ АҢЛАТА?

Яуаплы кешегә таянып була. Ул эшен тырышып башҡара һәм барыһын да үҙ ваҡытында эшләй.

Балалар бәләкәй булһалар ҙа яуаплы булырға өйрәнә ала. «Ун биш айлыҡ ҡына балалар ҙа хеҙмәттәшлек итергә һәләтле, ә йәш ярымда инде улар ата-әсәһенең эшендә ҡатнашырға ынтыла,— тип әйтелә бер китапта,— Күп илдәрҙә балаларҙы биш-ете йәштән үк өйҙәге эштәрҙе эшләргә өйрәтәләр, һәм улар быны яҡшы ғына башҡарып сыға ала» («Parenting Without Borders»).

НИ ӨСӨН ЯУАПЛЫ БУЛЫУ БИК МӨҺИМ?

«Бумеранг быуыны» тигән термин үҙ-аллы тормош башлар өсөн ата-әсәһе йортонан киткән, әммә ҡыйынлыҡтар менән осрашҡас кире өйҙәренә әйләнеп ҡайтҡан йәштәргә ҡарай. Ҡайһы бер осраҡтарҙа йәштәр аҡсаны дөрөҫ тотонорға, өйҙә тәртип булдырырға һәм көндәлек вазифаларын үтәргә өйрәтелмәгәнгә шулай килеп сыға.

Шуның өсөн баланы яуаплы булырға хәҙер үк өйрәтеү яҡшы булыр, үҙ-аллы тормошта был сифат бик кәрәк бит. «Ун һигеҙ йәшкә тиклем уны үҙегеҙгә бәйле итеп тотоп, шунан үҙ-аллы тормошҡа ҡыуып сығарып ебәрергә теләйһегеҙме ни?» — тип һорай ата-әсәләрҙән бер китаптың авторы («How to Raise an Adult»).

ЯУАПЛЫЛЫҠҠА НИСЕК ӨЙРӘТЕРГӘ?

Өйҙәге эштәрҙе эшләргә ҡушығыҙ.

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Һәр бер тырыш хеҙмәттең файҙаһы бар» (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:23).

Бәләкәй балалар ата-әсәләре менән бергә нимәлер эшләргә ярата. Уларҙың был тәбиғи теләктәрен ҡулланып, өйҙәге эштәрҙе ҡушығыҙ.

Ҡайһы бер ата-әсәләр быны эшләргә теләмәй. Балаларға мәктәптә өйгә эш күп бирелә, шуға күрә артыҡ күп эш ҡушырға кәрәкмәй, тип һанай улар.

Әммә өйҙә ярҙам иткән балалар мәктәптә яҡшыраҡ уҡый, сөнки улар ҡушылған эшкә тотонорға һәм уларҙы үтәргә өйрәнгән. Бынан тыш, юғарыла килтерелгән китапта әйтелгәнсә, әгәр балаларҙың өй эштәрендә ҡатнашыу теләген иғтибарһыҙ ҡалдырһаҡ, «беҙ уларға, беҙгә һеҙҙең ярҙам кәрәкмәй, тип әйткән кеүек була... Ахыр сиктә улар, беҙҙең өсөн барыһын да башҡалар эшләргә тейеш, тип һанай башлай» («Parenting Without Borders»).

Шул уҡ китапта әйтелеүенсә, өйҙәге бурыстарын үтәү ғәҙәте уларға алыуға ҡарағанда биреү яҡшыраҡ икәнен аңларға ярҙам итә, был балаларҙы ҡулланыусы ғына булмаҫҡа өйрәтә. Шулай итеп бала үҙен ғаиләлә кәрәкле итеп хис итә һәм яуаплы булырға өйрәнә.

Баланы үҙ хаталары өсөн яуаплы булырға өйрәтегеҙ.

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Кәңәшкә ҡолаҡ һал, тәрбиәне ҡабул ит, һәм киләсәктә һин зирәк булырһың» (Ғибрәтле һүҙҙәр 19:20).

Әгәр бала хата эшләһә, мәҫәлән, яңылыш кеше әйберен боҙһа, быны йәшерергә тырышмағыҙ. Бала үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ ала ала — был осраҡта ғәфү үтенә һәм хатта зыянды ҡаплай ала.

Үҙ хаталарын танып, бала шуға өйрәнә:

  • намыҫлы булырға

  • башҡаларҙы ғәйепләмәҫкә

  • аҡланмаҫҡа

  • ғәфү үтенергә.