Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

«Доғаларҙы тыңлаусы» Алла беҙҙе рәхәтләнеп тыңлай (ЗӘБУР 65:2)

Доға ҡылыу Аллаһы Тәғәләгә яҡынайта

Доға ҡылыу Аллаһы Тәғәләгә яҡынайта

Аллаһы Тәғәлә кешеләргә уникаль бүләк — доға ҡылыу мөмкинлеге биргән. Кеше доғала уға үтенестәр менән мөрәжәғәт итә һәм хис-тойғоларын һөйләй ала. Дауыт пәйғәмбәр былай тип доға ҡылған: «Эй Доғаларҙы тыңлаусы, төрлө кешеләр һиңә килер» (Зәбур 65:2). Әммә, Хоҙай беҙҙе ишетһен һәм яуап бирһен өсөн, нисек итеп доға ҡылырға?

ДОҒА ҠЫЛҒАНДА БАҪАЛҠЫ ҺӘМ ИХЛАС БУЛЫҒЫҘ

Аллаһы Тәғәләгә үҙ һүҙҙәрегеҙ менән доға ҡылығыҙ. Был уға күңелегеҙҙе «бушатырға», йәғни үҙ хистәрегеҙҙе һөйләргә мөмкинлек бирә (Зәбур 62:8). Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе ысын күңелдән әйтелгән доғаларҙы хуш күрә.

АЛЛАҒА ИСЕМЕ МЕНӘН ӨНДӘШЕГЕҘ

Барлыҡҡа килтереүсенең күп титулдары бар, улар араһында: Алла, Аллаһы Тәғәлә, Хоҙай, Раббы. Ләкин уның исеме берәү генә. «Мин Йәһүә. Был — минең исемем», — ти Аллаһы Тәғәлә (Ишағыя 42:8). Йәһүә тигән исем Изге Яҙмала яҡынса 7000 тапҡыр осрай. Күп пәйғәмбәрҙәр Аллаға исеме менән өндәшкән. Мәҫәлән, Ибраһим пәйғәмбәр: «Эй, Йәһүә... һиңә һөйләргә батырсылыҡ иттем», — тип доға ҡылған (Башланмыш 18:27, ЯДТ). Беҙгә лә доға ҡылғанда Аллаһы Тәғәләгә, Йәһүә, тип өндәшергә кәрәк.

ҮҘ ТЕЛЕГЕҘҘӘ ДОҒА ҠЫЛЫҒЫҘ

Барлыҡҡа килтереүсе, ниндәй генә телдә һөйләһәгеҙ ҙә, уй-хистәрегеҙҙе аңлай. Уның Һүҙендә былай тиелә: «[Алла] кеше айырма[й]... Һәр халыҡ араһында Алланы ололаусылар һәм тәҡүә булыу яҡлылар Уға ҡулай» (Ғәмәлдәр 10:34, 35).

Ләкин Аллаһы Тәғәләгә яҡынлашыр өсөн доға ҡылыу ғына етмәй. Киләһе мәҡәләнән уны ҡыуандырыр өсөн тағы нимә эшләргә кәрәклеген белерһегеҙ.