Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ҡурҡыныс сир менән ауырығанда

Ҡурҡыныс сир менән ауырығанда

«Үпкәмдә һәм йыуан эсәгемдә рак булғанлығын белгәс, был хәбәр миңә үлем хөкөмө кеүек яңғыраны. Ләкин дауахананан ҡайтҡас, былай тип уйлап ҡуйҙым: „Әлбиттә был көтөлмәгән диагноз булды, әммә бының менән нисектер йәшәргә кәрәк бит“» (Линда, 71 йәш).

«Мин битемдең һул яғындағы өс тармаҡлы нервы невралгияһынан интегәм. Ҡайһы ваҡыт был сир шул тиклем көсәйеп китә, мин хатта депрессияға биреләм. Күп тапҡыр мин үҙемде яңғыҙ итеп хис иттем, хатта үҙ-үҙемә ҡул һалырға тип уйлап ҡуя инем» (Элис, 49 йәш).

ӘГӘР һеҙҙә йә яҡынығыҙҙа үлемгә килтерә торған сир тапһалар, был ниндәй ҡайғыға килтергәнен беләһегеҙҙер, моғайын. Һеҙгә был сир килтергән ғазаптарҙан тыш, уға бәйле күп кире хистәр кисерергә тура килә. Бер туҡтауһыҙ табиптарға йөрөү, кәрәкле дауаланыуҙы табыу һәм улар өсөн түләү ауырлыҡтары, шулай уҡ дарыуҙарҙың зыянлы тәьҫире һеҙҙе хәлдән тайҙырып, ҡурҡыуҙарығыҙҙы һәм борсолоуҙарығыҙҙы тағы ла нығыраҡ көсәйтә ала. Күңел ғазаптары, тән һыҙланыуын көсәйтеп, тормошто сыҙай алмаҫлыҡ итергә мөмкин.

Ярҙамды ҡайҙан эҙләргә? Күптәргә Аллаға доға ҡылыу һәм Изге Яҙманан йыуата алған фекерҙәрҙе уҡыу ҙур тыныслыҡ килтергән. Шулай уҡ туғандар һәм дуҫтар яғынан яратыу, нығытыу ярҙам була ала.

НИМӘ ЯРҘАМ ИТӘ АЛА

«Аллаға иман итегеҙ, — тип кәңәш бирә 58 йәшлек Роберт, — һәм Алла һеҙгә был ауырыуығыҙҙы кисереп сығырға ярҙам итәсәк. Йәһүәгә доға ҡылығыҙ. Уға хистәрегеҙ хаҡында һөйләгеҙ. Үҙегеҙгә изге рух биреүен һорағыҙ. Ғаиләгеҙ хаҡына ныҡ булып, ауырыуҙы дәрәжәгеҙҙе төшөрмәйенсә кисереп сығыр өсөн, Алланан көс һорағыҙ».

Роберт тағы ла былай тип өҫтәй: «Ғаилә ярҙамы мөһим роль уйнай, сөнки улар һине һәр ваҡыт эмоциональ яҡтан нығытып тора. Кем дә булһа көнөнә бер-ике тапҡыр шылтыратып хәлемде белешә. Төрлө ерҙә йәшәгән дуҫтарым мине йыуатып тора. Шуға күрә мин үҙемде яҡшыраҡ хис итәм һәм бирешмәйем».

Әгәр һеҙ сирләгән дуҫығыҙға барып килергә теләһәгеҙ, Линданың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалығыҙ: «Сирләгән кешенең мөмкин тиклем ғәҙәти тормош алып барғыһы килә. Уның ҡайһы ваҡытта сире хаҡында һөйләгеһе килмәҫкә мөмкин. Шуға күрә башҡалар менән ғәҙәттә нимә тураһында һөйләшһәгеҙ, уның менән дә шул турала һөйләшегеҙ».

Һеҙ хатта ҡурҡыныс сир менән ауырыһағыҙ ҙа, Алланың көсө, Изге Яҙмалағы йыуатҡан фекерҙәр, шулай уҡ ғаилә һәм дуҫтарҙың нығытыуы һеҙҙе артабан да йәшәргә кәрәк икәненә ышандырыр.