Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Тормош иптәше хыянат иткәндә

Тормош иптәше хыянат иткәндә

«Ирем йәшерәк ҡатын таптым тигәс, минең үлгем килде. Бигерәк тә уның өсөн ниндәй ҡорбандарға барғанымды иҫемә төшөргән саҡтарҙа, был шул тиклем ғәҙелһеҙ булып күренде» (Мария, Испания).

«Ҡатыным уйламағанда икенсе берәүгә киткәс, эсемдә нимәлер үлгәндәй булды. Беҙҙең бөтә хыялдарыбыҙ, өмөттәребеҙ һәм пландарыбыҙ селпәрәмә килде. Ҡайһы бер көндәрҙә үҙемде был ҡайғынан арынған төҫлө тоя инем, ләкин һуңынан тағы өмөтһөҙлөк упҡынына ҡолай инем» (Билл, Испания).

ТОРМОШ иптәшенең хыянаты күңелгә иң ҙур яра һала тиһәк тә, яңылышыу булмаҫ. Ҡайһы берәүҙәр тормош иптәшен ғәфү итеп мөнәсәбәттәрен кире ҡайтарырға ҡарар итә *. Никахтарын һаҡлап ҡалырҙармы, юҡмы, тормош иптәштәре хыянат иткән кешеләр әсе йән ғазабы кисерә. Ошо күңел әрнеүҙәрен баҫырлыҡ берәй дауа бармы?

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ЙЫУАТА АЛҒАН АЯТТАР

Хыянат ҙур күңел ғазабы килтерһә лә, күптәр Изге Яҙманан йыуаныс тапҡан. Улар Изге Яҙманан Алланың үҙҙәренең күҙ йәштәрен күреүен һәм ауыр хәлдәрен аңлауын белгән (Малахи 2:13—16).

«Борсолоуҙар мине биләп алғанда, һин миңә йыуаныс һәм тыныслыҡ бирҙең» (Зәбур 94:19).

«Был һүҙҙәрҙе уҡыған һайын, Йәһүәнең, ҡайғыртыусан атай шикелле, күңелемде йыуатыуын һиҙә инем», — тип иҫенә төшөрә Билл.

«Тоғро кешегә ҡарата һин тоғро эш итәһең» (Зәбур 18:25).

Ире айҙар буйы алдап йөрөгән Кармен былай тип бүлешә: «Минең ирем тоғро булманы, ләкин мин Йәһүәнең тоғро булыуына тулыһынса ышана алам. Ул мине бер ҡасан да ташламаясаҡ».

«Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә, Алла алдында теләктәрегеҙҙе... белдерегеҙ. Шулай булһа, һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе... һаҡлар» (Филиптарға 4:6, 7).

«Мин был һүҙҙәрҙе ҡат-ҡат уҡыным, — ти Саша. — Аллаға күберәк доға ҡылған һайын, күберәк тыныслыҡ тойҙом».

Бөтә ошо кешеләргә ваҡыт-ваҡыт көрәшергә хәлдәре ҡалмаған кеүек тойолған. Әммә улар Йәһүә Аллаға таянған һәм уның Һүҙенән көс алған. Билл үҙенең хистәрен былай тип аңлата: «Тормошом аҫты-өҫкә килгәндә, иманым тормошома мәғәнә бирҙе. Күпмелер ваҡыт „дөм ҡараңғылыҡ ҡаплаған үҙәнлектән барһам да“, Алла минең янымда булды» (Зәбур 23:4).

^ Хыянатты кисерергәме, юҡмы тигән һорау 1999 йылдың 22 апрелендә сыҡҡан «Уянығыҙ!» журналында (урыҫ) «Тормош иптәшенең хыянаты» тигән инеш мәҡәләләрҙә ҡарала.