Йомарт булыуҙың файҙаһын татып ҡарағыҙ
«АВТОБУС ҡуҙғалһа ла була, ә был ҡытай егете ҡалһын!» Ошо һүҙҙәрҙе Александра исемле ҡатын автобуста ултырғанда ишеткән. Был автобус Көньяҡ Америкалағы ике илде айырып торған сик аша сығырға тейеш булған. Нимә булғанын аңлар өсөн, Александра автобустан сыға һәм шул ҡытай кешеһенең вата-емерә сик һаҡсыһына испан телендә нимәлер аңлатырға маташҡанын күрә. Александра Йәһүә шаһиттарының ҡытай телендә үткән осрашыуҙарына йөрөгән, шуға күрә ул ҡытай кешеһенең әйткәндәрен сик һаҡсыһына аңлатырға була.
Ир кеше шул илдең гражданы булыуы һәм аҡсаһы менән документтарының урланыуы тураһында әйтә. Башта сик һаҡсыһы ирҙең әйткәндәренә ышанмай, ул хатта Александраны ҡолдар менән һатыу итеү эшенә бәйле тип уйлай. Ахыр сиктә, сик һаҡсыһы ирҙең һүҙҙәренә ышана, әммә бахыр ир кеше, тейешле документы булмағанға күрә, штраф түләргә мәжбүр була. Аҡсаһыҙ ҡалғанға, Александра уға 20 доллар биреп торорға тәҡдим итә. Мең-мең рәхмәтле булған ир кеше Александраға артығы менән ҡайтарып бирергә вәғәҙә итә. Әммә Александра ярҙамы өсөн был ирҙән бер нәмә лә көтмәй, сөнки шулай эш итеүҙе дөрөҫ тип һанай. Ул был иргә Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әҙәбиәт бирә һәм Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнергә өндәй.
Төрлө дин тотҡан, шулай уҡ Аллаға ышанмаған кешеләр ҙә, таныш булмағандарға ихлас күңелдән ышанып, уларға ҡарата йомартлыҡ күрһәтә. Был хаҡта ишетеү ысындан да күңелде йылыта. Ә һеҙ, башҡалар тураһында эскерһеҙ хәстәрләп, улар өсөн үҙегеҙҙең мәнфәғәтегеҙҙе ҡорбан итергә әҙерме? Был һорау бик мөһим, сөнки Ғайса пәйғәмбәр: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк», — тигән (Ғәмәлдәр 20:35). Хатта ғалимдарҙың тикшеренеүҙәре буйынса, йомарт биреү кешенең үҙенә лә файҙа килтерә. Ҡайһы яҡтан? Әйҙәгеҙ, ҡарап сығайыҡ.
«ШАТЛАНЫП БИРГӘН КЕШЕ»
Тормоштан күренеүенсә, йомартлыҡ һәм бәхет бер-береһе менән тығыҙ бәйле. Илсе Павел «Алла шатланып биргән кешене ярата», — тигән. Ул мохтажлыҡта йәшәгән имандаштарына йомарт иғәнә биреп ярҙам иткән мәсихселәр тураһында яҙған (2 Коринфтарға 8:4; 9:7). Павел, был мәсихселәр бәхетле булғанға күрә биргән, тип түгел, ә биргәнгә күрә бәхетле булған, тип әйткән.
Ысындан да, бер тикшеренеү буйынса, йомарт биреү «мейенең рәхәтлек, аралашыу һәм ышаныс өсөн яуаплы булған өлөштәрен әүҙемләштереп, кешелә йылылыҡ тойғоһо тыуҙыра». Башҡа бер тикшеренеү буйынса, «кеше аҡсаһын үҙе өсөн тотонғанда түгел, ә башҡа кешегә биргәндә күберәк бәхет кисерә».
Ә һеҙ, бәлки, шарттарым арҡаһында башҡаларға әллә ни күп бирә алмайым, тип уйлайһығыҙҙыр. Әммә ысынында һәр бер кеше шатланып биреүсе була ала. Иң мөһиме, дөрөҫ ниәттәрҙән сығып биреү.
Бүләктең күләме ҙур булмаҫҡа ла мөмкин. Бер ҡатын, Йәһүә шаһиты, ошо брошюраның сығарыусыларына иғәнә ебәргән һәм бындай һүҙҙәр яҙған: «Мин күп йылдар буйы ни бары Батшалыҡ залында бәләкәй генә иғәнә һала торғайным. Йәһүә Алла миңә биргәндәремдән күпкә күберәк ҡайтарып торҙо. [...] Миңә бындай бүләк эшләргә мөмкинлек биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Минең өсөн был ҙур шатлыҡ».Биреү, әлбиттә, аҡсалата ғына биреү тигәнде аңлатмай. Биреүҙең төрлө төрҙәре бар.
ЙОМАРТ БУЛЫУ ҺАУЛЫҠ ӨСӨН ФАЙҘАЛЫ
Изге Яҙмала былай тиелә: «Игелекле кеше үҙенә файҙа таба, ә яман кеше үҙенә бәлә килтерә» (Ғибрәтле һүҙҙәр 11:17). Игелекле кешеләр йомарт була, улар үҙ ваҡытын, көсөн йәлләмәй башҡалар хаҡында ҡайғыртырға әҙер. Йомартлыҡ күрһәтеү кешегә күп яҡтан файҙа килтерә, ә һаулығы өсөн ни хәтлем шифалы икәне хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ.
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, башҡаларға теләп ярҙам иткән кешеләр депрессиянан һәм төрлө ауырыуҙарҙан аҙыраҡ интегә. Һәр хәлдә, ундай кешеләрҙең һаулығы күпкә яҡшыраҡ. Йомарт биреү хатта тарҡау склероз йә ВИЧ кеүек хроник сирҙән интеккән кешеләрҙең хәлен еңеләйтә. Шулай уҡ эскеселектән дауаланған кешеләр, башҡаларға ярҙам итергә тырышҡанда, депрессиянан күпкә әҙерәк яфалана, яңынан эскеселеккә бирелеү ихтималлығы ла кәмей.
Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Бер журналда былай тиелә: «Изгелек, яҡшылыҡ һәм ҡыҙғаныу хисе тиҫкәре хис-тойғоларҙы ҡыҫырыҡлап сығара». Башҡалар хаҡында ҡайғыртыу стресты кәметә һәм ҡан баҫымын түбәнәйтә. Әгәр ҙә тормош иптәшен юғалтҡан кеше башҡалар тураһында хәстәрлек күрә икән, ул депрессиянан тиҙерәк сыға.
Һис шикһеҙ, башҡаларға ярҙам итеп, беҙ үҙебеҙгә лә ярҙам итәбеҙ.
ЙОМАРТЛЫҠТЫҢ «ЙОҒОШЛО» ТӘЬҪИРЕ
Ғайса пәйғәмбәр үҙенең шәкерттәренә бындай кәңәш биргән: «Бирегеҙ, һеҙгә лә бирелер. Итәктәрегеҙгә һәм салғыйҙарығыҙға мул итеп, үлсәү һауытын һелкетеп, тығыҙлап, өймәләмә тултырып һалып бирерҙәр. Ниндәй үлсәм менән үлсәп бирһәгеҙ, һеҙгә лә шундай уҡ үлсәм менән үлсәп ҡайтарырҙар» (Лука 6:38). Күпселек осраҡта йомартлыҡ күрһәтеүегеҙ кешеләр иғтибарынан ситтә ҡалмаҫ. Был уларҙа рәхмәт тойғоһо тыуҙырыр һәм хатта үҙҙәрен дә йомарт булырға дәртләндерер. Шулай итеп, йомартлыҡ кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яҡшырта һәм дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығыта.
Кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәрен өйрәнгәндә, ғалимдар шуға иғтибар иткән: «Башҡалар хаҡында эскерһеҙ хәстәрлек күргән кешеләргә ҡарап, тирә-яҡтағылар ҙа шулай эш итә башлай». «Башҡаларҙың изгелекле эштәре тураһында хатта уҡыу ғына ла кешеләрҙе тағы ла йомартыраҡ итә». Шулай итеп, бер тикшеренеү буйынса, «һәр ҡайһы кеше унлаған йә йөҙәрләгән кешегә, хатта таныш булмағандарға ла, тәьҫир итә ала».
Икенсе һүҙ менән әйткәндә, хатта бер генә изгелекле эштең тәьҫире йоғошло булырға мөмкин, ул бер кешенән икенсе кешегә еңел генә күсә. Һеҙ шундай кешеләр араһында йәшәргә теләмәҫ инегеҙме ни? Эйе, әгәр ҙә һәр кеше күберәк йомартлыҡ күрһәтһә, донъяла йәшәү ни тиклем рәхәт булыр ине!Флорида штатында (АҠШ) бына ниндәй осраҡ булған. Йәһүә шаһиттарының ирекле хеҙмәтселәр төркөмө һәләкәтле дауылдан зыян күргәндәргә ярҙам иткән. Улар бер емерелгән йортто йүнәтер өсөн төҙөлөш материалдарын көткән арала, күршелә йәшәгән кешенең кәртәһен йүнәтеп бирергә булған. Бер ни ҡәҙәр ваҡыт үткәс, шул кеше Йәһүә шаһиттарының бөтә донъя баш идаралығына: «Мең-мең рәхмәт һеҙгә!» — тип яҙған. «Ундай кешеләрҙе ғүмеремдә бер ҡасан да осратҡаным юҡ ине әле», — тигән ул. Был ир кеше, Йәһүә шаһиттары изге эш башҡара, тип әйтеп, йомарт иғәнә ебәргән.
ЙОМАРТ БИРГӘН АЛЛАНАН ҮРНӘК АЛЫҒЫҘ
Тикшеренеү үткәргән ғалимдар ҡыҙыҡ бер һығымтаға килгән: «Һәр кешегә башҡаларға ярҙам итеү теләге һалынған». Шул тикшеренеү күрһәтеүенсә, «бала әле һөйләшергә өйрәнгәнсе үк башҡалар тураһында эскерһеҙ ҡайғырта башлай». Ни өсөн шулай? Изге Яҙма был һорауға былай тип яуап бирә: «Алла кешене яратты, Үҙ рәүешенә, Аллаға, оҡшатып яратты» (Башланмыш 1:27). Эйе, һәр кешегә Алланың төп сифаттары һалынған.
Барлыҡҡа килтереүсебеҙ Йәһүә Алланың иҫ киткес сифаттарының береһе — йомартлыҡ. Ул беҙгә ғүмер, шулай уҡ бәхетле тормош өсөн барыһын биргән (Ғәмәлдәр 14:17; 17:26—28). Уның Һүҙен — Изге Яҙманы өйрәнеп, беҙ күктәге Атабыҙ менән танышабыҙ һәм уның беҙгә ҡарата ниәтен белә алабыҙ. Был китап шулай уҡ Алланың беҙҙең бәхетле киләсәгебеҙ хаҡына нимә эшләгәнен аса (1 Яхъя 4:9, 10). Эйе, Йәһүә Алла — йомартлыҡ сығанағы һәм беҙ уға оҡшатып барлыҡҡа килтерелгәнбеҙ, шуға күрә йомартлыҡ күрһәтеүҙең беҙгә файҙа килтереүе һәм Алланың хуплауын яуларға ярҙам итеүе бер ҙә ғәжәп түгел (Еврейҙарға 13:16).
Мәҡәләнең башында иҫкә алынған Александра исемле ҡатынды хәтерләйһегеҙме? Уның менән булған хәл нисек тамамланған? Автобустың бер пассажиры Александраға, аҡсағыҙҙы елгә осорҙоғоҙ инде, тиһә лә, теге ир кеше үҙенең дуҫтары менән бәйләнешкә ингән һәм, автобустан төшкәс тә, 20 доллар бурысын шунда уҡ Александраға ҡайтарған. Улай ғына ла түгел, ул Александраның кәңәше буйынса Изге Яҙманы өйрәнә башлаған. Ә өс айҙан һуң Александра, уны Перула Йәһүә шаһиттарының ҡытай телендә үткәрелгән конгресында күреп, бик шатланған. Рәхмәт белдерер өсөн, шул ир кеше Александраны һәм уның менән бергә конгресҡа килгән дуҫтарын үҙенең ресторанына саҡырған.
Башҡаларға игелек эшләгәндә, айырыуса уларға һәр игелекле бүләктең сығанағы Йәһүә Алла менән яҡшыраҡ танышырға ярҙам иткәндә, беҙ ҙур шатлыҡ кисерәбеҙ (Яҡуб 1:17). Һеҙ үҙегеҙ шундай шатлыҡ кисергәнегеҙ бармы?