Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | ҺЕҘ АЛЛАНЫҢ БӨЙӨК БҮЛӘГЕН ҠАБУЛ ИТЕРҺЕГЕҘМЕ?

Алланың иң бөйөк бүләге. Ни өсөн ул шул тиклем ҡиммәтле?

Алланың иң бөйөк бүләге. Ни өсөн ул шул тиклем ҡиммәтле?

Һеҙҙеңсә, бүләкте нимә ҡиммәтле итә? Ғәҙәттә, дүрт яҡ иҫәпкә алына: 1) бүләкте кем биргән, 2) бүләк ни өсөн бирелгән, 3) бүләк ниндәй ҡорбандарға барыуҙы талап иткән, 4) кеше был бүләккә ни тиклем мохтаж. Был дүрт яҡ тураһында уйланыу беҙгә Алланың иң бөйөк бүләге — йолом өсөн тағы ла рәхмәтлерәк булырға ярҙам итер.

БҮЛӘКТЕ КЕМ БИРГӘН?

Ҡайһы бер бүләктәр беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле, сөнки уларҙы беҙгә хөрмәтле йә хакимлыҡҡа эйә булған берәй кеше бүләк иткән. Башҡа бүләктәр, ҡыйбат булмаһа ла, уларҙы беҙгә туғандарыбыҙ йә яҡын дуҫыбыҙ бүләк иткәнгә, күңелебеҙгә яҡын. Алдағы мәҡәләлә әйтеп кителгән Джордандың осрағы ла шуны уҡ күрһәтә. Әммә быларҙың барыһын нисек йолом бүләгенә ҡулланып була?

Изге Яҙмала былай тиелә: «Ул [Алла] Үҙенең берҙән-бер Улын, Уның аша беҙгә тормош булһын өсөн, донъяға ебәрҙе» (1 Яхъя 4:9). Алланың ундай аҙымға барыуы йолом бүләген ысындан да ҡиммәтле итә. Донъяла Алланан да бөйөгөрәк шәхес юҡ. Бер мәҙхиә йырлаусы Алла тураһында: «Кешеләр һинең исемең Йәһүә икәнлеген, һинең бөтә ер өҫтөнән берҙән-бер Аллаһы Тәғәлә икәнлегеңде белһен ине» — тип әйткән (Зәбур 83:18). Ысынлап та, Алланан да бөйөгөрәк бүләк биреүсенең булыуы мөмкинме һуң?

Бынан тыш, Алла «беҙҙең Атабыҙ» (Ишағыя 63:16). Ниндәй мәғәнәлә? Ул беҙгә ғүмер биргән. Улай ғына ла түгел, ул, яҡшы атай балалары хаҡында ҡайғыртҡан һымаҡ, беҙҙең турала ҡайғыртып тора. Үҙенең халҡын Эфраим тип атап, Алла былай тигән: «Әллә Эфраим минең ҡәҙерле улым, һөйөклө балам түгелме? [...] Бына ни өсөн уның арҡаһында йөрәгем һыҡрай. Мин уны һис шикһеҙ ҡыҙғанырмын» (Иремия 31:20). Алла бөгөн дә үҙ хеҙмәтселәренә ҡарата шундай уҡ хис-тойғолар кисерә. Ул Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе һәм Барлыҡҡа килтереүсе генә түгел, ул — ҡайғыртыусан Атабыҙ һәм Дуҫыбыҙ. Был уның беҙгә биргән һәр бүләген ҡиммәтле итмәйме ни?

БҮЛӘК НИ ӨСӨН БИРЕЛГӘН?

Ҡайһы бер бүләктәр беҙҙең өсөн ҡиммәтле, сөнки улар мәжбүри рәүештә түгел, ә ысын күңелдән бирелгән. Ихластан бүләк иткән кеше үҙенең бүләге өсөн алмашҡа бер нәмә лә көтмәй.

Алла беҙҙең хаҡҡа үҙенең Улын биргән, сөнки ул беҙҙе ярата. Изге Яҙмала былай тиелә: «Алла беҙгә мөхәббәтен бына нисек күрһәтте: Ул Үҙенең берҙән-бер Улын, Уның аша беҙгә тормош булһын өсөн, донъяға ебәрҙе» (1 Яхъя 4:9). Алла быны эшләргә тейеш булғанмы? Һис тә юҡ! Ғайса аша түләнгән йолом — ул «Алла мәрхәмәте[нең]» сағылышы (Римдарға 3:24).

Ни өсөн йолом Алла мәрхәмәтенең, йәғни уның йомарт игелегенең сағылышы булып тора? Изге Яҙмала былай тип аңлатыла: «Алла беҙгә Үҙ мөхәббәтен шулай иҫбат итте: Мәсих, гонаһлы булған сағыбыҙҙа уҡ, беҙҙең өсөн үлде» (Римдарға 5:8). Эскерһеҙ яратыу Алланы ярҙамға мохтаж булған гонаһлы кешеләр хаҡына эш итергә дәртәләндергән. Беҙ был бүләккә лайыҡ түгел һәм алмашҡа бер ҡасан да бер нәмә лә бирә алмайбыҙ. Был бүләк — тарихтағы иң бөйөк яратыуҙың сағылышы.

АЛЛА НИНДӘЙ ҠОРБАНДАРҒА БАРҒАН?

Ҡайһы бер бүләктәр бик ҡиммәтле, сөнки уларҙы бүләк итеүселәр ҙур ҡорбандарға барған. Кеше беҙгә үҙе өсөн ҡиммәтле булғанды бирһә, беҙ ундай бүләкте айырыуса ҡәҙерләйбеҙ.

Алла «Үҙенең берҙән-бер Улын бир[гән]» (Яхъя 3:16). Ул үҙендә булғандың иң ҡиммәтлеһен биргән. Алла миллиардлаған йылдар буйы Ғаләмде барлыҡҡа килтергәндә, Ғайса уның бергә эшләгән һәм «уның һөйөнөсө булған» (Ғибрәтле һүҙҙәр 8:30). Ғайса Алланың «ҡәҙерле Улы» һәм «асылының теүәл сағылышы» (Колосстарға 1:13, 14; Еврейҙарға 1:3). Улар араһындағы мөнәсәбәттәр — Ғаләмдә ике шәхес араһында була алған мөнәсәбәттәрҙең иң көслөһө.

Шуға ҡарамаҫтан, Алла «Үҙ Улын йәлләмә[гән]» (Римдарға 8:32). Йәһүә үҙендә булғандың иң ҡәҙерлеһен биргән. Бынан да ҡиммәтерәк бүләктең булыуы мөмкинме ни?

БЕҘ БИК МОХТАЖ БУЛҒАН БҮЛӘК

Ҡайһы бер бүләктәр беҙҙең өсөн ҡиммәтле, сөнки беҙ уларға бик мохтаж. Әйтәйек, берәйһе ғүмеребеҙҙе һаҡлап ҡала алған, әммә беҙ үҙебеҙ түләй алмаған дауалау өсөн түләй, ти. Беҙ уға ни тиклем рәхмәтле булыр инек! Ундай бүләк ысындан да баһалап бөткөһөҙ, шулай бит?

«Әҙәм арҡаһында барыбыҙ ҙа үлгән кеүек, Мәсих арҡаһында барыбыҙ ҙа тереләсәкбеҙ» (1 Коринфтарға 15:22). Әҙәмдең тоҡомдары булараҡ, беҙ барыбыҙ ҙа үләбеҙ. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, беҙ ауырыуҙар һәм үлемдән ҡотола алмайбыҙ. Шулай уҡ, ғәйеп хисенән арынып, Алла менән татыулашыу үҙебеҙҙең генә хәлдән килмәй. Әҙәм балалары булғанға күрә, беҙ үҙебеҙҙе лә, башҡаларҙы ла терелтә алмайбыҙ. Зәбур китабында был турала былай тиелә: «Береһе лә һис ҡасан башҡа берәүҙе йолоп ала алмай, Аллаға уның өсөн йолом түләй алмай... [йолом хаҡы] уның өсөн һәр ваҡыт ирешә алмаҫлыҡ булып ҡала» (Зәбур 49:7, 8). Беҙ ярҙамға бик мохтаж, сөнки йолом хаҡын бер нисек тә түләй алмайбыҙ. Үҙ көсөбөҙ менән генә беҙ был аяныс хәлдән бер ҡасан да сыға алмаҫ инек.

Йәһүә яратыу йөҙөнән беҙгә ярҙам ҡулы һуҙған: ғүмеребеҙҙе һаҡлап ҡала алған «дауалау» өсөн түләгән. Шулай итеп Мәсих аша «барыбыҙ ҙа тереләсәкбеҙ». Был нисек мөмкин буласаҡ? Изге Яҙмала: «Ғайсаның ҡаны беҙҙе һәр төрлө гонаһтарыбыҙҙан таҙарындыра», — тип әйтелә. Эйе, Ғайсаның түгелгән ҡанына иман итеү гонаһтарыбыҙҙың кисерелеүенә һәм мәңгелек тормошҡа юл аса (1 Яхъя 1:7; 5:13). Ә мәрхүм яҡындарыбыҙға йолом ҡағыламы? Яуапты беҙ 1 Коринфтарға 15:21-ҙә табабыҙ: «Үлем донъяға берәү аша килгән кеүек, үленән терелеү ҙә бер Кеше [Ғайса] аша килде».

Ғайсаның ҡорбаны — иң ҡиммәтле бүләк. Сөнки уны Йәһүә Алла биргән. Ә Йәһүәнән дә бөйөгөрәк шәхес һәм уның яратыуынан да бөйөгөрәк яратыу юҡ. Бер кем дә бер ҡасан да, бүләк бирер өсөн, бөйөгөрәк ҡорбанға бармаған. Барыһынан да бигерәк беҙ был ҡорбанға мохтаж, сөнки ул беҙҙе гонаһ һәм үлемдән ҡотҡара. Эйе, йолом бүләген бүтән бер бүләк менән дә сағыштырып булмай.