Һеҙгә дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә нимә ярҙам итер?
Беҙ йәшәгән донъя бик тиҙ үҙгәрә. Элек насар тип һаналған нәмә бөгөн яҡшы тип һаналырға мөмкин. Аҙаҡ үкенмәҫлек ҡарарҙар ҡабул итергә һеҙгә нимә ярҙам итер?
Изге Яҙма беҙгә дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә ала, һәм беҙ был ҡарарҙарыбыҙға бер ҡасан да үкенмәйәсәкбеҙ. Ни өсөн Изге Яҙмаға ышанып була? Сөнки был китапты беҙгә Алла бүләк иткән. Барлыҡҡа килтереүсебеҙ булараҡ, ул беҙгә бәхетле тормош һәм имен киләсәк өсөн нимә кәрәклеген яҡшы белә.
«Эй кеше, ул һиңә нимә яҡшы икәнен әйтте» (Миҡай 6:8).
Изге Яҙмалағы аҡыллы кәңәштәр «һәр ваҡыт ышаныслы, хәҙер һәм мәңге» (Зәбур 111:8).
Ошо үҙгәреп торған донъяла Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙең файҙаһын ниңә үҙегеҙгә татып ҡарамаҫҡа?