Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йолом — күктәге Атабыҙҙың камил бүләге

Йолом — күктәге Атабыҙҙың камил бүләге

«Һәр игелекле һәм камил бүләк... Ата[нан] килә» (ЯҠ. 1:17).

ЙЫРҘАР: 148, 5

1. Йолом ниндәй фатихаларға юл аса?

ҒАЙСА МӘСИХТЕҢ йолом ҡорбаны ярҙамында кешеләр күп фатихалар ала ала. Әҙәмдең тәҡүәлекте һөйгән бөтә тоҡомдары ахыр сиктә Алла ғаиләһенең ағзалары булып китә ала. Бынан тыш, йолом беҙгә мәңге йәшәү мөмкинлеген бүләк итте һәм яҡты киләсәккә өмөт бирҙе. Әммә тағы ла мөһимерәге: Ғайса Мәсихтең, Йәһүәнең тәҡүәлек нормаларына тоғролоҡ һаҡлап, кешеләр өсөн үлергә әҙер булыуы мөһим һорауҙарға бәйле (Евр. 1:9).

2. а) Ғайса үҙ доғаһында ниндәй үтә мөһим һорауҙар хаҡында әйткән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.) б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

2 Кешеләрҙе йолоп алыр өсөн үлерҙән ике йыл самаһы элегерәк Ғайса үҙенең шәкерттәрен былай тип доға ҡылырға өйрәткән: «Күктәге Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс тип танылһын. Һинең Батшалығың килһен. Күктәге кеүек, ерҙә лә ихтыярың үтәлһен» (Матф. 6:9, 10). Йоломдо тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләр өсөн, әйҙәгеҙ, уның Йәһүә исеменең изгеләндерелеүе, Алла Батшалығының идара итеүе һәм Алла ниәтенең үтәлеүе менән нисек бәйле булыуын ҡарап сығайыҡ.

«ИСЕМЕҢ МӨҠӘДДӘС ТИП ТАНЫЛҺЫН»

3. Йәһүәнең исеме нимәне сағылдыра? Шайтан был изге исемгә нисек яла яҡҡан?

3 Өлгөлө доғаһында Ғайса Алла исемен изгеләндереү хаҡындағы үтенесте беренсе урынға ҡуйған. Йәһүәнең исеме уның бар юғарылығын, бөйөклөгөн һәм изгелеген сағылдыра. Башҡа бер доғаһында Ғайса Йәһүәне «Изге Ата» тип атаған (Яхъя 17:11). Йәһүә изге булғас, уның бөтә принциптары ла һәм ҡанундары ла изге. Ләкин Эден баҡсаһында Шайтан мәкерле рәүештә Алланың кешеләр өсөн нормалар урынлаштырыу хоҡуғын шик аҫтына алған. Йәһүә тураһында ялған һөйләп, Шайтан уның изге исеменә яла яҡҡан (Баш. 3:1—5).

4. Ғайса Алла исемен изгеләндереүгә нисек булышлыҡ иткән?

4 Ғайса, Шайтандан айырмалы рәүештә, Йәһүәнең исемен өҙөлөп яратҡан (Яхъя 17:25, 26). Ул Алла исемен изгеләндереүгә ҙур өлөш индергән. (Зәбур 40:8—10-ды уҡығыҙ *.) Ғайса ерҙә йәшәгәндә, уның тәртибе тел тейҙермәҫлек булған. Бының менән ул Йәһүәнең аҡыллы заттар өсөн нормалар урынлаштырыуы дөрөҫ һәм ғәҙел икәнен иҫбат иткән. Хатта Шайтан Ғайсаны ғазаплы үлемгә дусар иткәндә лә, Ғайса күктәге Атаһына тоғро ҡалған. Тоғролоҡ һаҡлап, Ғайса шуны күрһәткән: камил кеше Алланың тәҡүә нормаларын тулыһынса үтәп йәшәй ала.

5. Алла исемен изгеләндереүҙә беҙ нисек ҡатнаша алабыҙ?

5 Беҙ Йәһүәнең исемен яратыуыбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ? Тәртибебеҙ менән. Йәһүә беҙҙән изге булыуҙы талап итә. (1 Петр 1:15, 16-ны уҡығыҙ.) Изге булыу тик Йәһүәгә генә ғибәҙәт ҡылыуҙы һәм уға ихлас күңелдән буйһоноуҙы аңлата. Хатта эҙәрләүҙәр менән осрашҡанда ла, беҙ уның принциптары һәм ҡанундары буйынса йәшәр өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Тәҡүәлек сағылдырған эштәр ҡылып, беҙ яҡтылығыбыҙҙы балҡытабыҙ һәм шуның менән Йәһүәнең исемен данлайбыҙ (Матф. 5:14—16). Изге халыҡ булараҡ, беҙ йәшәү рәүешебеҙ менән шуны иҫбат итәбеҙ: Йәһүәнең ҡанундары беҙгә ҙур файҙа килтерә, ә Шайтандың ғәйепләүҙәре нахаҡ. Хаталар яһаһаҡ, ә был бөтә кешеләргә лә хас, беҙ ысын күңелдән тәүбә итәбеҙ һәм Йәһүәне хурлаған эштәрҙе бүтән ҡылмайбыҙ (Зәб. 79:9).

6. Ни өсөн, гонаһлы булһаҡ та, Йәһүә беҙҙе тәҡүә тип һанай ала?

6 Мәсихтең йолом ҡорбаны нигеҙендә Йәһүә иман сағылдырған кешеләрҙең гонаһтарын кисерә. Үҙҙәрен уға бағышлаған кешеләрҙе Йәһүә үҙ хеҙмәтселәре тип иҫәпләй. Йәһүә уларҙы тәҡүә тип иғлан итә һәм майланған мәсихселәрҙе — үҙенең улдары, ә «бүтән һарыҡтар[ҙы]» дуҫтары тип һанай (Яхъя 10:16; Рим. 5:1, 2; Яҡ. 2:21—25). Шуға күрә йолом беҙгә инде хәҙер күктәге Атабыҙ алдында тәҡүә булырға һәм уның исемен изгеләндереүҙә ҡатнашырға мөмкинлек бирә.

«ҺИНЕҢ БАТШАЛЫҒЫҢ КИЛҺЕН»

7. Йолом Батшалыҡ менән бәйле ниндәй фатихалар килтерә?

7 Өлгөлө доғаһында Ғайса артабан былай тип үтенгән: «Һинең Батшалығың килһен». Йолом Алла Батшалығы менән нисек бәйле? Йолом Мәсих менән күктә батшалар һәм руханиҙар булып хеҙмәт итергә тейешле 144 000 заттың йыйылыуына юл асҡан (Асыл. 5:9, 10; 14:1). Алла Батшалығын тәшкил иткән Ғайса һәм уның хакимдаштары тыңлаусан кешеләргә мең йыл дауамында йоломға бәйле фатихалар яуҙырасаҡ. Бөтә ер йөҙө ожмахҡа әйләнәсәк, Аллаға тоғро кешеләр камиллыҡҡа ирешәсәк, Алла ойошмаһының күктәге һәм ерҙәге өлөшөндә хеҙмәт иткән бөтә заттар бер ғаиләгә берләшәсәк (Асыл. 5:13; 20:6). Ғайса йыландың башын ярасаҡ һәм Шайтан фетнәһенең эҙемтәләрен тулыһынса юҡҡа сығарасаҡ (Баш. 3:15).

8. а) Ғайса Мәсих үҙ шәкерттәренә Алла Батшалығының мөһимлеген аңларға нисек ярҙам иткән? б) Алла Батшалығына тоғро булыуыбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ?

8 Ерҙә хеҙмәт иткән ваҡытта Ғайса үҙ шәкерттәренә Алла Батшалығының ни тиклем мөһим икәнлеген аңларға ярҙам иткән. Һыуға сумдырылыу үтеү менән, ул бөтә ерҙә «Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе» вәғәзләй башлаған (Лука 4:43). Ғайса күккә күтәрелер алдынан шәкерттәренә, «хатта донъяның сигенә» тиклем етеп, үҙенә шаһиттар булырға ҡушҡан (Ғәм. 1:6—8). Шул саҡта Батшалыҡ хаҡындағы вәғәз эше ярҙамында донъялағы бөтә кешеләр ҙә, йолом тураһында белеп, Алла Батшалығының граждандары булып китә алырҙар ине. Бөгөн беҙ, ерҙә ҡалған майланған мәсихселәргә Ғайсаның әмерен үтәргә — бөтөн донъяла һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә ярҙам итеп, Батшалыҡҡа тоғролоҡ күрһәтәбеҙ (Матф. 24:14; 25:40).

«ИХТЫЯРЫҢ ҮТӘЛҺЕН»

9. Ни өсөн Йәһүәнең кешелеккә ҡарата ниәтен үтәйәсәгенә шикләнмәҫкә була?

9 Ғайса Мәсих: «Ихтыярың үтәлһен», — тип әйткәндә нимәне күҙ уңында тотҡан? Йәһүә — Барлыҡҡа килтереүсе. Уның һүҙҙәре һәр ваҡыт үтәлә (Ишағ. 55:11). Шайтандың фетнәһенә Алла үҙ ниәтенең үтәлеүенә ҡамасауларға юл ҡуймаясаҡ. Йәһүәнең иң тәүге ниәте буйынса, бөтөн ер йөҙөн Әҙәм менән Һауаның камил балалары тултырырға тейеш булған (Баш. 1:28). Әгәр Әҙәм менән Һауа бала тыуҙырмай үлеп китһә, Алланың ерҙе кешеләр менән тултырыу ниәте тормошҡа ашмаҫ ине. Шуға күрә Йәһүә беренсе кешеләргә гонаһ ҡылғандан һуң балалар тыуҙырырға рөхсәт иткән. Йолом ярҙамында Йәһүә үҙенә иман иткән кешеләргә камиллыҡҡа ирешергә һәм мәңге йәшәргә мөмкинлек бирә. Алла кешеләрҙе бик ярата һәм үҙенә буйһоноусыларҙың ул ниәтләгән тормошта йәшәүен теләй.

10. Йолом үлгән кешеләргә ниндәй файҙа килтерә?

10 Ә инде Йәһүәне белмәй үлгән һәм шуға күрә уға хеҙмәт итмәгән миллиардлаған кеше тураһында нимә әйтеп була? Йолом үлгән кешеләргә терелтелеү мөмкинлеге аса. Күктәге ҡайғыртыусан Атабыҙ шундай кешеләрҙе яңынан йәшәүгә ҡайтарасаҡ һәм уларға, үҙенең ниәте менән танышып, мәңге йәшәргә мөмкинлек бирәсәк (Ғәм. 24:15). Йәһүә кешеләрҙең үлеүен түгел, ә йәшәүен теләй. Йәшәү сығанағы булараҡ, ул терелтелгән һәр кешегә Атай буласаҡ (Зәб. 36:9). Шуға күрә Ғайса Мәсих беҙҙе доғала Аллаға «Күктәге Атабыҙ» тип мөрәжәғәт итергә өйрәткән (Матф. 6:9). Йәһүә Ғайсаға кешеләрҙе терелтеүҙә мөһим роль биргән (Яхъя 6:40, 44). Ожмахта Ғайсаның: «Мин — терелеү һәм тормош», — тип үҙе хаҡында әйткән һүҙҙәре үтәләсәк (Яхъя 11:25).

11. Алланың «бихисап күп» кешегә ҡарата ниәте ниндәй?

11 Йәһүәнең йомартлығы һайлап алынған айырым кешеләргә генә тарала, тип уйлау дөрөҫ булмаҫ ине. Ғайса Мәсих былай тигән: «Кем Алла ихтыярын үтәй, шул Минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә» (Марк 3:35). Алланың ниәте төрлө милләттән, халыҡтан һәм телдән йыйылған «бихисап күп» кешенең уның хеҙмәтселәре булып китеүенән тора. Йоломға ышанған һәм Алла ихтыярын үтәгән кешеләр шатланып: «Ҡотолоу тәхеттә ултырған Алланан һәм Бәрәстән килә!» — тип әйтә аласаҡ (Асыл. 7:9, 10).

12. Өлгөлө доға Йәһүәнең тыңлаусан кешеләргә ҡарата ниәтен аңларға нисек ярҙам итә?

12 Ғайсаның өлгөлө доғаһына ингән үтенестәр Йәһүәнең үҙенә буйһонған кешеләр өсөн нимә ниәтләгәнен аңларға ярҙам итә. Беҙ, шул доға буйынса эш итеп, Йәһүәнең исемен изгеләндерер өсөн, йәғни уның исеменә тәрән хөрмәт күрһәтер өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға теләйбеҙ (Ишағ. 8:13). Ғайсаның исеме «Йәһүә — ҡотҡарыу» тигән мәғәнә йөрөтә. Һәм йолом ярҙамында мөмкин булған ҡотҡарылыуыбыҙ Йәһүәнең исемен данлаясаҡ һәм юғары күтәрәсәк. Алла Батшалығы ярҙамында тыңлаусан кешеләр йолом менән бәйле күп фатихалар аласаҡ. Өлгөлө доғанан күренеүенсә, Алла ниәтенең үтәлеүенә бер нәмә лә ҡамасаулай алмай (Зәб. 135:6; Ишағ. 46:9, 10).

ЙОЛОМ ӨСӨН РӘХМӘТЛЕ БУЛЫҒЫҘ

13. Һыуға сумдырылыуыбыҙ нимәне күрһәтә?

13 Йолом өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ? Мәҫәлән, йоломға иман итеп, Йәһүәгә бағышланырға һәм һыуға сумдырылырға кәрәк. Һыуға сумдырылыуыбыҙ менән Йәһүәнеке булғаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ (Рим. 14:8). Һыуға сумдырылыу Аллаға саф выждан тураһында үтенесте аңлата (1 Пет. 3:21). Йәһүә Ғайсаның түгелгән ҡанының хаҡын беҙгә ҡарата ҡулланып үтенесебеҙгә яуап бирә. Һис тә шикләнмәйбеҙ, Алла беҙгә вәғәҙә иткәндәренең барыһын да бирәсәк (Рим. 8:32).

Йоломдо ҡәҙерләүебеҙҙе нисек күрһәтеп була? (13, 14-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

14. Ни өсөн Алла яҡындарыбыҙҙы яратырға ҡуша?

14 Йолом өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы тағы нисек күрһәтә алабыҙ? Йәһүә бар нәмәне мөхәббәт менән башҡара, шуға күрә ул бөтә хеҙмәтселәренең дә тәү сиратта яратыу сағылдырыуын теләй (1 Яхъя 4:8—11). Беҙ, яҡындарыбыҙҙы яратып, «Күктәге Ата[быҙҙың] балалары» булырға теләгәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ (Матф. 5:43—48). Яҡыныңды ярат тигән әмер Йәһүәне ярат тигән әмергә эйәреп килә (Матф. 22:37—40). Шундай яратыуҙы, мәҫәлән, Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләп күрһәтә алабыҙ. Яҡындарыбыҙҙы яратып, беҙ Алланың данын сағылдырабыҙ. Беҙ башҡаларҙы, бигерәк тә ҡәрҙәштәребеҙҙе яратырға тигән әмерҙе үтәгәндә, Алланың «мөхәббәте беҙҙә камиллаш[а]» (1 Яхъя 4:12, 20).

ЙОЛОМ ЙӘҺҮӘНӘН «ЙЫУАНЫСЛЫ ЗАМАНДАР» КИЛТЕРӘ

15. а) Йәһүә бөгөн беҙҙе нисек фатихалай? б) Киләсәктә беҙҙе ниндәй фатихалар көтә?

15 Әгәр йоломға иман итһәк, Йәһүә беҙҙе тулыһынса кисерә. Алла Һүҙендә әйтелгәнсә, беҙҙең гонаһтарыбыҙ йыуып төшөрөлөргә мөмкин. (Ғәмәлдәр 3:19—21-ҙе уҡығыҙ.) Өҫтә ҡаралғанса, Йәһүә йолом нигеҙендә рух менән майланған хеҙмәтселәрен уллыҡҡа ала ала (Рим. 8:15—17). Ә инде «бүтән һарыҡтар» һанына инһәк, беҙҙең хаҡта нимә әйтеп була? Йәһүә, образлы итеп әйткәндә, беҙҙе уллыҡҡа алыу тураһындағы таныҡлыҡ әҙерләгән. Беҙ, камиллыҡҡа ирешеп, һуңғы һынауҙа тоғро булып ҡалғас, Йәһүә шатланып шул таныҡлыҡҡа ҡул ҡуясаҡ һәм беҙҙе уллыҡҡа аласаҡ, тип әйтергә була (Рим. 8:20, 21; Асыл. 20:7—9). Йәһүәнең ҡәҙерле балаларына ҡарата һөйөүе һис ҡасан һүрелмәйәсәк. Йолом менән бәйле фатихалар мәңгегә һуҙыласаҡ (Евр. 9:12). Был бүләк бер ҡасан дә әһәмиәтен юғалтмаясаҡ. Бер кем дә һәм бер нәмә лә беҙҙе унан мәхрүм итә алмаясаҡ.

16. Йолом беҙҙе нимәнән азат итә?

16 Иблис ысын күңелдән тәүбә иткән кешеләргә Йәһүә ғаиләһенең ағзаһы булып китергә бер нисек тә ҡамасаулай алмай. Ғайсаның ергә килеп үлгәне арҡаһында йолом «бер тапҡыр һәм мәңгегә» түләнгән (Евр. 9:24—26). Ул беҙгә — Әҙәмдең тоҡомдарына сығарылған хөкөм ҡарарын тулыһынса юҡҡа сығара. Мәсихтең йолом ҡорбаны ярҙамында беҙ Шайтандың ҡулы аҫтында булған донъяның әсирлегенән азат ителдек һәм бүтән үлемдән ҡурҡып йәшәмәйбеҙ (Евр. 2:14, 15).

17. Йәһүәнең яратыуы һеҙҙе нимә эшләргә дәртләндерә?

17 Алланың бөтә вәғәҙәләренә лә тулыһынса ышанырға була. Тәбиғәт ҡанундары үҙгәрешһеҙ булған кеүек, Йәһүә лә һәр ваҡыт ышаныслы булып ҡала. Ул беҙҙе бер ҡасан да ҡыйын хәлдә ҡалдырмаясаҡ. Ул үҙгәрмәй (Мал. 3:6). Йәһүә беҙгә тормош ҡына түгел, ул беҙгә үҙенең һөйөүен бүләк иткән. «Беҙ Алланың беҙгә булған мөхәббәтен таныныҡ һәм уға инандыҡ. Алла — мөхәббәт» (1 Яхъя 4:16). Бөтөн ер шары һоҡланғыс ожмахҡа әйләнәсәк, ерҙәге һәр кеше, Йәһүәнән өлгө алып, башҡаларҙы яратып йәшәйәсәк. Әйҙәгеҙ, Алланы былай тип данлаған фәрештәләргә ҡушылайыҡ: «Аллабыҙға маҡтау һәм дан, тәрән аҡыл һәм рәхмәт, хөрмәт, ҡөҙрәт һәм ҡеүәт мәңгенән-мәңгегә булһын! Амин» (Асыл. 7:12).

^ 4 абз. Зәбур 40:8—10: «Һинең ихтыярыңды үтәү, эй Раббым, миңә рәхәтлек килтерә, һинең ҡануның йөрәгем түрендә. Мин ҙур йыйылышта тәҡүәлек тураһында яҡшы хәбәр иғлан итәм. Бына, мин телемде һөйләүҙән тыймайым, эй Йәһүә, һин бит быны яҡшы беләһең. Мин һинең тәҡүәлегеңде йөрәгемдә бикләп тотмайым, тоғролоғоңдо һәм ҡотҡарыуыңды белдерәм, тоғро яратыуыңды һәм хәҡиҡәтеңде ҙур йыйылыш алдында йәшермәйем».