КҮҘӘТЕҮ МАНАРАҺЫ (ӨЙРӘНЕҮ БАҪМАҺЫ) Февраль 2017

Был баҫмалағы өйрәнеү мәҡәләләре 2017 йылдың 3 апреленән алып 30 апрелгә тиклем ҡараласаҡ.

Йәһүәнең ниәте мотлаҡ үтәләсәк!

Алланың ергә һәм кешелеккә ҡарата башланғыс ниәте ниндәй булған? Ни өсөн был ниәт әлегә үтәлмәгән? Ни өсөн тап Ғайса Мәсихтең йолом ҡорбаны Алла ниәтенең үтәлеүендә төп роль уйнай?

Йолом — күктәге Атабыҙҙың камил бүләге

Йолом, яҡты киләсәккә өмөт биреүҙән тыш, шулай уҡ үтә мөһим һорауҙарға ла бәйле.

БИОГРАФИЯ

Беҙ Алланың йомарт игелеген күп тапҡырҙар татыныҡ

Дуглас һәм Мэри Гест, Канадала пионер булып һәм Бразилияла, Португалияла миссионер булып хеҙмәт иткәнәдә, Алланың йомарт игелеген татыған.

Йәһүә үҙ халҡы менән етәкселек итә

Боронғо ваҡытта Йәһүә үҙ халҡы менән етәкселек итер өсөн ҡайһы бер кешеләрҙе ҡулланған. Шул кешеләрҙе Йәһүә үҙе билдәләгәнгә ниндәй дәлилдәр бар?

Бөгөн Алла халҡы менән ысынында кем етәкселек итә?

Ғайса үҙенең шәкерттәренә, был донъя төҙөлөшө тамамланғансы һеҙҙең менән булам, тип вәғәҙә иткән. Хәҙерге ваҡытта ул Алланың халҡы менән нисек етәкселек итә?

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Илсе Павел, Алла көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ, тип яҙған. Был һүҙҙәр, Алла беҙҙең ниндәй һынауҙарға сыҙай алғаныбыҙҙы алдан уҡ белә һәм шуға ҡарап ҡайһы һынауҙарға юл ҡуйырға икәнен хәл итә, тигәнде аңлатамы?

БЕҘҘЕҢ АРХИВТАРҘАН

«Үтә алмаҫлыҡ йә бигерәк оҙон юлдар юҡ»

1920-се йылдарҙың аҙағынан алып 1930-сы йылдарҙың башына тиклем ашҡыныусан пионерҙар тәүәккәллек менән Алла Батшалығы хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе Австралияның ғәйәт киң аутбэгында вәғәзләгән.