Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | ҺЕҘ ҠАЙҘАН ЙЫУАНЫС ТАБА АЛАһЫҒЫҘ?

Ауыр саҡтарҙа йыуаныс табыу

Ауыр саҡтарҙа йыуаныс табыу

Ауырлыҡтар күп төрлө булырға мөмкин. Был мәҡәләлә беҙ уларҙың барыһын ҡарап сыға алмайбыҙ, әммә алдараҡ әйтеп кителгән дүрт ауырлыҡҡа иғтибар итәйек. Ауыр шарттарға осраған кешеләрҙең нисек Алланан ысын йыуаныс тапҡанына күҙ һалайыҡ.

ЭШҺЕҘ ҠАЛҒАНДА

«Беҙ ҡатыным менән бер үк ваҡытта эшһеҙ ҡалдыҡ», — тип иҫенә төшөрә Сет *. — Ике йыл буйы беҙ туғандар ярҙамы менән һәм осраҡлы эштән килгән аҡсаға йәшәнек. Һөҙөмтәлә ҡатыным Приссилла күңел төшөнкөлөгөнә бирелде, ә мин үҙемде булдыҡһыҙ кеше итеп тоя башланым.

«Беҙ был ауырлыҡты нисек кисереп сыҡтыҡ? Приссилла гел генә Ғайсаның Матфей 6:34-тә яҙылған һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп торҙо. Ғайса, иртәгәһе көн хаҡында борсолмағыҙ, сөнки иртәгә буласаҡ көн үҙе хаҡында үҙе ҡайғыртыр, тигән. Ҡатынымдың ҡайнар доғалары бирешмәҫкә үҙенә көс өҫтәп торҙо. Мине иһә Зәбур 55:22-ләге һүҙҙәр йыуатты. Мәҙхиә йырлаусы кеүек, мин йөгөмдө Йәһүәгә һалдым һәм уның үҙемә ярҙам итеүен һиҙҙем. Бөгөн эшем булһа ла, беҙ, Ғайсаның Матфей 6:20—22-ләге кәңәшен тотоп, ябай тормош алып барырға тырышабыҙ. Ә иң мөһиме, беҙ Йәһүәгә һәм бер-беребеҙгә тағы ла яҡыныраҡ булып киттек».

«Ғаиләбеҙҙең бизнесы банкротҡа ҡалғас, мин киләсәктең билдәһеҙлегенән ҡурҡа башланым, — тип таный Джонатан. — Иҡтисади көрсөк 20 йыллыҡ эшебеҙҙе юҡҡа сығарҙы. Беҙ ҡатыным менән аҡса арҡаһында бәхәсләшә башланыҡ. Беҙ хатта кредит картаһын ҡуллана алманыҡ, сөнки түләү ҡабул ителмәҫ тип ҡурҡтыҡ».

«Әммә Алланың Һүҙе һәм изге рухы беҙгә дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итте. Мин һәр ҡайһы эшкә тотонорға өйрәндем, шулай уҡ беҙ кәрәкмәгән бөтә сығымдарҙы ҡыҫҡарттыҡ. Беҙ — Йәһүә шаһиттары, һәм беҙгә имандаштарыбыҙ ярҙам итеп торҙо. Айырыуса ауыр булғанда улар беҙҙе ҡалдырманы һәм төшөнкөлөккә бирелмәҫкә рухландырҙы».

АЙЫРЫЛЫШҠАНДА

«Ирем ҡапыл мине ташлап киткәс, беренсе тойғоларым рәнйеү һәм асыу ине, — тип иҫенә төшөрә Ракель. — Мин тәрән ҡайғыға баттым. Шулай ҙа Алланан ярҙам эҙләнем, һәм ул мине йыуатты. Көн дә доға ҡылыу миңә йән тыныслығы килтерҙе. Әйтерһең дә, Хоҙай әрнеүле йөрәгемде дауаланы.

Изге Яҙма ярҙамында мин асыу һәм рәнйеүҙе еңә алдым. Илсе Павелдың Римдарға 12:21-ҙәге: „Яманлыҡтан еңелмә, ә яманлыҡты яҡшылыҡ менән ең“, — тигән кәңәше миңә көс өҫтәне.

Рухи яҡтан етлеккән бер мәсихсе миңә артабан йәшәргә кәрәклеген аңларға ярҙам итте. Ул миңә Вәғәзсе 3:6-ны күрһәтте лә ҡайһы саҡ „юғалтыу менән килешергә“ кәрәк икәнен йомшаҡ ҡына иҫемә төшөрҙө. Был кәңәште ҡабул итеү бик ауыр ине, ләкин мин тап шул һүҙҙәргә мохтаж инем. Хәҙер мин тормошомда яңы маҡсаттар ҡуйҙым».

«Никах тарҡалғанда, кеше ярҙамға бик мохтаж, — ти Элизабет. — Ҡәҙерле әхирәтем миңә көн дә тап шундай ярҙам күрһәтте лә. Ул минең менән иланы, мине йыуатты, уның янында мин үҙемде кәрәкһеҙ итеп түгел, ә бик ҡәҙерле итеп тойҙом. Уның аша Йәһүә минең күңел яраларымды дауаланы».

АУЫРЫҒАНДА ЙӘ ОЛОҒАЙҒАНДА

Беренсе мәҡәләлә иҫкә алынған Луис йөрәк ауырыуынан интегә. Ике тапҡыр ул саҡ үлмәй ҡалған. Хәҙер уға көнөнә 16 сәғәт буйы махсус аппарат аша тын алырға тура килә. «Мин туҡтауһыҙ Йәһүәгә доға ҡылам, — ти ул. — Доға ҡылғандан һуң мин Алла рухының үҙемә көс биреүен һиҙәм. Доға миңә бирешмәҫкә ҡыйыулыҡ өҫтәй, сөнки мин Аллаға ышанам һәм уның үҙем хаҡында ҡайғыртыуын яҡшы беләм».

«Минең бик күп эштәр башҡарғым килә, әммә булдыра алмайым, — тип уртаҡлаша һикһәндән уҙған Петра. — Көсөмдөң кәмеүен һиҙеү бик ауыр. Мин хәлһеҙләнә барам һәм дарыуһыҙ инде йәшәй алмайым. Мин йыш ҡына Ғайсаның миҫалын иҫкә алам. Ул Атаһынан, мөмкин булһа, үҙен һынауҙан алып ҡалыуын үтенгән. Әммә бының урынына Йәһүә уға көс биргән. Алла миңә лә көс бирә. Минең өсөн доға — көн һайын ҡабул иткән дарыуым. Алла менән һөйләшеп алғандан һуң мин үҙемде күпкә яҡшыраҡ хис итәм» (Матфей 26:39).

Яҡынса утыҙ йыл тарҡау склероз менән көрәшкән Хулиан шуға оҡшаш хистәр кисерә. «Мин директор креслоһын инвалид коляскаһына алмаштырҙым, — ти ул. — Әммә мин мәғәнәле тормош алып барам, сөнки башҡаларға хеҙмәт итергә ынтылам. Башҡаларға ярҙам итеү ғазаптарымды еңеләйтә. Мин Йәһүәнең, ауыр саҡтарҙа һеҙҙе нығытып торормон, тигән вәғәҙәһен үтәгәненә инандым. Илсе Павел кеүек, мин дә: „Үҙемә ҡөҙрәт биреүсе ярҙамында барыһын булдыра алам“, — тип әйтә алам» (Филиптарға 4:13, ЯДТ).

ҒӘЗИЗ КЕШЕНЕ ЮҒАЛТҠАНДА

«Атайымды машина тапағас, мин быға тәүҙә ышана алманым, — тип иҫенә төшөрә Антонио. — Был шул тиклем ғәҙелһеҙ булып тойолдо, сөнки атайымдың бер ғәйебе лә юҡ ине. Әммә мин бер нәмә лә эшләй алманым. Биш көн комала ятҡандан һуң, ул үлде. Әсәйем алдында иламаҫ өсөн үҙемде саҡ тыйып торҙом, әммә, бер үҙем ҡалғас, үкһеп илап ебәрҙем. „Ни өсөн шулай килеп сыҡты һуң?“ — тигән һорау башымдан сыҡманы.

Шул ауыр ваҡытта мин Йәһүәнән хистәргә бирелмәҫкә ярҙам итеүен һәм йән тыныслығы биреүен ялбарып һораным. Әкренләп мин тыныслана төштөм. Мин Изге Яҙмалағы бер хәҡиҡәтте — һәр кешенең „көтөлмәгән ваҡытта осраҡлы хәлгә эләгә“ алыуын иҫемә төшөрөп торҙом. Алла алдай алмай, шунлыҡтан мин атайымдың тереләсәгенә һәм уның менән осрашасағыма һис тә шикләнмәйем» (Вәғәзсе 9:11; Яхъя 11:25; Титҡа 1:2).

«Авиаһәләкәт улыбыҙҙың ғүмерен өҙһә лә, хәтеребеҙҙә бергә үткәргән ваҡыттар тураһында күп йылы иҫтәлектәр ҡалды» (Роберт)

Беренсе мәҡәләлә иҫкә алынған Роберт шундай уҡ хистәр кисерә. Ул былай ти: «Йәһүәгә гел доға ҡылып, беҙ ҡатыным менән Филиптарға 4:6, 7-лә әйтелгән күңел тыныслығы тойҙоҡ. Был эске тыныслыҡ ярҙамында беҙ журналистарға терелеүгә өмөтөбөҙ хаҡында һөйләй алдыҡ. Авиаһәләкәт улыбыҙҙың ғүмерен өҙһә лә, хәтеребеҙҙә бергә үткәргән ваҡыттар тураһында күп йылы иҫтәлектәр ҡалды. Иғтибарҙы шул иҫтәлектәргә тупларға тырышабыҙ.

Ҡәрҙәштәребеҙ, беҙҙе телевизорҙан күргәс, иманыбыҙ тураһында ни тиклем тыныс һөйләүебеҙгә ғәжәпләнгән. Беҙ, күптәр беҙҙең өсөн доға ҡылғанға быны эшләй алдыҡ, тип аңлаттыҡ. Бөтә ошо кешеләр һәм уларҙың йыуаныслы һүҙҙәре аша Йәһүә беҙҙе нығытҡанына бер ҙә шикләнмәйем».

Юғарыла килтерелгән миҫалдарҙан күренеүенсә, Алла төрлө-төрлө ауырлыҡтарға юлыҡҡан кешеләргә йыуаныс бирә ала. Ә һеҙҙе ул йыуата аламы? Һис тә шикләнмәгеҙ: ниндәй генә ауырлыҡ менән осрашһағыҙ ҙа, һеҙ йыуаныс таба алаһығыҙ *. Улайһа, ниңә Йәһүәнән ярҙам һорамаҫҡа? Иҫтә тотоғоҙ: ул — «һәр яҡлап йыуатыусы Алла» (2 Коринфтарға 1:3).

^ 5 абз. Был мәҡәләлә ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

^ 23 абз. Аллаға яҡынлашырға һәм йыуаныс табырға теләһәгеҙ, һеҙҙең яҡтарҙа йәшәгән Йәһүә шаһиттарына мөрәжәғәт итегеҙ йәки илегеҙҙәге филиалға яҙығыҙ.