БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ: | ИЗГЕ ЯҘМА НИСЕК һАҠЛАНЫП ҠАЛҒАН?
Сереүгә ҡарамаҫтан һаҡланып ҡалған
ЯНАҒАН ҠУРҠЫНЫС. Изге Яҙманың төп нөсхәһен яҙыусылар ҙа, һуңыраҡ уны күсереп яҙыусылар ҙа яҙыу материалы итеп папирус һәм пергамент ҡулланған * (2 Тимофейға 4:13). Изге Яҙманың һаҡланып ҡалыуына был ниндәй ҡурҡыныс тыуҙырған?
Папирус йыртыла, ҡарая һәм ыуалып бара. «Ахыр сиктә папирус, сереп, сүстәрҙән торған һөлдәгә һәм бер ус туҙанға әйләнә ала, — тиҙәр египтологтар Ричард Паркинсон һәм Стивен Куирки. — Ваҡыт уҙыу менән папирус төргәге еүешлектән күгәрә һәм серей башларға мөмкин. Уға шулай уҡ кимереүселәр һәм бөжәктәр, бигерәк тә аҡ ҡырмыҫҡалар янауы ихтимал». Ҡайһы бер папирустар, табып алынғас, сағыу ут яҡтыһына һәм юғары дымлылыҡ тәьҫиренә эләккән, был иһә уларҙың тарҡалыуын тиҙләткән.
Пергамент — папирустан шаҡтай нығыраҡ материал, ләкин ул да һаҡһыҙ ҡулланыу сәбәпле, температураның ҡапыл үҙгәреүе арҡаһында йәки дымлылыҡ һәм яҡтылыҡ тәьҫире аҫтында боҙола *. Шулай уҡ уға бөжәктәр ҙә ҡурҡыныс тыуҙыра. Бер китапта боронғо ҡулъяҙмалар хаҡында бына ниндәй һығымта яһала: «Уларҙың һаҡланып ҡалыуы — ҡағиҙә түгел, ә башлыса ҡағиҙәнән тайпылыш» («Everyday Writing in the Graeco-Roman East»). Әгәр ҙә Изге Яҙма ҡулъяҙмалары ваҡыт уҙыу менән сереп бөткән булһа, ундағы хәбәр ҙә улар менән бергә юҡҡа сығыр ине.
ИЗГЕ ЯҘМА НИСЕК ҺАҠЛАНҒАН? Йәһүд ҡануны буйынса, һәр бер батша «төргәккә үҙе өсөн... Ҡанундың [Изге Яҙманың беренсе биш китабының] күсермәһен яҙып алырға» тейеш булған (Ҡанун 17:18). Бынан тыш, оҫта күсереп яҙыусылар шул тиклем күп күсермә яһаған, хатта б. э. I быуатында уларҙы Израиль синагогаларында ғына түгел, ә алыҫта ятҡан Македонияла ла табып булған! (Лука 4:16, 17; Ғәмәлдәр 17:11) Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмалар нисек беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған?
«Мәғлүм булғанса, йәһүдтәр, Изге Яҙма ҡулъяҙмаларын һаҡлап ҡалыр өсөн, уларҙы көршәктәргә һәм башҡа һауыттарға һалған», — ти Яңы Ғәһед буйынса белгес Филипп Камфорт. Мәсихселәр, күрәһең, был йоланы дауам иткән. Бына ни өсөн Изге Яҙманың иртәрәк яһалған ҡайһы бер ҡулъяҙмалары балсыҡ һауыттарҙа, ҡараңғы келәттәрҙә һәм мәмерйәләрҙә, шулай уҡ бик ҡоро климатлы ерҙәрҙә табылған.
ҺӨҘӨМТӘ. Изге Яҙма ҡулъяҙмаларының меңләгән өлөштәре — ә уларҙың ҡайһы берҙәренә 2 000-дән ашыу йыл — беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған. Бүтән бер ниндәй боронғо документ та быуаттар төпкөлөнән килгән шул хәтле күп ҡулъяҙмалар менән раҫланмаған.
^ 3 абз. Папирус — шундай уҡ исемле һыу үҫемлегенән эшләнгән яҙыу материалы. Ә пергаментты хайуан тиреһенән яһағандар.
^ 5 абз. Мәҫәлән, АҠШ-тың ҡултамғалар менән раҫланған Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһы пергаментҡа яҙылған булған. Хәҙерге ваҡытта, 250 тиерлек йыл уҙыуға, уның төҫө шул хәтле уңған, хатта хәрефтәрен көскә-көскә айырып була.
Shrine of the Book Photo © The Israel Museum Jerusalem