Алла Батшалығы нимә башҡарасаҡ?
Ғайса шәкерттәрен Батшалыҡтың килеүе хаҡында доға ҡылырға өйрәткән. Ул шуны белгән: донъялағы ҡот осҡос проблемаларҙы Алла бөтөрөргә теләй һәм уларҙы хәл итә алған берҙән-бер хөкүмәт — ул Алла Батшалығы. Алла Батшалығы нимә башҡарасаҡ?
АЛЛА БАТШАЛЫҒЫ ИНДЕ НИМӘ БАШҠАРҒАН?
Алдағы мәҡәләлә беҙ Ғайса пәйғәмбәрлек иткән билдәне ҡарап сыҡтыҡ. Был билдә Алланың үҙ Батшалығын күктә инде урынлаштырғанына һәм Ғайсаны уның Батшаһы итеп ҡуйғанына асыҡ дәлил булып тора.
Изге Яҙмала, Ғайса идара итә башлауы менән Шайтан Иблисте һәм уның ендәрен күктән бәреп төшөрәсәк, тип әйтелгән. Хәҙер уларҙың йоғонтоһо ер менән сикләнгән, бына ни өсөн 1914 йылдан башлап ерҙә ғазаптар шул тиклем күп (Асылыш 12:7, 9).
Донъя хәленең насарая барыуына ҡарамаҫтан, Алла Батшалығының Батшаһы булараҡ, Ғайса кешеләргә ярҙам итә. Мәҫәлән, Ғайса алдан пәйғәмбәрлек иткән бөтә донъя буйынса алып барылған вәғәз эше ярҙамында күптәр Изге Яҙманың принциптары менән таныша һәм уларҙы көндәлек тормошонда ҡуллана (Ишағыя 2:2—4). Миллионлаған кеше эшкә дөрөҫ ҡараш һаҡларға, ғаилә тормошон яҡшыртырға һәм матди әйберҙәрҙең ҡоло булмаҫҡа өйрәнә. Шул кешеләр инде хәҙерҙән үк Изге Яҙмалағы белемдең файҙаһын күрә һәм Алла Батшалығының идараһы аҫтында йәшәргә өйрәнә.
АЛЛА БАТШАЛЫҒЫ ТИҘҘӘН НИМӘ ЭШЛӘЙӘСӘК?
Ғайса күктә инде идара итһә лә, ерҙә һаман да кеше хөкүмәттәре хакимлыҡ итә. Әммә Алла Ғайсаға: «Бар, дошмандарың араһында хакимлыҡ ит», — тип ҡушҡан (Зәбур 110:2). Оҙаҡламай Ғайса үҙенә ҡаршы килеүселәрҙең барыһын да һәләк итәсәк һәм Алланы тыңларға теләгән кешеләрҙе ғазаптарҙан ҡотҡарасаҡ.
Шул саҡта Алла Батшалығы ошондай эштәр башҡарасаҡ.
-
Ялған динде юҡ итәсәк. Изге Яҙмала фәхишә итеп һүрәтләнгән ялған дин тиҙҙән һәләк ителәсәк. Алла тураһында ялған таратҡан һәм кешеләрҙең тормоштарын ауырайтҡан диндәр юҡҡа сығасаҡ. Күптәр өсөн был шаҡ ҡатырғыс булыр (Асылыш 17:15, 16).
-
Кеше хөкүмәттәрен юҡ итәсәк. Алла Батшалығы кешеләрҙең бөтә хөкүмәттәрен бөтөрәсәк (Асылыш 19:15, 17, 18).
-
Яуыз кешеләрҙе юҡ итәсәк. Ә Аллаға ҡаршы килгән һәм яуызлыҡ эшләргә яратҡан кешеләр менән нимә буласаҡ? «Яуыздар ерҙән юҡ ителәсәк» (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:22).
-
Иблисте һәм ендәрҙе юҡ итәсәк. Иблис һәм ендәр халыҡтарҙы бүтән алдай алмаҫ (Асылыш 20:3, 10).
Ә Алла Батшалығы уны ҡабул иткән кешеләргә нимә килтерәсәк?
АЛЛА БАТШАЛЫҒЫ КЕШЕЛЕК ӨСӨН НИМӘ ЭШЛӘЙӘСӘК?
Ғайса, күктәге батша булараҡ, теләһә ҡайһы хөкүмәт эшләй алғандан күпкә күберәк башҡарасаҡ. Уның менән бергә кешеләр араһынан һайлап алынған 144 000 хакимдашы хакимлыҡ итәсәк (Асылыш 5:9, 10; 14:1, 3). Ул Алла ихтыярының үтәлеүе хаҡында ҡайғыртасаҡ. Алла Батшалығының идара итеүе ерҙә йәшәйәсәк кешеләргә ниндәй фатихалар килтерәсәк?
-
Ауырыуҙар һәм үлем булмаясаҡ. «Йәшәүселәрҙең береһе лә: „Мин ауырыйым“, — тип әйтмәҫ». «Үлем... башҡаса булмаясаҡ» (Ишағыя 33:24; Асылыш 21:4).
-
Ысын тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек урынлашасаҡ. «Һинең улдарың мул тыныслыҡҡа эйә буласаҡ» һәм «һәр береһе үҙ йөҙөм ағасы һәм үҙ инжир ағасы аҫтында ултырыр, уларҙы бер кем дә ҡурҡытмаҫ» (Ишағыя 54:13; Миҡай 4:4).
-
Ҡәнәғәтлек килтергән эш буласаҡ. «Һайланғандарым үҙҙәре яһаған нәмәләрҙең рәхәтен күрер. Уларҙың тырышып эшләгәндәре юҡҡа булмаҫ» (Ишағыя 65:22, 23).
-
Тирә-яҡ мөхит мәсьәләре хәл ителәсәк. «Сүл һәм кибеп бөткән ер һөйөнөр, һыуһыҙ дала шатланыр һәм шафран кеүек сәскә атыр» (Ишағыя 35:1).
-
Кешеләр мәңге йәшәй алһын өсөн, уларҙы өйрәтәсәк. «Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү — ана шул мәңгелек тормош» (Яхъя 17:3).
Алла һинең ошо фатихаларға кинәнеп йәшәүеңде теләй (Ишағыя 48:18). Киләһе мәҡәләлә шундай матур киләсәктең өлөшө булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк икәне аңлатыла.