Алла Батшалығының батшаһы кем?
Алла үҙ Һүҙе аша Батшалығының Батшаһын асыҡларға ярҙам итә. Әйҙәгеҙ, Изге Яҙманы яҙыусылар килтергән бер нисә үҙенсәлекте ҡарап сығайыҡ.
-
Алла тарафынан һайланған. «Мин... үҙемдең батшамды ҡуйҙым... Минән һора, һәм мин һиңә мираҫ итеп халыҡтарҙы, милек итеп бөтөн ерҙе бирермен» (Зәбур 2:6, 8).
-
Дауыт батшаның вариҫы. «Беҙҙең сабый тыуҙы, беҙгә улан бирелде... Уның мирзалыҡ идараһы киң тараласаҡ, һәм Дауыт тәхетендә һәм уның батшалығында тыныслыҡ мәңге буласаҡ. Ул ныҡ урынлашасаҡ» (Ишағыя 9:6, 7).
-
Вифлеемда тыуасаҡ. «Ул... уларҙан Мәсихтең ҡайҙа тыуырға тейешлеген һораны. „Йәһүҙиә ерендәге Вифлеем ҡалаһында, — тине улар. — Сөнки пәйғәмбәр аша Алла былай тигән: „Эй, Йәһүҙиәләге Вифлеем... һинән Юлбашсы сығасаҡ“» (Матфей 2:4—6).
-
Кешеләр уны кире ҡағасаҡ һәм язалап үлтерәсәк. «Уға ерәнеп ҡаранылар, беҙ ҙә уны һанға һуҡманыҡ. Ул иһә беҙҙең енәйәттәребеҙ өсөн сәнселде, гонаһтарыбыҙ өсөн иҙелде» (Ишағыя 53:3, 5).
-
Үленән тереләсәк һәм данға күмеләсәк. «Һин йәнемде Ҡәберҙә ҡалдырмаҫһың. Һин үҙ тоғроңа гүрҙе күрергә бирмәҫһең. [...] ...Һинең уң яғыңда булыу — һис бөтмәҫ бәхет ул» (Зәбур 16:10, 11).
Ғайса Мәсих — иң яҡшы хаким
Кешелек тарихында камил Хакимды тасуирлаған ошо билдәләргә бер шәхес кенә тулыһынса тура килә. Ул — Ғайса Мәсих. Ябраил фәрештә Ғайсаның буласаҡ әсәһе Мәрйәмгә былай тигән: «Раббы Алла Уға ата-бабаһы Дауыттың тәхетен бирер. ...Уның батшалығының аҙағы булмаҫ» (Лука 1:31—33).
Ғайса ерҙә йәшәгән саҡта хакимлыҡ итмәгән. Бының урынына ул Алла Батшалығының Батшаһы булараҡ күктән кешелек менән идара итәсәк. Ни өсөн Ғайса иң яҡшы Хаким? Әйҙәгеҙ, ерҙә йәшәгән сағында уның ниҙәр башҡарғанын ҡарап сығайыҡ.
-
Матфей 9:36; Марк 10:16). Бер ваҡыт махаулы кеше уға: «Әгәр теләһәң, мине таҙарта алыр инең», — тип ялбарған. Ғайса уны йәлләп, һауыҡтырған (Марк 1:40—42).
Ғайса кешеләр хаҡында ҡайғыртҡан. Ғайса ҡатындарға һәм ирҙәргә, ололарға һәм йәштәргә, кешенең сығышына һәм дәрәжәһенә ҡарамай ярҙам иткән ( -
Ғайса Алла хуплауын нисек алып була икәненә өйрәткән. Ул: «Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ», — тигән. Ул шулай уҡ беҙҙе кешеләр менән мөғәмәлә итергә өйрәткән. Кешеләрҙең үҙебеҙгә нимә эшләүен теләһәк, беҙ ҙә уларға шуны эшләргә тейешбеҙ, тигән ул. Өҫтәүенә, Ғайса Алланың эштәребеҙ менән генә түгел, ә уйҙарыбыҙ һәм хис-тойғоларыбыҙ менән дә ҡыҙыҡһыныуын күрһәткән. Алла хуплауын алыр өсөн, беҙ күңел түрендәге хистәрҙе контролдә тоторға тейеш (Матфей 5:28; 6:24; 7:12). Ғайса әйткәнсә, ысындан да бәхетле булыр өсөн, беҙгә Алла ихтыярын белергә һәм уға ярашлы эш итергә кәрәк (Лука 11:28).
-
Ғайса башҡаларҙы яратырға өйрәткән. Ғайсаның һүҙҙәре һәм ғәмәлдәре тыңлаусыларының йөрәгенә үтеп ингән һәм уларҙы эш итергә дәртләндергән. «Ғайса һүҙен тамамлағас, халыҡ Уның өйрәтеүенә хайран ҡалды. Ул бит уларҙы ҡанун белгестәренсә түгел, ә хакимлыҡҡа эйә булған кеше кеүек өйрәтте», — тиелә Инжилдә (Матфей 7:28, 29). «Дошмандарығыҙҙы яратығыҙ», — тип өйрәткән ул. Ул хатта үҙенең үлеме өсөн ғәйепле булған кешеләрҙең ҡайһы берҙәре өсөн былай тип доға ҡылған: «Атам! Кисер уларҙы! Улар ни эшләгәндәрен үҙҙәре лә аңламай бит!» (Матфей 5:44; Лука 23:34).
Ғайса — игелекле һәм кешеләргә ярҙам итеүсе донъялағы иң яҡшы Хаким. Әммә ул ер менән ҡасан идара итә башлар?