Изге Яҙма — хәҡиҡәт сығанағы
Тарих дауамында төрлө ерҙә йәшәгән кешеләр Изге Яҙмаға ышанысҡа лайыҡ сығанаҡ тип ҡараған. Бөгөн миллионлаған кеше уның өйрәтеүҙәре буйынса йәшәй. Шулай ҙа Изге Яҙманы, ул иҫкергән йә кеше уйлап сығарған китап, тип һанға һуҡмаған кешеләр ҙә бар. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Изге Яҙмала хәҡиҡәтте табып буламы?
НИ ӨСӨН ИЗГЕ ЯҘМА ЫШАНЫСҠА ЛАЙЫҠ?
Һеҙ Изге Яҙманың ышанысҡа лайыҡ икәненә нисек инана алаһығыҙ? Әйтәйек, дуҫығыҙ һеҙгә күп йылдар дауамында тик дөрөҫөн генә һөйләгән, ти. Һеҙ, уны, әлбиттә, ышаныслы дуҫ тип һанайһығыҙ. Ә Изге Яҙма, ышаныслы дуҫ һымаҡ, тик дөрөҫөн генә һөйләйме? Бер нисә миҫалға иғтибар итәйек.
Намыҫлы яҙыусылар
Изге Яҙманы яҙыусылар бик намыҫлы кешеләр булған, улар үҙ хаталарын һәм уңышһыҙлыҡтарын йәшермәгән. Мәҫәлән, Юныс пәйғәмбәр үҙенең тыңламаусанлығы тураһында яҙған (Юныс 1:1—3). Изге Яҙманың үҙ исемен йөрөткән китабының аҙағында Юныс Аллаһы Тәғәләнең уны нисек төҙәткәнен тасуирлаған, әммә иғтибарҙы үҙенә артыҡ йәлеп итмәҫ өсөн, үҙенең яҡшы яҡҡа үҙгәреүен иҫкә алмаған (Юныс 4:1, 4, 10, 11). Изге Яҙма яҙыусыларҙың намыҫлылығы уларҙың хәҡиҡәтте ҡәҙерләгәнен иҫбат итә.
Ғәмәли кәңәштәр
Изге Яҙма һәр ваҡытта ла тормошҡа ҡағылышлы аҡыллы кәңәштәр бирәме? Әлбиттә. Мәҫәлән, Инжилдә кешеләр менән татыу йәшәүгә ҡағылышлы бындай кәңәш бирелә: «Кешеләрҙең һеҙгә нимә эшләүен теләһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә уларға шуны эшләгеҙ» (Матфей 7:12). Бына тағы бер кәңәш: «Йомшаҡ яуап ярһыуҙы баҫа, ә ҡаты һүҙ асыуҙы ҡуҙғата» (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:1). Эйе, Изге Яҙмалағы кәңәштәр элек тә файҙалы булған, бөгөн дә шулай булып ҡала.
Тарихи яҡтан теүәл
Инде күп йылдар буйы үткәрелгән археологик тикшеренеүҙәр Изге Яҙмала иҫкә алынған кешеләрҙең, урындарҙың һәм ваҡиғаларҙың ысындан да булыуын раҫлап тора. Мәҫәлән, әһәмиәтһеҙ һымаҡ күренгән бер мәғлүмәткә иғтибар итәйек. Ниҡәми көндәре тасуирланғанда, Изге Яҙмала Иерусалимда йәшәгән тирҙар (Тир ҡалаһынан булған финикиҙар) хаҡында былай тиелә: «Балыҡ һәм төрлө-төрлө әйберҙәр... һаталар ине» (Ниҡәми 13:16).
Был аятты раҫлаған берәй дәлил бармы? Эйе. Археологтар Израилдә был боронғо ике халыҡ араһындағы һатыу-алыу эшен дәлилләгән Финикиянан килгән тауарҙар тапҡан. Бынан тыш, Иерусалимда Урта диңгеҙ балыҡтарының ҡалдыҡтары табылған. Археологтарҙың фараз итеүенсә, сауҙагәрҙәр был балыҡты йыраҡтан, диңгеҙ буйынан, алып килгән. Шул дәлилдәрҙе тикшереп, бер ғалим былай ти: «Тирҙарҙың Иерусалимда балыҡ һатыуы тураһында Ниҡ[әми] 13:16-ла яҙылған мәғлүмәт ышанысҡа лайыҡ».
Фән яғынан теүәл
Изге Яҙма тәү сиратта дини һәм тарихи китап. Әммә фән менән бәйле һорауҙар тураһында һүҙ барғанда, ул дөрөҫ һәм теүәл мәғлүмәт бирә. Бер миҫалға иғтибар итәйек.
Яҡынса 3 500 йыл элек Изге Яҙмала ер тураһында, ул «бушлыҡҡа элеп ҡуй[ылған]», тиелгән булған (Әйүп 26:7). Был мифтарҙың һүрәтләүенән шаҡтай айырылып тора. Уларҙа әйтелгәнсә, ер һыуҙа йөҙөп йөрөй йә ғәйәт ҙур ташбаҡа өҫтөндә тора. Әйүп пәйғәмбәр китабы яҙылғандан һуң 1 100 йыл самаһы үткәс тә, кешеләр ерҙең йыһан киңлегендә эленеп тора алмауына һаман да ышанған. Улар, ер нимәнеңдер өҫтөндә торорға тейеш, тип иҫәпләгән. Өс быуат үткәс кенә, 1687 йылда Исаак Ньютон гравитация хаҡында тикшеренеүҙәрен баҫтырып сығарған һәм ерҙең орбитала күренмәгән көс ярҙамында эленеп тороуын аңлатҡан. Фән донъяһындағы был әһәмиәтле асыш Изге Яҙмала инде 3 000 йыл элек яҙылғанды раҫлаған!
Пәйғәмбәрлек китабы
Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәр ни тиклем теүәл? Уларҙың береһен, Ишағыяның Вавилон тураһындағы пәйғәмбәрлеген, ҡарап сығайыҡ.
Пәйғәмбәрлек. Б. э. т. һигеҙенсе быуатта Изге Яҙманың бер яҙыусыһы, Ишағыя, Вавилон ҡалаһының (ул киләсәктә генә көслө империяның баш ҡалаһы булып китергә тейеш булған) яулап алынасағын һәм ташландыҡ хәлдә ҡаласағын иғлан иткән (Ишағыя 13:17—20). Ишағыя хатта ҡаланы яулап аласаҡ кешенең исемен дә әйткән, ул Кир булған. Ул шулай уҡ, йылғалар ҡоротолор тип, Кирҙың нисек эш итәсәген дә һүрәтләгән. Өҫтәүенә, Ишағыя, ҡала ҡапҡалары асыҡ килеш ҡаласаҡ, тип тә пәйғәмбәрлек иткән (Ишағыя 44:27—45:1).
Үтәлеү. Ишағыя был пәйғәмбәрлекте әйткәндән һуң 200 йыл самаһы үткәс, Фарсы батшаһы Вавилонға һөжүм иткән. Уның исеме кем булған? Кир! Вавилон бик яҡшы нығытылған ҡала булғанға күрә, Кир ҡала аша аҡҡан Евфрат йылғаһын ҡулланырға булған. Уның ғәскәриҙәре, канал ҡаҙып, йылға ағымын һаҙлыҡҡа йүнәлткән. Шул арҡала ҡала диуарҙарын уратып алған йылға һыуҙары һайыҡҡан, һәм Кир ғәскәре йылғаны кисеп сыҡҡан. Ғәжәп, әммә тап шул ваҡытта йылғаға ҡараған ҡапҡа асыҡ ҡалған булған! Кир ғәскәриҙәре асыҡ ҡапҡа аша инеп ҡаланы яулап алған.
Тағы бер нескәлек ҡалды: Вавилон ташландыҡ ергә әйләнгәнме? Кешеләр унда әле бер нисә быуат дауамында йәшәгән. Әммә бөгөн Ирак илендә, Багдад ҡалаһынан алыҫ түгел ерҙә ятҡан Вавилон емереклектәре пәйғәмбәрлектең тулыһынса үтәлгәнен иҫбатлай. Эйе, киләсәктәге ваҡиғалар хаҡында һүҙ барғанда ла, Изге Яҙма ышанысҡа лайыҡ.