Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ҡотҡарыусы Аллаға — Йәһүәгә таянығыҙ

Ҡотҡарыусы Аллаға — Йәһүәгә таянығыҙ

ЕР ЙӨҘӨНДӘГЕ халыҡ һаны менән сағыштырғанда, Алла халҡының һаны һәр ваҡыт шаҡтай әҙерәк булған. Өҫтәүенә, ваҡыт-ваҡыт Алланың хеҙмәтселәре ҡаты эҙәрләүҙәргә дусар булған. Йәһүә яҡламаһа, дошмандар уларҙы еңел генә юҡ итә алған.

Мәҙхиә йырлаусы Дауыт быны яҡшы аңлаған. Үҙенең бер мәҙхиәһендә ул былай тигән: «Дошмандар беҙгә һөжүм иткән саҡта Йәһүә беҙҙең менән булмаған булһа, улар, асыуҙары ҡубып, беҙҙе тере килеш йотор ине. Һыуҙар беҙҙе ағыҙып алып, ташҡын ҡаплап китер ине. Ярһыулы һыуҙар беҙҙе баҫып китер ине» (Зәб. 124:1—5). Йәһүә үҙ халҡын яҡламаһа, дошмандар уларға бик ҙур зыян килтерер ине. Көслө ер тетрәү ваҡытында ер тирә-яҡтағы бөтә нәмәне йотҡандағы йәки ярһыу ағым бар нәмәне ағыҙып алып киткәндәге кеүек, израилдәр дошмандарҙан ҡотола алмаҫ ине. Дошмандар, ғәйәт ҙур тулҡындар кеүек, уларҙы бөтөнләй юҡ итер ине.

Алла халҡына етди ҡурҡыныс янағанын иҫәпкә алһаҡ, мәҙхиә йырлаусының бөтә израилдәр исеменән Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт белдергәне һис тә ғәжәп түгел. Дауыт былай тип йырлаған: «Йәһүә маҡталһын, сөнки ул беҙҙе йыртҡыс дошмандарға табыш итеп бирмәне. Беҙ аусы тоҙағынан ҡотолған ҡош шикелле; тоҙаҡ ватылғас, ҡасып ҡотолдоҡ. Ярҙамыбыҙ — күк менән ерҙе яратҡан Йәһүә исемендә» (Зәб. 124:6—8).

Дошмандар, йыртҡыс хайуан һымаҡ, израилдәрҙе йоторға теләгән. Әммә Йәһүә быға юл ҡуймаған. Израилдәр тоҙаҡҡа эләккән ҡош һымаҡ булған. Ләкин Алла көтөлмәгәндә уларҙы ҡотҡарған. Йәһүә, Ғаләмде барлыҡҡа килтергән Сикһеҙ ҡөҙрәтле Алла, үҙ халҡын бер ваҡытта ла ташламай. Шуға күрә израилдәрҙең Алла исемендә яҡлау эҙләр өсөн етди сәбәбе булған.

Бөгөн етди ауырлыҡтар менән осрашҡан Алла хеҙмәтселәре был мәҙхиәлә йыуаныс таба ала. Ҡайһы саҡта ауырлыҡтар йырып сыҡҡыһыҙ булып күренергә мөмкин. Әммә Йәһүә үҙ халҡының юҡ ителеүенә юл ҡуймаясаҡ. Ул хеҙмәтселәрен мотлаҡ яҡлаясаҡ.

«Уға инаныусы һис кем оятҡа ҡалмаҫ» (Рим. 10:11)