Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Яҡуп, Исавтың өлкән ул булыу хоҡуғын һатып алғанға, Мәсихтең ата-бабаһы булып киткән, тип әйтеп буламы?

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Боронғо Израилдә Мәсихтең нәҫел ебе өлкән ул булыу хоҡуғы менән тығыҙ бәйле булғанмы?

Элек беҙ, был шулай, тип әйтә торғайныҡ. Был фекер Еврейҙарға 12:16-лағы һүҙҙәргә тура килә кеүек ине. Был шиғырҙа, Исав изге нәмәләрҙе ҡәҙерләмәгән һәм «бер ултырып ашарлыҡ аш өсөн үҙенең өлкән ул булыу хоҡуғын [Яҡупҡа] һатҡан», тип әйтелә. Беҙ был һүҙҙәрҙе шулай аңлаған инек: Яҡуп өлкән ул булыу хоҡуғы менән бергә Мәсихтең ата-бабаһы булыу мөмкинлеген дә алған (Матф. 1:2, 16; Лука 3:23, 34).

Әммә, Изге Яҙманан күренеүенсә, Мәсихтең нәҫел ебендәге ҡайһы бер ирҙәр баш бала булмаған. Бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ.

Яҡуптың (йәғни Израилдең) беренсе балаһы Лиә тыуҙырған Рәүвән булған. Һуңыраҡ Яҡуптың яратҡан ҡатыны Рәхиләнең дә улы Йософ тыуған. Рәүвән, етди гонаһ ҡылғас, өлкән ул булыу хоҡуғын юғалтҡан, һәм был хоҡуҡ Йософҡа күскән (Баш. 29:31—35; 30:22—25; 35:22—26; 49:22—26; 1 Йыл. 5:1, 2). Ләкин Рәүвән да, Йософ та Мәсихтең ата-бабаһы булып китмәгән. Мәсих Яҡуптың Лиә тыуҙырған дүртенсе улы Йәһүҙәнән килеп сыҡҡан (Баш. 49:10).

Лука 3:32-лә Мәсихтең ата-бабаһы булған тағы биш ир һаналып китә. Күрәһең, уларҙың барыһы ла баш бала булған. Вооздан — Овид, Овидтан Иессей тыуған (Рут 4:17, 20—22; 1 Йыл. 2:10—12).

Әммә Иессейҙың улы Дауыт баш бала булмаған. Ул һигеҙ улдың иң кесеһе булған. Быға ҡарамаҫтан, Мәсих Дауыттың нәҫеленән сыҡҡан (1 Сам. 16:10, 11; 17:12; Матф. 1:5, 6). Шуның шикелле, Сөләймән дә, Мәсихтең нәҫел ебендәге сираттағы кеше, Дауыттың баш балаһы булмаған (2 Сам. 3:2—5).

Шулай ҙа, өлкән ул булыу хоҡуғының әһәмиәте булмаған, тип әйтеү дөрөҫ түгел. Беренсе ул хөрмәтле урын алып торған һәм, ғәҙәттә, тап ул атаһы үлгәндән һуң ғаилә башы булып киткән. Ул шулай уҡ мираҫтың ике өлөшөн алырға тейеш булған (Баш. 43:33; Ҡан. 21:17; Еш. 17:1).

Ләкин өлкән ул булыу хоҡуғы кешенән кешегә бирелә алған. Мәҫәлән, Ибраһим Исмәғилде үҙ өйөнән сығарып ебәргән һәм өлкән ул булыу хоҡуғын Исхаҡҡа биргән (Баш. 21:14—21; 22:2). Шулай уҡ, өҫтә әйтеп кителгәнсә, был хоҡуҡ Рәүвәндән тартып алынған һәм Йософҡа бирелгән.

Хәҙер, әйҙәгеҙ, Еврейҙарға 12:16-ға әйләнеп ҡайтайыҡ. Унда былай тиелгән: «Бер ултырып ашарлыҡ аш өсөн үҙенең өлкән ул булыу хоҡуғын һатҡан Исав кеүек, арағыҙҙа бер кем дә аҙғын йә иманһыҙ булмаһын». Был һүҙҙәрҙең асылы нимәлә?

Илсе Павел бында Мәсихтең шәжәрәһен тикшермәгән. Ул мәсихселәрҙе «тура юлдан» йөрөргә һәм гонаһтарҙан, мәҫәлән, енси әхлаҡһыҙлыҡтан ҡасырға өндәгән. Шулай эшләһәләр, улар Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалмаҫ ине (Евр. 12:12—16). Ә инде гонаһ юлына баҫһалар, улар изге булғанды ҡәҙерләмәгән һәм уны изге булмағанға алмаштырған Исав кеүек булыр ине.

Исав ырыу башлыҡтары заманында йәшәгән, шуға, бәлки, ҡайһы саҡта уға Аллаға ҡорбандар килтерергә ҡушылғандыр (Баш. 8:20, 21; 12:7, 8; Әйүп 1:4, 5). Ләкин, тән теләктәре буйынса йәшәгәнгә, Исав өлкән ул булыу хоҡуғы менән бәйле бөтә хөрмәтле вазифаларын бер ултырып ашарлыҡ ашҡа алмаштырған! Бәлки, ул Ибраһим тоҡомдарының өлөшөнә төшөргә тейеш тип алдан әйтелгән ғазаптарҙан ҡасырға теләгәндер (Баш. 15:13). Шулай уҡ Исав, ике мәжүси ҡатынды ҡатынлыҡҡа алып, изге булғанды ҡәҙерләмәүен күрһәткән. Бының арҡаһында уның ата-әсәһе бик ҡайғырған (Баш. 26:34, 35). Унан айырмалы булараҡ, Яҡуп хаҡ Аллаға хеҙмәт иткән ҡатын һайлаған (Баш. 28:6, 7; 29:10—12, 18).

Шулай итеп, ниндәй һығымта яһап була? Мәсихтең нәҫел ебендәге күп ирҙәр ысынлап та баш бала булған, тик барыһы ла түгел. Еврейҙар был турала белгән һәм бында ғәжәпләнерлек бер нәмә лә күрмәгән. Улар Мәсих — Иессейҙың кесе улы Дауыттың тоҡомо икәнен таныған (Матф. 22:42).