Һыу баҫыу килтергән яҡшы хәбәр
2017 йылда Никарагуалағы Йәһүә шаһиттарының ҙур булмаған төркөмө Москито ярынан кәмәлә илдең төпкөлөнә юлланған. Уларҙың кәмәһе «Стури Ямни» тип аталған. Экспедицияның бер ағзаһы Стивен былай тип хәтеренә төшөрә: «Беҙ алыҫ урында йәшәгән Йәһүә шаһиттарының бәләкәй төркөмөнә барып, улар менән бергәләп вәғәзләргә теләгәйнек».
12 Йәһүә шаһиты Лагуна-де-Перластан юл башлаған. Уларға Рио-Гранде-де-Матагальпа йылғаһы буйлап үргә табан 200 километр барырға кәрәк булған. Уларҙың кәмәһенең исеме мискито телендә «Яҡшы хәбәр» тигәнде аңлата, ә был пәйғәмбәри исем булыр тип, береһе лә уйламаған. Төнгө йоҡо ваҡытын иҫәпләмәйенсә, 12 сәғәт барғандан һуң Ла-Крус-де-Рио-Гранде ауылына килеп еткәндәр. Шул урындағы алты Йәһүә шаһиты өсөн был ҙур байрам булған.
Төндә биҙрәнән ҡойған кеүек ямғыр яуа башлаған. Бер нисә сәғәт эсендә генә йылға ярынан сыҡҡан, Батшалыҡ залын һәм өйҙәрҙе һыу баҫҡан. Шунан һуң тағы ике көн һыу күтәрелә барған. «Яҡшы хәбәрҙең» экипажы урындағы кешеләргә күсенергә ярҙам иткән — уларҙың күбеһе ике төн апай-ҡәрҙәштең ике этажлы өйөндә ышыҡланғана.
Өсөнсө көндө Йәһүә шаһиттарына Ла-Крустың мэры килеп, ярҙам һораған. Ҡотороноп аҡҡан йылға буйлап тик уларҙың кәмәһе генә йөрөй алған. Мэр уларҙың ҡотҡарыусыларҙы икенсе ауылға алып барыуҙарын һораған. Шаһиттарҙы оҙаҡ күндерергә кәрәкмәгән, улар шатланып риза булған.
Икенсе көн иртәнсәк өс Йәһүә шаһиты, кәмәгә ҡотҡарыусыларҙы ултыртып, юлға сыҡҡан. Стивен былай тип иҫенә төшөрә: «Йылға ҡырағай йәнлек кеүек ҡоторона, ә тирә-яҡта бөтә нәмә урғыла һәм ыжғыра ине! Йылға буйлап тамыры менән аҡтарылған ағастар йөҙөп барғанын күрҙек. Бик ҙур һыу өйөрмәләре барлыҡҡа килгән ине. Ә һыу ағымының тиҙлеге сәғәтенә 18 километрҙан артып китә ине». Ләкин бөтә был ҡурҡыныстарға ҡарамаҫтан, кәмә өс ауылға барып еткән.
Ҡотҡарыусылар кешеләрҙе ҡотҡарған, ә өс Йәһүә шаһиты ваҡытарын бушҡа үткәрмәгән — улар ауыл кешеләрен йыуатҡан. Уларҙың үҙҙәре менән ниндәй журнал булғанын әйтә алаһығыҙмы? 2017 йылғы «Бәлә-ҡаза килгәндә тормошто һаҡлай алған аҙымдар» тигән «Уянығыҙ!» журналы (тат.). Журналдың бик тиҙ таралып бөтөүе бер ҙә аптырарлыҡ түгел.
Шул ауылдарҙың кешеләре Йәһүә шаһиттарына уларҙың практик ярҙамы, иғтибарлылығы өсөн һәм Изге Яҙмалағы фекерҙәр менән бүлешкәндәре өсөн сикһеҙ рәхмәтле булған. «Улар ҡасан килергә икәнен беләләр!» — тигән ауылдағы ҡайһы бер кешеләр. Ә икенселәре: «Улар кешеләрҙе ысынлап та ярата», — тигәндәр. Йәһүә шаһиттарының үҙ ҡәрҙәштәре һәм башҡа кешеләр тураһында ла ҡайғыртыуын күреп, күптәр Изге Яҙмалағы хәбәрҙе ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңлаған.
«Стури Ямни» командаһы ағзаһы Марко ауыл кешеләренә яҡшы хәбәр һөйләргә китеп бара
«Стури Ямни» һыу баҫҡан ауыл янында