Йәһүә шаһиттарының егет менән ҡыҙҙың осрашып йөрөүенә ҡағылышлы ҡағиҙәләре бармы?
Йәһүә шаһиттары шуға инана: Изге Яҙмалағы принциптар һәм ҡанундар беҙгә Йәһүәне ҡыуандырған һәм үҙебеҙгә файҙа килтергән ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә (Ишағыя 48:17, 18). Был принциптарҙы һәм ҡанундарҙы беҙ үҙебеҙ уйлап сығармағанбыҙ, әммә беҙ уларҙы үтәп йәшәйбеҙ. Уларҙың ҡайһы берҙәре егет менән ҡыҙҙың осрашып йөрөүенә нисек ҡағылғанын ҡарап сығайыҡ a.
Никах — ғүмерлек союз (Матфей 19:6). Йәһүә шаһиттары егет менән ҡыҙҙың осрашып йөрөүен никахҡа алып барған аҙым тип һанай. Шуға күрә улар был аҙымға бик етди ҡарай.
Өйләнерлек йәшкә еткән кешеләр генә осрашып йөрөй ала. Ундай кешенең «бик йәш» сағы, йәғни енси теләктәренең бик көслө булған ваҡыты инде үтеп киткән (1 Коринфтарға 7:36, ЯДТ).
Осрашырға ҡарар ҡабул иткән кешеләр никахҡа инергә ирекле булырға тейеш. Рәсми рәүештә айырылышҡан ҡайһы берәүҙәр Йәһүә күҙлегенән никахҡа инергә ирекле түгел, сөнки уның алдында айырылышыу өсөн берҙән-бер сәбәп — енси әхлаҡһыҙлыҡ (Матфей 19:9).
Никахҡа инергә теләгән мәсихселәр тормош иптәшен имандаштар араһынан һайларға тейеш (1 Коринфтарға 7:39). Йәһүә шаһиттары был әмергә нигеҙләнеп шундай ҡарашта тора: буласаҡ тормош иптәше мәсихселәрҙең ҡараштарын хөрмәтләгән кеше генә түгел, ә ошо ҡараштар буйынса йәшәгән, һыуға сумдырылған Йәһүә шаһиты булырға тейеш (2 Коринфтарға 6:14). Алла һәр ваҡыт үҙенә ғибәҙәт ҡылыусыларҙы имандаштары менән генә никахҡа инергә өндәгән (Башланмыш 24:3; Малахий 2:11). Заманса тикшеренеүҙәр был әмерҙең бөгөн дә актуаль булыуын күрһәтә b.
Балалар үҙ ата-әсәләрен тыңларға тейеш (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:8; Колосстарға 3:20). Был әмер буйынса, ата-әсәләре менән бергә йәшәгән балалар, ата-әсәһе осрашып йөрөүгә ҡағылышлы ниндәй ҡарарҙар ҡабул иткән, шулар буйынса эш итергә тейеш. Ундай ҡарарҙар улы йә ҡыҙының нисә йәштә осраша башлай алыуына һәм был осрашыуҙарҙа нимә эшләргә ярауына ҡағылырға мөмкин.
Изге Яҙмалағы ҡанундарға таянып Йәһүә шаһиты осрашырғамы, юҡмы һәм кем менән осрашырға икәнен үҙе хәл итә ала. Был «һәр кем үҙ йөгөн [яуаплылыҡ йөгөн, ЯДТ, төшөрмә] үҙе күтәрергә тейеш» тигән принципҡа тура килә. (Галаттарға 6:5). Шулай булһа ла, осрашыуҙар тураһында әйткәндә, күптәр, үҙҙәре тураһында эскерһеҙ ҡайғыртҡан, рухи яҡтан етлеккән имандаштарынан кәңәш һорап, аҡыллы эш итә (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:5).
Был донъяла осрашып йөрөүгә бәйле киң таралған күп кенә эштәр ысынында етди гонаһ булып тора. Мәҫәлән, Изге Яҙмала, енси әхлаҡһыҙлыҡтан ҡасырға кәрәк, тип әйтелә. Был өйләнешмәгән кешеләр араһындағы енси мөнәсәбәттәр генә түгел, ә шулай уҡ бер-береһенең енси ағзаларын иркәләү, ораль һәм аналь секс кеүек бысраҡ эштәрҙе үҙ эсенә ала (1 Коринфтарға 6:9—11). Өйләнешмәгән кешеләр, енси мөнәсәбәткә инмәһә лә, бер-береһендә енси дәрт уята икән, был Алла алдында «шаҡшылыҡ» тип һанала (Галаттарға 5:19—21). Шулай уҡ Изге Яҙмала «әҙәпһеҙ һүҙҙәр[ҙән]» торған әхлаҡһыҙ һөйләшеүҙәр хөкөм ителә (Колосстарға 3:8).
Йөрәк, йәғни эске кешебеҙ, бик мәкерле (Иремия 17:9). Ул кешене белә тороп дөрөҫ булмаған эштәр ҡылырға этәрә. Быға юл ҡуймаҫ өсөн, осрашып йөрөгән кешеләргә әхлаҡһыҙ теләктәр уята алған ситуацияларҙан ҡасырға кәрәк. Улар, етлеккән дуҫтары араһында аралашып йә үҙҙәре менән өсөнсө кешене алып, ваҡыт үткәрһә, аҡыллы эш итә (Ғибрәтле һүҙҙәр 28:26). Тормош иптәше эҙләгән мәсихселәр танышыу сайттары, айырыуса таныш булмаған кеше менән мөнәсәбәт үҫтереү менән бәйле ҡурҡыныстар тураһында онотмаҫҡа тейеш (Зәбур 26:4).
a Ҡайһы бер халыҡтарҙа осрашып йөрөү тәбиғи, башҡаларында иһә — юҡ. Изге Яҙмала, осрашып йөрөү мотлаҡ йә никахҡа инер өсөн берҙән-бер мөмкинлек, тип әйтелмәй.
b Мәҫәлән, ғаилә һәм никах тураһындағы бер журналда былай тиелә: «Дауамлы никахтар өҫтөндә үткәрелгән өс сағыштырма тикшеренеү шуны асыҡлаған: бер үк диндә, ышаныуҙа һәм ҡараштарҙа булыу никахтың күп йылдар (25—50 һәм күберәк йыл) дауам ителеүенең төп факторҙары булып тора» («Marriage & Family Review», 38 том, 1 сығарылыш, 88 бит, 2005 йыл).