Йәһүә шаһиттарының ойошмаһына кем нигеҙ һалған?
Йәһүә шаһиттарының хәҙерге ойошмаһы үҙ башланғысын XIX быуат ахырынан ала. Ул ваҡытта Питтсбург (Пенсильвания, АҠШ) ҡалаһынан алыҫ йәшәмәгән бәләкәй генә бер төркөм Изге Яҙманы темалар буйынса тикшерә башлаған. Улар сиркәү тәғлимәттәрен Изге Яҙмалағы тәғлимәттәр менән сағыштырғандар һәм тикшереүҙәренең һөҙөмтәләрен китаптарҙа, гәзиттәрҙә һәм хәҙерге ваҡытта «Күҙәтеү манараһы Йәһүә Алланың Батшалығын иғлан итә» тип исемләнгән журналда баҫтырып барғандар.
Ул заманда Изге Яҙманы эскерһеҙ тикшереүселәр араһында Чарлз Тейз Расселл да булған. Расселл, Изге Яҙмаларға нигеҙләнгән белем таратыу эше менән етәкселек иткәндә һәм «Күҙәтеү манараһы» журналын баҫтыра башлағанда, яңы дин уйлап сығармаған. Расселлдың һәм Изге Яҙманы тикшереүсе башҡа кешеләрҙең төркөм булараҡ маҡсаты Ғайса Мәсихтең тәғлимәттәрен таратыу һәм беренсе быуаттағы мәсихселәрҙең эшен дауам итеү булған. Мәсихселәр диненә Ғайса Мәсих нигеҙ һалған, шуға күрә беҙ уны ойошмабыҙға нигеҙ һалыусы тип һанайбыҙ (Колосстарға 1:18—20).