Ҡомарлы уйындар уйнау гонаһмы?
Изге Яҙманан яуап
Ҡомарлы уйындар уйнау хаҡында Изге Яҙмала ентекле аңлатыу юҡ, әммә ундағы принциптар ҡомарлы уйындарҙың Алла ҡарашынан гонаһ тип һаналыуын күрһәтә (Эфестарға 5:17) a.
Кешене ҡомарлы уйын уйнарға ҡомһоҙлоҡ этәрә, Алла иһә ҡомһоҙлоҡто нәфрәт итә (1 Кәринттәргә 6:9, 10; Эфестарға 5:3, 5). Уйында ҡатнашыусылар аҡса оторға ынтыла һәм отҡан осраҡта башҡаларҙың аҡсаһын үҙенә ала, ә Изге Яҙма кеше мөлкәтенә нәфсе һуҙыуҙы хөкөм итә (Сығыш 20:17; Римдарға 7:7; 13:9, 10).
Ҡомарлы уйындар, хатта бәләкәй генә суммаға уйнағанда ла, кешелә аҡса яратыу үҫтерергә мөмкин, ә был сифат үҙ сиратында һәләкәткә илтә (1 Тимәтигә 6:9, 10).
Ҡомарлы уйындар уйнаған кешеләр, ғәҙәттә, төрлө ырымдарға һәм «Уңыш илаһына» ышана. Ә был иһә Аллаға табыныуға ҡаршы килә, сөнки боттарға табыныуҙың бер төрө булып тора (Ишағыя 65:11).
Изге Яҙма еңел юл менән байырға ынтылыуҙы хупламай, ә тырышып эшләргә дәртләндерә (Вәғәзсе 2:24; Эфестарға 4:28). Изге Яҙмалағы кәңәшкә ҡолаҡ һалыусылар «үҙ ризыҡтарын үҙҙәре баш баҫып эшләп» таба (2 Тисалуникаларға 3:10, 12).
Ҡомарлы уйындар ярышыу һәм көнләшеү рухы тыуҙыра, ә Изге Яҙма быны хупламай (Ғалаттарға 5:26).
a Изге Яҙмала ҡомарлы уйындар Рим ғәскәриҙәре Ғайсаның кейемен, йәрәбә һалып, йәки ҡомарлы уйын ҡағиҙәһе буйынса бүлешкән осраҡты һүрәтләгәндә генә иҫкә алына (Матфай 27:35; Яхъя 19:23, 24).