Ғайса яҡшы кеше генә булғанмы?
Изге Яҙманан яуап
Ғайса яҡшы кеше генә булмаған. Ул — кешелек тарихына иң ҙур йоғонто яһаған шәхес. Билдәле тарихсылар һәм яҙыусыларҙың уның тураһында әйткән һүҙҙәренә иғтибар итегеҙ:
«Назаралы Ғайса... һис шикһеҙ, тарихтағы иң күренекле шәхес» (Герберт Уэллс, Англия яҙыусыһы һәм тарихсыһы).
«Ерҙә ҡасан да булһа йәшәгән кешеләр менән сағыштырғанда, Ғайсаның тормошо тарихҡа иң көслө йоғонто яһаған, һәм шул йоғонто көсәйә генә бара» (Кеннет Латуретт, Америка тарихсыһы һәм яҙыусыһы).
Ни өсөн Ғайса тарихҡа башҡаларға ҡарағанда ҙурыраҡ йоғонто яһаған? Изге Яҙмала был һорауға яуап бар. Ғайса үҙ шәкерттәренән улар уны кем тип иҫәпләүҙәре тураһында һораған. Уларҙың береһе дөрөҫ яуап биргән. «Һин — Мәсих, тере Алланың Улы», — тип әйткән ул (Матфай 16:16).