Тормош миңә ҡәнәғәтлек килтермәй. Миңә дин, Алла йә Изге Яҙма ярҙам итә аламы?
Изге Яҙманан яуап
Эйе. Изге Яҙма — боронғо һәм аҡыллы китап. Ул мөһим һорауҙарға яуап бирә, тормоштан ҡәнәғәт булырға һәм күңел тыныслығы табырға ярҙам итә. Изге Яҙма яуап биргән бер нисә һорауҙы ҡарап сығайыҡ:
Барлыҡҡа килтереүсе бармы? Изге Яҙмала «бар нәмәне Һин яраттың» тип әйтелә (Асылыш 4:11). Алла, Барлыҡҡа килтереүсе булараҡ, беҙгә бәхетле булыр өсөн һәм тормоштан ҡәнәғәт булыр өсөн, нимә кәрәклеген белә.
Алла мине яратамы? Алла кешеләргә ҡарата битараф түгел. Киреһенсә, Изге Яҙмала: «Ул беҙҙең беребеҙҙән дә йыраҡ түгел», — тип әйтелә (Ғәмәлдәр 17:27). Ул һеҙҙең тормошоғоҙ менән ҡыҙыҡһына һәм, һеҙ бәхетле булһын өсөн, ярҙам итергә теләй (Ишағыя 48:17, 18; 1 Петр 5:7).
Алла тураһындағы белем тормошомдо нисек яҡшырта ала? Алла беҙҙе «рухи нәмәләргә» мохтаж итеп, тыумыштан уҡ тормоштоң маҡсатын һәм мәғәнәһен аңларға теләк менән барлыҡҡа килтергән (Матфай 5:3). Шулай уҡ рухи ихтыяждарыбыҙға Барлыҡҡа килтереүсебеҙ тураһында белеү һәм уның менән аралашыу ҙа инә. Әгәр ҙә һеҙ Алла менән танышыр өсөн тырышлыҡтар һалһағыҙ, ул һис шикһеҙ быны ҡәҙерләр. Беҙ быны килтерелгән аяттан күрә алабыҙ: «Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр» (Яҡуб 4:8).
Миллионлаған кеше Алла менән дуҫлыҡ бәхет килтереүен һәм тормошта ҡәнәғәтлек табырға ярҙам итеүен үҙ тәжрибәһендә татыған. Алла тураһындағы белем һеҙҙе тулыһынса проблемаларҙан азат итмәһә лә, уның Изге Яҙмала яҙылған аҡыллы кәңәштәре һеҙгә...
ғаиләлә бәхетлерәк булырға ярҙам итер.
башҡалар менән тыныслыҡта йәшәргә ярҙам итер.
депрессия, хроник ауырыуҙар һәм аҡса менән бәйле ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итер.
Күп диндәрҙә кешеләр Изге Яҙманы уҡый, әммә ул өйрәткәндәрҙе тормошонда ҡулланмай. Уларҙан айырмалы булараҡ, Изге Яҙма өйрәткәндәре буйынса эш иткән хаҡ дин һеҙгә Алла менән танышырға ярҙам итер.