Тәмәке тартыу гонаһмы?
Изге Яҙманан яуап
Изге Яҙмала тәмәке тартыу a һәм тәмәке ҡулланыуҙың башҡа төрҙәре тураһында бер нәмә лә әйтелмәй. Шулай ҙа унда Алланың һаулыҡ өсөн зыянлы һәм бысраҡ ғәҙәттәрҙе хөкөм итеүен һәм шуға күрә тәмәке тартыуҙы гонаһ тип һанауын күрһәткән принциптар бар.
Ғүмерҙе ҡәҙерләү. «Ул [Алла] Үҙе һәр кемгә тормош, һулыш... бирә» (Ғәмәлдәр 17:24, 25). Йәшәү — Алланың бүләге, шуға күрә беҙ ғүмеребеҙҙе ҡыҫҡартырлыҡ бер нәмә лә эшләргә, мәҫәлән, тәмәке тартырға тейеш түгел. Тәмәке тартыу ваҡытһыҙ үлемдең төп сәбәптәренең береһе булып тора.
Яҡыныңды яратыу. «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат» (Матфей 22:39). Кешеләр араһында булғанда тәмәке тартыу яратыу билдәһе түгел. Гел тәмәке төтөнөн һуларға мәжбүр булған кешеләрҙең тәмәкеселәр интеккән ауырыуҙар менән ауырып китеү ихтималы шаҡтай күберәк.
Изге булып ҡалыу. «Үҙегеҙҙе Аллаға яраҡлы тере изге ҡорбан итеп тәҡдим итегеҙ» (Римдарға 12:1). «Алла алдында ҡурҡҡан хәлдә үҙебеҙҙе тулыһынса Уға бағышлап, әйҙәгеҙ тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы тап төшөүҙән сафландырайыҡ» (2 Коринфтарға 7:1). Тәмәке тартыу тәбиғи нәмә түгел. Ул изге, йәғни саф булып ҡалырға ҡамасаулай, сөнки тәмәкеселәр белә тороп үҙҙәренең организмына ҙур зыян килтергән токсиндар һулай.
Изге Яҙмала күңел асыу маҡсаты менән марихуана һәм башҡа төрлө наркотиктар ҡулланыу тураһында әйтеләме?
Изге Яҙмала марихуана ла, шуға оҡшаш башҡа наркотиктар ҙа иҫкә алынмай. Ләкин унда әүәҫлеккә килтереүсе ундай матдәләрҙе күңел асыу өсөн ҡулланыу дөрөҫ түгел икәнен күрһәткән принциптар бар. Юғарыла килтерелгән принциптарға түбәндәгеләрҙе лә өҫтәп була.
Аҡылға хужа булыу. «Раббы Аллаңды... бөтә аҡылың менән ярат» (Матфей 22:37, 38). «Аҡылығыҙ айыҡ булһын» (1 Петр 1:13). Наркотиктар тәьҫире аҫтындағы кеше тураһында үҙ аҡылына тулыһынса хужа тип әйтеп булмай. Күптәр хатта наркотик ҡулланырға әүәҫләнеп китә. Файҙалы нәмәләр хаҡында уйлар урынына, улар күберәк наркотик табыу һәм уны ҡулланыу тураһында уйлай (Филиптарға 4:8).
Дәүләт закондарына буйһоноу. «Етәкселәргә һәм хакимлыҡҡа буйһонорға... кәрәклеген иман тотоусыларҙың иҫтәренә төшөрөп тор» (Титҡа 3:1). Күп илдәрҙә наркотик ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Алланы шатландырырға теләһәк, беҙгә донъяуи хакимдарға буйһонорға кәрәк (Римдарға 13:1).
a Тәмәке тартыу тигәндә, бында сигарет, сигара, төрөпкә йәки ҡалъян ҡулланыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән тәмәке төтөнөн белә тороп һулау күҙ уңында тотола. Әммә түбәндә ҡаралған принциптар шулай уҡ тел аҫтына һала торған тәмәке һәм еҫкәй торған тәмәкегә, никотины булған электрон сигареттарға һәм шуға оҡшаш башҡа нәмәләргә лә ҡағыла.