Изге Яҙмала алкоголь тураһында нимә әйтелә? Иҫерткес эсемлектәр эсеү гонаһмы?
Изге Яҙманан яуап
Иҫерткес эсемлектәрҙе сама белеп эсеү гонаһ түгел. Шарап — Алла бүләге, ул күңелде күтәрә, тиелә Изге Яҙмала (Зәбур 104:14, 15; Вәғәзсе 3:13; 9:7). Унда шулай уҡ, шарап һаулыҡ өсөн файҙалы, тип тә яҙылған (1 Тимәтигә 5:23).
Ғайса ерҙә йәшәгәндә шарап эскән (Матфай 26:29; Лука 7:34). Бер туйҙа ул, мөғжизә ҡылып, һыуҙы шарапҡа әйләндергән һәм уны яңы өйләнешкән парға бүләк иткән (Яхъя 2:1—10).
Артыҡ эсеүҙең ҡурҡыныс яҡтары
Изге Яҙмала, шарап эсеүҙең ыңғай яҡтары телгә алынһа ла, сама белмәй эсеү һәм эскелек хөкөм ителә. Шуға ла спиртлы эсемлек эсергә булған мәсихсе сама хаҡында онотмаҫҡа тейеш (1 Тимәтигә 3:8; Титҡа 2:2, 3). Изге Яҙмала ни өсөн иҫерткес эсемлектәр менән артыҡ мауығырға ярамағанын аңлатҡан бер нисә сәбәп килтерелә:
Иҫерткес эсемлектәрҙе самаһыҙ эскән кеше айыҡ фекер йөрөтә алмай, уның уйлау һәләте тотҡарлана (Ғибрәтле һүҙҙәр 23:29—35). Ундай кеше Изге Яҙмалағы «үҙегеҙҙең тәнегеҙҙе Аллаға хуш килгән тере изге ҡорбан итеп бирегеҙ, был һеҙҙең Аллаға ихлас ғибәҙәтегеҙ булыр» тигән әмерҙе үтәй алмай (Римдарға 12:1).
Артығын эскән кеше инде әҙәп сиктәрен тоймай, ул «дөрөҫ булғанды эшләү» һәләтен бөтөнләй юғалта (Осия 4:11, ЯДТ; Эфестарға 5:18).
Иҫерткес эсемлектәр менән артыҡ мауығыу кешене бөлгөнлөккә төшөрөргә һәм сәләмәтлеген ҡаҡшатырға мөмкин (Ғибрәтле һүҙҙәр 23:21, 31, 32).
Сама белмәй эсеүҙе һәм эскелекте Алла хупламай (Ғибрәтле һүҙҙәр 23:20; Ғалаттарға 5:19—21).
Саманы нисек билдәләргә?
Әгәр эскәндән һуң кеше үҙенә йә башҡаларға зыян килтерә икән, тимәк, ул артығын эскән булып сыға. Изге Яҙманан күренеүенсә, иҫерек ул һушын юғалтҡансы эскән кеше генә түгел, ундай кеше башҡаларға бәйләнә, ҡайҙа булыуын аңлап еткермәй, сайҡалып йөрөй һәм уның теле көрмәлә (Әйүп 12:25; Зәбур 107:27; Ғибрәтле һүҙҙәр 23:29, 30, 33). Ғәҙәттә артығын эсмәгән кеше лә ҡайһы саҡта күп эсеп ташларға һәм бының әсе эҙемтәләрен татырға мөмкин (Лука 21:34, 35).
Алкоголдән бөтөнләй баш тартыу
Ҡайһы бер осраҡтарҙа мәсихсегә алкоголдән бөтөнләй баш тартыу яҡшыраҡ булыр. Изге Яҙма буйынса, түбәндәге осраҡтарҙа шулай эшләргә кәрәк:
әгәр был башҡалар өсөн абыныу ташы булһа (Римдарға 14:21);
әгәр кеше алкоголь эсеүгә ҡағылышлы илдәге закондарҙы боҙһа (Римдарға 13:1);
әгәр кеше эсеүҙән туҡтай алмаһа; алкоголизмдан һәм эскеселектең башҡа төрҙәренән интекһә, уға тиҙ арала ҡәтғи саралар күрергә кәрәк (Матфай 5:29, 30).