Изге Яҙмала аборт тураһында нимә әйтелә?
Изге Яҙманан яуап
Изге Яҙмала «яһалма юл менән ҡарындағы баланы алдырыу» тигән мәғәнәлә «аборт» төшөнсәһе юҡ. Әммә Алланың кеше ғүмеренә, шул иҫәптән әле тыумаған бала ғүмеренә ҡарашын сағылдырған аяттар күп.
Йәшәү — Алланың бүләге (Башланмыш 9:6; Зәбур 36:9). Ул бөтә тереклектең, шул иҫәптән әсә ҡарынындағы баланың тормошон ҡиммәтле тип һанай. Әгәр кемдер белә тороп әле тыумаған баланың ғүмерен өҙһә, был кеше үлтереүгә тиң.
Израилдәргә бирелгән ҡанунда былай тип әйтелгән булған: «Әгәр ир-аттар бер-береһе менән һуғышҡанда, уларҙың береһе ауырлы ҡатынға һуҡһа һәм ул ҡатын ваҡытынан алда бала тапһа, ләкин әсә менән бала иҫән ҡалһа, ғәйепле ир килтергән зыяны өсөн был ҡатындың ире талап иткәнде түләргә тейеш, һәм уны хөкөмсөләр ҡарары буйынса бирергә тейеш. Ләкин уларҙың береһе үлһә, йән өсөн йән бирелһен» (Сығыш 21:22, 23) a.
Кеше ғүмере ҡасан башлана?
Алла ҡарашы буйынса, кешенең ғүмере яралған ваҡыттан башлана. Үҙенең Һүҙендә, йәғни Изге Яҙмала, Алла күп тапҡыр әле тыумаған бала тураһында шәхес кеүек итеп һөйләй. Алланың инде тыуған бала һәм әле әсә ҡарынында булған бала араһында айырма яһамағанын күрһәткән бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ.
Юғарынан рухландырылып, Дауыт батша Алла тураһында: «Күҙҙәрең хатта яралғы булған сағымды күргән», — тигән (Зәбур 139:16). Алла Дауытты әле тыумаған сағында уҡ шәхес тип һанаған.
Иремия пәйғәмбәр тураһында, тыуғанға тиклем үк Алланың уның өсөн махсус йөкләмәһе булған, тип әйтелгән. Алла уға былай тигән: «Һине әле әсә ҡарынында булдырғансы, мин һине белә инем. Һәм мин һине, әле һин тыуғансы, изге иттем. Мин һине халыҡтар өсөн пәйғәмбәр итеп билдәләнем» (Иремия 1:5).
Һөйөнөслө хәбәрҙе яҙыусы табип Лука әле тыумаған һәм яңы тыуған баланы һүрәтләр өсөн бер үк грек һүҙен ҡулланған (Лука 1:41; 2:12, 16).
Алла аборт эшләгән кешене кисерәме?
Элек аборт яһаған кешеләр Алланың кисереүен ала ала. Әгәр ундай кеше тормошҡа Алланың ҡарашын ҡабул итһә, уға ғәйеп хисенән бер туҡтауһыҙ яфаланырға кәрәкмәй. «Йәһүә b шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан... [...] Көнсығыш көнбайыштан ни хәтле йыраҡ булһа, ул енәйәттәребеҙҙе беҙҙән шул хәтле йыраҡ итә» (Зәбур 103:8—12). Йәһүә ҡылған гонаһтары, шул иҫәптән аборт яһатҡаны өсөн ысын күңелдән тәүбә иткән кешеләрҙе кисерә (Зәбур 86:5).
Әсәнең йә баланың ғүмеренә ҡурҡыныс янағанда, аборт эшләргә яраймы?
Изге Яҙмала әле тыумаған баланың ғүмере тураһында әйтелгәнде иҫәпкә алһаҡ, әсәнең йә баланың ғүмеренә ҡурҡыныс янау ихтималлығы аборт эшләргә ҡарар итеүҙе аҡламай.
Ә бала тыуған ваҡытта, ғәҙәттән тыш хәл тыуып, кемдең ғүмерен ҡотҡарырға — әсәнекенме йә баланыҡынмы икәнен һайларға тура килһә, нимә эшләргә? Был осраҡта кемдең ғүмерен ҡотҡарырға икәнен, кем бының өсөн яуаплы, шул хәл итә.