Алла Батшалығы кеше йөрәгендәме?
Изге Яҙманан яуап
Юҡ. Алла Батшалығы мәсихсенең йөрәгендә түгел a. Шул Батшалыҡты «Күктәр Батшалығы» тип атап, Изге Яҙма уның ысынында ҡайҙа урынлашҡанын аңлата (Матфей 4:17). Унда шулай уҡ Алла Батшалығының реаль хөкүмәт булыуы һәм күктән идара итеүе хаҡында әйтелә.
Алла Батшалығының идарасылары, граждандары һәм закондары бар; уға күктә һәм ерҙә Алланың ихтыярын тормошҡа ашырырға вәкәләт бирелгән (Матфей 6:10; Асылыш 5:10).
Алла хөкүмәте, йәғни Алла Батшалығы, ерҙәге «халыҡтар, милләттәр һәм төрлө тел кешеләре» менән идара итәсәк (Данил 7:13, 14). Уға был хакимлыҡты уның граждандары түгел, ә Алла үҙе бирә (Зәбур 2:4—6; Ишағыя 9:7).
Ғайса үҙенең тоғро илселәренә, күктәге Батшалыҡта һеҙ минең менән бергә тәхеттәрҙә ултырырһығыҙ, тигән (Лука 22:28, 30).
Батшалыҡтың дошмандары бар, һәм Батшалыҡ уларҙы юҡ итәсәк (Зәбур 2:1, 2, 8, 9; 110:1, 2; 1 Коринфтарға 15:25, 26).
Изге Яҙмала, күктәр Батшалығы кешегә уның йөрәге аша тәьҫир итә һәм шул мәғәнәлә уның йөрәгендә була, тип әйтелмәй. Әммә унда, «Батшалыҡ хаҡындағы һүҙҙе», йәғни «Батшалыҡ хаҡындағы... Һөйөнөслө Хәбәрҙе» ишетеү йөрәгебеҙгә тәьҫир итергә мөмкин һәм тәьҫир итергә тейеш тә, тип аңлатыла (Матфей 13:19; 24:14).
«Алла Батшалығы — һеҙҙә» тигән һүҙбәйләнеш нимәне аңлата?
Ҡайһы берәүҙәр, Лука 17:21-ҙе уҡып, Батшалыҡтың ҡайҙа икәнен аңлай алмай аптырай. Бынан тыш, Изге Яҙманың ҡайһы бер тәржемәләрендә «Алла Батшалығы — һеҙҙә» тип яҙылған. Әммә, был аятты дөрөҫ аңлар өсөн, контекстты ҡарарға кәрәк.
Ғайса был һүҙҙәрҙе уға ҡаршы сыҡҡан һәм уны үлтерергә йыйынған фарисейҙарға һәм дини етәкселәргә әйткән (Матфей 12:14; Лука 17:20). Батшалыҡ уларҙың тәкәббер йөрәгендә булған, тигән фекер аҡылға һыйырлыҡмы? «Эсегеҙ тулы ике йөҙлөлөк һәм ҡанунһыҙлыҡ», — тигән уларға Ғайса (Матфей 23:27, 28).
Ҡайһы бер тәржемәләрҙә Лука 17:21 теүәлерәк тәржемә ителгән: «Алла Батшалығы — һеҙҙең арағыҙҙа». Был һүҙҙәрҙе Ғайса фарисейҙар араһында һөйләшеп торған саҡта әйткән. Ә, белеүебеҙсә, Алла Ғайсаны Батша итеп билдәләгән. Тап шул мәғәнәлә Батшалыҡ уларҙың араһында булған да (Лука 1:32, 33).
a Христиан конфессияларының күбеһе, Алла Батшалығы — кешенең эсендә, йәғни уның йөрәгендә, тип өйрәтә. Мәҫәлән, бер энциклопедияла былай тиелә: «Алла Батшалығын күреү — ул үҙебеҙҙә Алланың батшалыҡ итеүен күреү» («Православная энциклопедия»). Рим Папаһы Бенедикт XVI үҙенең «Назаралы Ғайса» тигән китабында: «Алла Батшалығы аҡыллы йөрәк аша килә», — тип, шул уҡ фекерҙе йөпләй.