Төп мәғлүмәткә күсеү

ЙӘШТӘРҘЕҢ ҺОРАУҘАРЫ

Ни өсөн минең дуҫтарым юҡ?

Ни өсөн минең дуҫтарым юҡ?

Һин, интернетҡа инеп, күптән түгел генә уҙған кисәлә төшөрөлгән фотоһүрәттәрҙе ҡарап ултыраһың. Унда һинең бөтә дуҫтарың бар, һәм уларға бик күңелле. Әммә ниҙер етешмәй. Дөрөҫөрәге, кемдер. Унда һин юҡ.

«Ни өсөн улар мине саҡырмаған?» — тип аптырайһың.

Һинең аптырауҙы үпкә хисе алмаштыра: «Хыянатсылар! Барыһын да саҡырғандар, ә минең турала онотҡандар!» Һинең бөтә дуҫтарың менән мөнәсәбәттәрең селпәрәмә килгән кеүек була. Һин үҙеңде яңғыҙ хис итәһең. «Ни өсөн минең дуҫтарым юҡ?» — тип аптырайһың.

 Яңғыҙлыҡҡа тест

 Дөрөҫмө йә дөрөҫ түгелме

  1.   Дуҫтарың күп булһа, үҙеңде бер ҡасан да яңғыҙ хис итмәйһең.

  2.   Социаль селтәрҙәрҙә булһаң, үҙеңде бер ҡасан да яңғыҙ хис итмәйһең.

  3.   СМС-каға лимит булмаһа, үҙеңде бер ҡасан да яңғыҙ хис итмәйһең.

  4.   Башҡаларға ярҙам итһәң, үҙеңде бер ҡасан да яңғыҙ хис итмәйһең.

 Был фекерҙәрҙең бөтәһе лә дөрөҫ түгел

 Ни өсөн?

 Дуҫлыҡ һәм яңғыҙлыҡ тураһында факттар

  •   Дуҫтарҙың күп булыуы, үҙеңде яңғыҙ хис итмәйәсәкһең, тигәнде аңлатмай.

     «Мин үҙемдең дуҫтарымды бик яратам, әммә ҡайһы саҡта улар минең менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай кеүек. Иң ҡурҡыныс яңғыҙлыҡ — яныңда кешеләр күп булһа ла, уларҙың һине яратмауын һәм уларға кәрәк булмауыңды тойоу» (Аня).

  •   Социаль селтәрҙәрҙә булыу, үҙеңде яңғыҙ хис итмәйәсәкһең, тигәнде аңлатмай.

     «Ҡайһы берәүҙәр дуҫтарҙы статуэткалар йыйған кеүек йыя. Ләкин дуҫтарҙың күп булыуы, һине яраталар, тигәнде аңлатмай. Әгәр яҡшы мөнәсәбәттәр булмаһа, интернеттағы дуҫтар йәнһеҙ статуэткалар кеүек» (Элейн).

  •   СМС-каға лимит булмау яңғыҙлыҡтан һаҡламай.

     «Яңғыҙлыҡ тоя башлаһаң, берәйһе хәбәр ебәрмәне микән тип, телефонды тикшерә башлайһың. Һиңә ауыр саҡта береһе лә яҙмаһа, яңғыҙлыҡ хисе түҙә алмаҫлыҡ булып китә!» (Серена).

  •   Башҡаларға ярҙам итеү яңғыҙлыҡтан гарантия бирмәй.

     «Мин үҙ дуҫтарыма ҡарата йомарт булырға тырышам. Әммә улар яғынан ундай йомартлыҡ күрмәйем. Үҙемдең шулай эшләгәнемә үкенмәйем. Шулай ҙа уларҙың игелеккә игелек менән ҡайтармауҙары сәйер булып тойола» (Ричард).

 Һығымта яһайыҡ. Яңғыҙлыҡ — ул иң тәүҙә фекер йөрөтөү рәүеше. «Ул тышҡы факторҙарға түгел, эске хәлеңә бәйле»,— ти Джанетт.

 Үҙеңде яңғыҙ хис итһәң һәм, дуҫтарым юҡ, тип уйлаһаң, нимә эшләргә?

 Нисек еңеүсе булырға?

Үҙеңә ышаныс үҫтер.

 «Йыш ҡына яңғыҙлыҡтың сәбәбе — үҙеңә ышанып етмәү. Башҡаларға һинең менән ҡыҙыҡ булмаҫ, тип уйлаһаң, үҙеңде асыҡ һәм дуҫтарса тотоу ауыр» (Джанетт).

 Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат» (Галаттарға 5:14). Дуҫтарың булһын өсөн, етерлек кимәлдә үҙеңде яратырға кәрәк. Был яҡтан сама белеү мөһим (Галаттарға 6:3, 4).

Үҙеңде йәлләүҙән туҡта.

 «Яңғыҙлыҡ — ишелеп торған ҡом кеүек. Уға тәрәнерәк батҡан һайын, унан сығыуы ауырыраҡ. Был хис бөтә уйҙарыңды биләп алһа, япа-яңғыҙың ҡалып өҙгөләнерһең»(Эрин).

 Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Мөхәббәт... үҙенә файҙа эҙләмәй» (1 Коринфтарға 13:4, 5). Үҙебеҙ тураһында ғына уйлаһаҡ, ҡаты күңелле булып китеүебеҙ бар. Шул саҡта дуҫтар табыуы тағы ла ауырыраҡ булыр (2 Коринфтарға 12:15). Шуны онотма: һинең уңышлы булыуың башҡаларҙың эштәренә бәйле булһа, һин еңеүсе була алмаҫһың! «Миңә берәү ҙә бер ҡасан да шылтыратмай» йә «Мине берәү ҙә бер ҡайҙа ла саҡырмай», тип уйлаһаң, һинең бәхетең башҡаларға бәйле булыр. Уларға үҙеңдең өҫтөңдән күп хакимлыҡ бирәһең түгелме?

Теләһә кем менән дуҫлашма.

 «Яңғыҙ кешеләр башҡаларҙың иғтибарын эҙләй, һәм был уларға зыян килтерергә мөмкин, сөнки улар өсөн кемдең иғтибар күрһәтеүе мөһим булмай башлай. Улар үҙҙәрен кәрәкле итеп хис итергә теләй. Ҡайһы берәүҙәр кешенең был хәлен үҙенә файҙа алыу өсөн ҡуллана ала. Шул саҡта яңғыҙлыҡ хисе тағы ла көсәйәсәк» (Брианн).

 Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Зирәктәр менән йөрөүсе зирәк булыр, ә аҡылһыҙҙар менән аралашыусы зыян күрер» (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20). Ас кеше теләһә нимә ашарға риза. Шуның шикелле, дуҫ табырға бик ныҡ теләгән кеше уларҙы кәрәкмәгән ерҙән эҙләй башлай. Улар хатта, яҡшыраҡ дуҫ таба алмам, тип уйлап, манипуляторҙарҙың табышы булып китә ала.

 Һығымта: һәр кеше үҙен яңғыҙ тойорға мөмкин, тик төрлө кеше уны төрлөсә кисерә. Яңғыҙлыҡ хисе бик ауыр булһа ла, онотма: был бары тик хис кенә. Ғәҙәттә, хистәрҙән алда фекерҙәр тыуа, ә фекерҙәрҙе беҙ контролдә тота алабыҙ.

 Бынан тыш башҡаларҙан бик күпте көтмә. «Һәр кеше һинең яҡшы дуҫың була алмай, — ти Джанетт, — ләкин һин үҙең менән ысынлап та ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе таба алырһың. Башҡаларҙың ихлас ҡайғыртыуы һиңә яңғыҙлыҡты еңергә ярҙам итер».

 Күберәк ярҙам кәрәкме?  «Дуҫлыҡҡа ҡағылышлы ҡурҡыуҙарыңды нисек еңергә?» тигән рамканы уҡы. Шулай уҡ «Яңғыҙлыҡты еңергә өйрәнәбеҙ» тигән схеманы (тат.) PDF форматта күсереп ал.