ЙӘШТӘРҘЕҢ ҺОРАУҘАРЫ
Минең кейемем нисек, матурмы?
Ни өсөн ниндәй кейем кейеүеңә иғтибар итергә кәрәк? Сөнки кейем кеше тураһында күпте әйтә ала. Ә һинең кейемең һинең турала нимә һөйләй?
Модаға бәйле өс ҙур хата һәм уларҙан нисек һаҡланырға
1-се хата. Реклама ҡушҡанса кейенеү.
Териза исемле үҫмер ҡыҙ былай ти: «Ҡайһы берҙә ниндәйҙер модалы тенденция киң рекламаланғаны өсөн генә иғтибарымды йәлеп итә. „Стилле“ образ әйләнгән һайын күҙеңә ташланып торғанда, шундай йоғонтоға бирелмәй ҡалыу бик ауыр».
Реклама йоғонтоһона бирелеүселәр араһында ҡыҙҙар ғына түгел. Бер китапта былай тиелә: «Егеттәр ҙә мода тенденцияһына бирелеүсән. Улар йыш ҡына төрлө рекламаның мишене булып китә» («The Everything Guide to Raising Adolescent Boys»).
Альтернатива. Изге Яҙмала: «Бер ҡатлы кеше һәр һүҙгә ышана, ә алдын-артын уйлаусы һәр аҙымын үлсәп атлай», — тип әйтелгән (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:15). Ошо принципҡа ярашлы, рекламаланған нәмәгә ентекле анализ яһа. Мәҫәлән, ниндәйҙер кейем «үтә ҡыйыу», «үҙенә тартып тора» йәки «енси дәрт уята» тип пропагандаланһа, үҙеңдән былай тип һора:
«Ошо кейемде кейһәм, был кемгә файҙа килтерер?
Кешеләр мине ниндәй тормош рәүеше менән бәйләр?
Был минең турала һәм минең ҡиммәттәрем тураһында дөрөҫ фекер уятырмы?
Кәңәш. Аҙна дауамында кейем рекламаһын һәм модалы тенденцияларҙы күҙәт. Улар ниндәй тәртипте һәм ниндәй тормош рәүешен хуплай? Улар һиҙҙермәй генә һиңә, шул модаға эйәрергә кәрәк, тигән уй һалмаймы? Карен исемле ҡыҙ былай ти: «Мода, ҙур баҫым яһап, идеаль булып күренергә, идеаль кейенергә һәм идеаль фигура булдырырға этәрә. Реклама биреүселәр йәштәрҙе алдауы еңел икәнен аңлай».
2-се хата. Үҙ кеше тип һанаһындар өсөн, модалы кейенергә тырышыу.
Маньюэл исемле йәш кеше былай ти: «Әгәр кейемдең ниндәйҙер стиле модала икән, барыһы ла тап шулай кейенергә тырыша. Модаға эйәрмәһәң, һиңә ҡырын ҡарайҙар». Анна исемле ҡыҙ был һүҙҙәр менән риза: «Эш модала түгел, ә аҡ ҡарға булырға теләмәүҙә».
Альтернатива. Инжилдә: «Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ», — тип әйтелгән (Римдарға 12:2). Ошо кәңәште иҫтә тотоп, гардеробыңды ҡарап сыҡ һәм үҙеңдән былай тип һора:
«Минең кейем һайлауыма нимә тәьҫир итә?
Фирмалы кейем алыу минең өсөн ни тиклем мөһим?
Кейенеү рәүешем менән башҡаларҙы таң ҡалдырырға тырышаммы?»
Кәңәш. Ике генә мөмкинлекте — моданың пигында булыуҙы (тимәк, үҙ кеше булыу) һәм моданан бөтөнләй артта ҡалыуҙы (тимәк, сит кеше булыу) ғына күреү урынына, өсөнсө мөмкинлекте ҡарап сыҡ: үҙеңде уңайлы хис итерлек һәм үҙ-үҙеңә ышаныс тойорлоҡ итеп кейенеү. Үҙеңә ышанысың ни тиклем күберәк булһа, шул тиклем әҙерәк башҡалар кеүек кейенергә ынтылырһың.
3-сө хата. «Ни тиклем енси дәрт уята, шул тиклем яҡшыраҡ» тип уйлау.
Дженнифер исемле ҡыҙ былай ти: «Дөрөҫөн әйткәндә, ҡай саҡта „сик һыҙығына яҡын“ итеп кейенеү, мәҫәлән, үтә ҡыҫҡа, үтә һылашып торған йә үтә асыҡ нәмә кейеү теләге тыуа.
Альтернатива. Изге Яҙмала: «Һеҙҙең гүзәллегегеҙ... тышҡы матурлыҡта түгел, ә ысын йөрәктән сыҡҡан... эске матурлы[ҡта]», — тип яҙылған (1 Петр 3:3, 4). Ошо принципҡа ярашлы рәүештә, уйлап ҡара, нимә матурыраҡ: модалы кейемме йә кешенең йөрәгендәге сифаттармы?
Кәңәш. Иң модалы биҙәк — тыйнаҡлыҡ. Әлбиттә, бөгөн был сифат популяр түгел. Әммә уйлап ҡара:
Үҙе тураһында ғына һөйләгән, үҙе менән генә мауыҡҡан кешене осратҡаның бармы? Ҡыҙғаныс, әммә ундай кеше башҡаларҙы үҙенән биҙҙергәнен һиҙмәй ҙә.
Тыйнаҡһыҙ кейенеү — шундай кешегә оҡшаш булыу тигән һүҙ. Һинең кейемең, әйтерһең дә, миңә ҡара, тип ҡысҡырып тора. Был, йә һин үҙ-үҙеңә ышанмайһың, йә үҙеңә мөкиббән киткәнһең — йәки тегеһе лә, быныһы ла — тигән тәьҫир ҡалдыра. Ситтән һин үҙеңә иғтибар, хатта урынһыҙ иғтибар күрһәтеүҙәрен теләйһең кеүек тойолорға мөмкин.
Үҙең тураһында дөрөҫ булмаған тәьҫир ҡалдырма. Иң яҡшы кейем тыйнаҡлыҡ икәнен онотма. «Тыйнаҡлыҡ өләсәйең шикелле кейенеүҙе аңлатмай, — ти Моника исемле ҡыҙ. — Был үҙ-үҙеңде һәм башҡаларҙы хөрмәт итеүҙе аңлата».