Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙма тураһында видеояҙмалар. Төп тәғлимәттәр

Был ҡыҫҡа видеодәрестәрҙә бындай мөһим һорауҙарға яуап бирелә: Алла ерҙе ни өсөн барлыҡҡа килтергән? Кеше үлгәс уның менән нимә була? Ни өсөн Алла ғазаптарға юл ҡуя?

Ғаләм барлыҡҡа килтерелгәнме?

Изге Яҙмалағы барлыҡҡа килтереү тураһындағы хәбәрҙе кешеләр йыш ҡына дөрөҫ аңлатмай йә уны уйҙырма тип һанай. Изге Яҙмала яҙылғандарға ышанып буламы?

Алла ысынлап та бармы?

Ни өсөн Аллаға ышаныу аҡыллы икәнен белегеҙ.

Алланың исеме бармы?

Алланың күп титулдары бар, шул иҫәптән Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе, Барлыҡҡа килтереүсе һәм Раббы. Ошо видеояҙмала Алланың шәхси исеменә иғтибар ителә. Был исем Изге Яҙмала 7 000-дән ашыу тапҡыр осрай.

Алла менән дуҫлашып буламы?

Тарих дауамында төрлө кешеләр үҙҙәренең Барлыҡҡа килтереүсеһе менән яҡыныраҡ танышырға ынтылған. Изге Яҙма ярҙамында беҙ Алланың дуҫы булып китә алабыҙ. Алла менән дуҫлыҡ уның исемен белеүҙән башлана.

Изге Яҙманың Авторы кем?

Изге Яҙманы кешеләр яҙған икән, уны «Алла һүҙе» тип атап буламы? Изге Яҙмала кемдең фекерҙәре яҙылған?

Изге Яҙма ысынлап та Алланан бирелгән китапмы?

Изге Яҙманың Авторы Алла икән, тимәк, ул ерҙәге бөтә китаптарҙан да айырылып торорға тейеш.

Алла ерҙе ни өсөн барлыҡҡа килтергән?

Тирә-яҡ донъя гүзәллеге менән беҙҙе таң ҡалдыра. Алла Ерҙе Ҡояштан идеаль алыҫлыҡта урынлаштырған, тейешле әйләнеү тиҙлеген һайлаған, Ерҙең ауышлыҡ мөйөшөн үҙгәрешһеҙ иткән. Ни өсөн Ерҙе барлыҡҡа килтерер өсөн, Алла шул тиклем күп көс һалған?

Тормош мәғәнәһе нимәлә?

Тормошоғоҙҙо нимә ысындан да мәғәнәле итә алғанын белегеҙ.

Иң мөһим һорауҙарға яуапты ҡайҙан табып була?

Йәшәү, үлем йә киләсәк менән бәйле һорауҙар һеҙҙе борсоймо? Ошо һәм башҡа һорауҙарға ҡәнәғәтләндерерлек яуапты табып була! Әммә ҡайҙан табырға?

Кеше үлгәс, уның менән нимә була?

Изге Яҙмала Лазарҙың терелеүе тураһында әйтелә һәм киләсәктә күптәрҙең терелтеләсәге, йәғни яңынан йәшәүгә ҡайтарыласағы вәғәҙә ителә.

Үлгәс, кешеләр тамуҡта ғазапланамы?

Изге Яҙмала, «Алла — мөхәббәт» булғанға, ул бер ҡасан да кешеләрҙе элекке гонаһтары өсөн ғазапламай, тип әйтелә.

Ғайса Мәсих Алламы?

Ғайса Мәсих Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Алла кеүекме? Йәки улар айырым шәхестәрме?

Ғайса ни өсөн үлгән?

Һеҙ, моғайын, ишеткәнһегеҙҙер, ул беҙҙең гонаһтар өсөн үлгән. Нисек бер кешенең үлеме күптәрҙе ҡотҡара ала?

Алла Батшалығы нимә ул?

Кешеләргә вәғәзләгәндә Ғайса күбеһенсә Алла Батшалығы тураһында һөйләгән. Бына инде быуаттар дауамында кешеләр был Батшалыҡтың килеүен һорап доға ҡыла.

Алла Батшалығы 1914 йылда идара итә башлаған

Бынан 2600-ҙән ашыу йыл элек Алла ҡеүәтле батшаға пәйғәмбәри төш күрһәтеп, киләсәктә ниҙәр буласағын белдергән.

1914 йылдан башлап донъя ныҡ үҙгәргән

1914 йылдан алып донъя шарттары ла, кешеләр үҙҙәре лә насарайған. Был факттар ахырызаман тураһында Изге Яҙмала әйтелгән пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлеүен дәлилләй.

Тәбиғәт афәттәре — Алла ебәргән язамы?

Тәбиғәт афәттәрен кисергән ике ҡатын Изге Яҙма ярҙамында нимә аңлағаны хаҡында һөйләй.

Ни өсөн Алла ғазаптарға юл ҡуя?

Изге Яҙмала ҡәнәғәтләндерерлек һәм йыуатырлыҡ яуап бар.

Алла бөтә диндәрҙе лә хуплаймы?

Күптәр, кеше ниндәй дин тота икәне мөһим түгел, тип уйлай.

Алла табыныуҙа һын-һүрәт ҡулланыуҙы хуплаймы?

Улар беҙгә Аллаға яҡынлашырға ярҙам итә аламы?

Алла доғаларҙың барыһын да тыңлаймы?

Кеше үҙе хаҡында ғына доға ҡылһа, нимә әйтеп була? Ә ҡатыны менән насар мөғәмәлә иткән, ә үҙе Алланан фатиха һораған ир тураһында нимә әйтеп була?

Алла никахҡа нисек ҡарай?

Алла ир менән ҡатындың бәхетле булыуын теләй. Күп ғаиләләргә Изге Яҙмалағы кәңәштәр ярҙам иткән.

Порнография — Аллаға ҡарата гонаһмы?

«Порнография» тигән һүҙ Изге Яҙмала осраймы? Алланың порнографияға ҡарата ҡарашын нисек белеп була?